Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
18 Апрель , 10:00

Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?

Сик буйындағыларға гуманитар ярҙам, "УАЗ" автомобиле тапшырылды.

Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?

Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы йәнә Курск өлкәһенең сик буйы райондарының береһендә булды. Сәфәр Курск өлкәһе хакимиәте һәм төбәк именлеге комитеты ярҙамында ойошторолдо.

Башҡортостан делегацияһы һәм Курск өлкәһе хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Александр Крылов сик буйы райондарының береһендә хәрбиҙәр менән осрашты.

Яугирҙәргә өҫтәмә ярҙам алып барҙылар: маскировкалау селтәре, йоҡо тоҡтары, инструменттар һәм башҡалар. Шулай уҡ уларға хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгән саҡта файҙаланыу өсөн “УАЗ” автомобиле тапшырылды.

Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә айырыуса әүҙем булған хәрби хеҙмәткәрҙәргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса генерал Шайморатов миҙалдары тапшырылды. Билдәле булыуынса, был награда 2023 йылда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән республика халҡы өсөн булдырылғайны.

Егеттәр алдында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Бәҙәмшин сығыш яһап, яугирҙәрҙең батырлыҡтары, Тыуған ил һәм тыныслыҡ тураһында йырҙар башҡарҙы.

Фото: "Башҡорт батальоны" төркөмө.

Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Яугир яҡташтарыбыҙ ни хәлдә?
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: