Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Апрель , 16:50

Тәүәккәлләп, юлға сыҡты өс егет

Яугирҙәргә ауылдаштарының күстәнәстәрен, ҡайнар сәләмдәрен еткерҙеләр.

Тәүәккәлләп, юлға сыҡты өс егет
Тәүәккәлләп, юлға сыҡты өс егет

Баймаҡ районы Күсей ауылы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп, изге уй-ниәттәр менән ҡорбан сала, аяттар бағышлай. Бар илгә килгән ауырлыҡты бергә булғанда ғына еңеп сығырға мөмкин икәнен улар яҡшы аңлай.

Шуға күрә яҡташтары өсөн аҡса йыйып, мәктәп ашханаһында борщ, быҡтырылған ит эшләнеләр, ҡатын-ҡыҙҙар һалма йәйҙе. Шулай уҡ яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, йылы кейем-һалым тупланған гуманитар ярҙам даими рәүештә туплана. Күптән түгел ҡатын -ҡыҙҙар окоп шәме, маскировкалау селтәрҙәре эшләне.

Яңыраҡ Күсей һәм Моҡас ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ үҙҙәре аҡса йыйып, "Урал" мотоциклы, "Газель" машинаһын һатып алып, 428-се полк яугирҙәренә алып барып тапшырҙы. 

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Күсей ауылының өс ир-егете тәүәккәлләп махсус хәрби операция биләмәһендә булған туғандары һәм ауылдаштары янына "Ларгус" автомобилендә юлға сығып, уларға йылы кейем, башҡа кәрәк-яраҡ, ата-әсәләре, ҡатындары әҙерләгән күстәнәстәр алып барҙы, ауылдаштарының ҡайнар сәләмдәрен еткерҙе. Улар Ростов өлкәһенән (аҙ булһа ла яҡыныраҡ булыр тип) яҡшы торошло "Урал" мотоциклы һатып алып, 428-се полк яугирҙәренә тапшырған.

Рөстәм Б. үҙенең автомобилендә Рифат Б. һәм Илназ К. менән меңәр саҡрымдар үтеп, алғы һыҙыҡтағы ауылдаштары менән осрашҡан. Күптән түгел Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың вариҫтарының береһе Рәмил М. үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланған. Ауылдаштары уның янында ла булып, тыуған ауылынан күстәнәстәр алып барған.

Әйткәндәй, ауылымдың был тәүәккәл егеттәре яу яланына тәүге тапҡыр ҡына бармай.

Ошо көндәрҙә яугирҙәргә Күсей һәм Моҡас ауыл биләмәһенән тағы ла бер "Газель" машинаһы ебәрелгән.

Афарин, ауылдаштарым! Ауыр ваҡытта ла үҙегеҙҙекеләрҙе ташламай, меңәр саҡрым юл үтеп, ике-өс сәғәтлек осрашыу өсөн ашҡынып барыуығыҙ үҙе үк оло батырлыҡҡа тиң! Артабан да берҙәм булығыҙ, төрлө һынауҙарҙы бергә еңеп сығығыҙ! Ә инде махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәрҙең дә тиҙерәк тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуын, ата-әсәләре, һөйгән йәрҙәре һәм балалары менән осрашыуҙарын теләйбеҙ.

Фото һәм видео: Рифат Б.

Тәүәккәлләп, юлға сыҡты өс егет
Тәүәккәлләп, юлға сыҡты өс егет
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: