Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Апрель , 11:00

“Был аҙымды намыҫым ҡушыуы буйынса эшләнем”

Беҙҙе бер маҡсат берләштерә. Ҡайһы берәүҙәр мине лә аҡса эшләргә бара тип һананы. Тәүге мәлдә ҡатыным шылтыратҡанда ошо хаҡта илап һөйләй ине... 

“Был аҙымды намыҫым ҡушыуы буйынса эшләнем”
“Был аҙымды намыҫым ҡушыуы буйынса эшләнем”

Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә тотош илебеҙҙән йыйылған яугирҙәр менән бер рәттән Башҡортостан егеттәре лә ал-ял белмәй дошманға ҡаршы алыша. Журналистар МХО биләмәһенә эш сәфәренә барған саҡта улар менән мөмкин тиклем күберәк аралашып, яу шарттарындағы көнкүреш менән танышырға, ниндәй ярҙамға мохтаж булыуҙары хаҡында белергә тырыша. Яҡташтарҙың үҙ-ара берҙәмлеге, ҡатмарлы шарттарҙа иҫ киткес ҙур сыҙамлыҡ күрһәтеүе, һалҡын аҡыл менән эш итә белеүе, рух ныҡлығы һәр саҡ һоҡландыра.

“Гурзуф” позывнойлы яугир ҙә – ҡыйыу, аҡыллы, рухлы ир-азамат. Ул сығышы менән Ғафури районынан, МХО-ға юлланғанға тиклем Аҡкүл станцияһында йәшәгән. Тыныс тормошта үҙ-ара яҡшы таныш, береһе менән ауылдаш, икенсеһе менән туған йәки күрше булған ир-егеттәрҙең бер батальонға яҙылып, яуҙаштар булып китеүен белгәс, ошо хаҡта һорашмай булдыра алманым.

– Кемдең ҡайһы төбәктән, һиңә кем булыуы мөһим түгел. Беҙҙе бер маҡсат берләштерә. Ҡайһы берәүҙәр мине лә аҡса эшләргә бара тип һананы. Тәүге мәлдә ҡатыным шылтыратҡанда ошо хаҡта илап һөйләй ине. “Әгәр шул һүҙҙе әйткән кешеләр үҙҙәрен ысын ир-егетмен тип һанай икән, хәрби комиссариат тупһаһы аша үтеп, беҙ яһаған аҙымды яһаһын”, – тинем. Һис тә шаштырыу түгел: бында күптәрҙе илһөйәрлек тойғоһо алып килә. Шуға күрә эргәмдәге иптәштәремде, һис икеләнмәйенсә, илһөйәрҙәр, намыҫлы кешеләр тип әйтә алам, – тип яуапланы “Гурзуф”.

Илдар Чечня бәрелешендә сынығыу алған яугир, 27 йылдан ашыу хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләгән тәжрибәле, юғары юридик белемле хеҙмәткәр булып сыҡты. Уға 1994-1995 йылдарҙа 1-се мотоуҡсылар полкы составында хәрби бурысын үтәргә, Грозный йүнәлешендәге иң ҡатмарлы бәрелештәрҙә ҡатнашырға тура килә. “Әле бына тағы ил именлегенә хәүеф янағас, тыныс ҡына өйҙә ята алманым. Үткән йылдың 5 авгусында полициянан тантаналы шарттарҙа хаҡлы ялға оҙаттылар, ә инде 12 августа хәрби контракт төҙөнөм. Был аҙымды яһағаныма үкенмәйем. Рәсәй – беҙҙең Ватан, бөгөн уның именлеген яҡлау бурысы тора. Мин намыҫым ҡушҡанса эшләнем”, – ти яугир.

Авторы - В. УРАЗБАЕВ.

Автор фотоһы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: