Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Апрель , 18:30

Изге ылау тәғәйен еренә барып етһен

Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе.

Изге ылау тәғәйен еренә барып етһен
Изге ылау тәғәйен еренә барып етһен

Бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә булышлыҡ итеү өҫтөнлөклө бурыс булып торғаны барыбыҙға ла билдәле. Был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ойошторолған, барлыҡ власть органдары һәм муниципалитет хакимиәттәре йәлеп ителгән. Ике йылдан ашыу барған хәрби операция яугирҙәренә ярҙам итмәгән, еңеүҙе үҙ көстәре менән яҡынайтырға теләмәгән бер генә ойошма ла юҡ бөгөн республикала.

Башҡортостан әлеге мәлгә яу яланына 120-се гуманитар конвойҙы оҙатһа, йылы миҙгелдәргә ярашлы әле күпме ярҙам йыйылыу өҫтөндә.

Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе хеҙмәткәрҙәре лә еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Мәктәп уҡытыусылары һәм ата-әсәләр иғәнә йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға бензобысҡы һәм уға яраҡлы май, башҡа ҡорамалдарын һатып алды.

Әйткәндәй, был балалар музыка мәктәбенең берҙәм ижади педагогик коллективы ҡулында бөгөн 400-ҙән ашыу уҡыусы музыкаль белем ала. Улар дүрт һөнәр буйынса уҡый: фортепиано, ҡыллы инструменттар, тынлы инструменттар, халыҡ  музыка уйын ҡоралдары. Бынан тыш музыкаль-теоретик бүлек ҙур эш алып бара. Мәктәпте тамамлаған сығарылыш уҡыусыларының күбеһе ошо һөнәри белемен дауам итә һәм әлеге ваҡытта республикала һәм унан ситтә лә билдәлелек яулайҙар, уңышлы эшләйҙәр.

Әлбиттә, бында үҙ эштәренең оҫтаһы булған, күп йыллыҡ хеҙмәттәре менән республика халҡының мәҙәниәте һәм сәнғәте һағында торған уҡытыусыларҙың һәм дә улар өсөн яҡшы эш шарттары булдырып, һәр яҡшы башланғыстарында ҡеүәтләп торған етәкселәре Раит Рәшит улы Ғайсиндың фиҙакәрлеге ҙур. Берҙәм коллектив менән төрлө республика саралары, акцияларында ла илебеҙ өсөн ошондай ҡатмарлы осорҙа ярҙам сараларынан да ситтә ҡалмай, уртаһында ҡайнай улар.

Республика халҡы менән йыйған изге ылау тәғәйен еренә барып етһен, еңеү, тыныслыҡ тиҙерәк килһен ине!

Контракт хеҙмәт тураһында 117 берҙәм белешмә һандары буйынса, ситуация үҙәгендә (122 йәки +7 (347) 218-19-19), “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгендә йәки республика Хәрби комиссариатының һайлап алыу пунктында (Өфө, Революция урамы, 156, тел. +7 (347) 248-29-31) белергә мөмкин. Шулай уҡ башбат.РФ сайтында һәм уның рәсми Telegram чат-ботында ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табырға мөмкин.

 

Айҙар Байтимеров фотоһы.

Изге ылау тәғәйен еренә барып етһен
Изге ылау тәғәйен еренә барып етһен
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас: