Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Апрель , 22:00

"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."

Айбулат Ғәбделмәнов 2022 йылдың 25 сентябрендә һәләк булғайны.

"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."

Әлшәй районынан Нурия Ғәбделмәнова йыл ярым инде әсә йөрәге күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы кисереп йәшәй: 22 йәшлек улы Айбулат махсус хәрби операцияла һәләк булды. Ғәзизен иҫләмәгән көнө юҡ уның. Күңелеңдән ебәр, башҡа балаларың, ейәндәрең хаҡына йәшә, тип күпме өгөтләмәһендәр, улының яҡты хәтеренә хыянат иткеһе килмәй, даими рәүештә иҫтәлектәр, бағышлауҙар яҙып сәхифәһендә баҫтырып бара.

Электән күреп белмәһәм дә, әсә булараҡ, мин дә Нурия ханымдың яҙмаларын йөрәгем аша үткәреп уҡыйым, уның менән бергә һыҡтайым-илайым. Әле лә бер яҙмаһы менән танышҡас, уның менән һөйләшеп алдым. Нурия Ғәбделмәнова, кешеләр улым тураһында белгән, иҫләгән һайын, миңә еңелерәк, Айбулат бик үҙенсәлекле бала булды, уны оноторға тейеш түгелбеҙ, тип яҙмаһын баҫтырырға рөхсәт бирҙе.

Ысынлап та, яҡын кешең тураһында яҡты хәтер мәңге күңелдә йәшәй. Балаһын юғалтҡан һәр әсә быны яҡшы белә. Бөтмәҫтәй генә һағыш ғүмер ахырынаса оҙата бара.

Нурия ханымдың яҙыу стилен, күңелендәге уй-хистәрен теүәл еткерер өсөн яҙмаһын нисек бар, шулай - рус телендә бирергә булдым. 

"...А я сегодня видела Айбулата. Да-да, не думайте, что я сошла с ума... С ума поодиночке сходят, не вдвоем уж. А тут и муж, и я... смотрели на парнишку, который сидел напротив нас, и были в шоке. Та же манера речи, движения, так же держит в руках телефон, даже руки закинул за голову, и ногу на ногу закинул, ещё и покачивая ей... Ну весь наш Айбулат. А главное - его улыбка.

Я смотрела долго, пыталась отвести от парнишки взгляд. Да и он заметил, что мы с мужем поочередно смотрим на него. Возможно, смутился. А когда уже уходили, я не стерпела, подошла, чтобы обнять, прижать к сердцу, обмануть рассудок, что вот он, мой мальчик, живой, стоит рядом со мной.

Сидевшая рядом мама парнишки спросила: "На Айбулата похож, да?" Я сказала, да, очень похож, до одурения похож на нашего сына.

Дорога домой была молчаливой. Видела, что и муж еле сдерживал слезы. Ну а я... я не такая стойкая. Я плакала.

Я не верила раньше, что у каждого человека есть двойник на Земле. Хотя мне много раз говорили, что я похожа там на кого-то, или где-то видели женщину, точь в точь как я. Я думала, это просто разговоры. А теперь воочию убедилась..."

Нурия ханымдың был яҙмаһы аҫтында әсәләр комментарийҙар ҡалдырған: исемен һорар, адресын алыр кәрәк ине... "Уның ҡайғыһы булманы, тыным быуылып, тиҙерәк тышҡа сыға һалдым", - тигән Айбулаттың әсәһе. Ике-өс әсәй "их, мин дә улымдың күсермәһен эҙләйем, уға оҡшаған егетте табаһы ине" тип уфтанған.

Нурия Ғәбделмәнованың бәхетенә, яҙмаға теге егеттең әсәһе лә комментарий ҡалдырған. Айбулатҡа оҡшаған улының исеме Айназ икән. Әлшәй районының бер ауылында йәшәйҙәр. Ике әсә бер-береһенә ҡунаҡҡа барырға һөйләшеп килеште. 

Нурия ханымдың аҙ булһа ла йөрәгендәге ауыр ҡайғыһы баҫылһын. Ә Айназға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйек.

Балалар фани донъянан әсәйҙәрҙән алда китмәһен!

Фото: Н. Ғәбделмәнованың ғаилә архивынан.

"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
"Ирем дә, мин дә аҡылдан яҙмағайныҡ: ҡаршыбыҙҙа мәрхүм улыбыҙ ултыра ине..."
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: