Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
17 Апрель , 21:15

Ыңғай миҫалдар ҡаралды

Туймазы районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссия ултырышы үтте. 

Ыңғай миҫалдар ҡаралды
Ыңғай миҫалдар ҡаралды

Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова Туймазы районында граждандарҙы ҡабул итте һәм Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса ведомство-ара комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

– Ведомство-ара комиссияның зона ултырыштары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыу барышын ентекле тикшерергә мөмкинлек бирә. Муниципалитет хакимиәттәренең “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторҙары менән үҙ-ара эш итеүе килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ һәм ентекле хәл итергә мөмкинлек бирә, – тине Лира Иғтисамова.

Ултырыш барышында Туймазы, Шаран, Бүздәк райондары һәм Октябрьский ҡалаһы хакимиәте башлыҡтары урынбаҫарҙары МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса алып барылған эштәр тураһында хәбәр итте.

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина был муниципаль берәмектәрҙә социаль координаторҙарҙың эше нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне.

– Туймазы, Бүздәк, Шаран райондарында һәм Октябрьский ҡалаһында биш социаль координатор эшләй. Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операция ветерандарын һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзаларын оҙатып йөрөй. Төп мәсьәләләр ярҙам сараларын тәғәйенләүгә; юридик һәм медицина ярҙамына; махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле федераль һәм төбәк түләүҙәренә, шифахана-курорт дауаланыуы алыуға, көнкүреш мәсьәләләренә ҡағыла, – тине ул. Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Ведомство-ара комиссияның зона ултырыштарын үткәреү Бүздәк районы хакимиәте менән берлектә эш итеү һөҙөмтәһендә бында махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренә көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүсе тимурсылар һәм волонтерҙар беркетелгән: биләмәләрҙе ҡарҙан, сүп-сарҙан таҙартыуҙа ярҙам күрһәтелә. Туймазы районында ла ошондай берлектә һөҙөмтәле эш алып барыла.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Ведомство-ара комиссияның зона ултырыштарын үткәреү практикаһы дауам итәсәк.

Фото һәм сығанаҡ: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: