Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
21 Апрель , 09:00

Тәүҙә фронтҡа улы китә

Ә ярты йылдан һуң уның артынан атаһы юллана

Тәүҙә фронтҡа улы китә
Тәүҙә фронтҡа улы китә

“Беҙҙең яҡташтарыбыҙ, “Абзый” һәм “Юла” позывнойлы  атай һәм ул, махсус хәби операция зонаһында хеҙмәт итә”,  тип яҙа “Благоварские вести”.

Тәүҙә фронтҡа улы китә. Ә ярты йылдан һуң уның артынан атаһы юллана. “Юла” десант-штурм дивизияһында хеҙмәт итә, ә “Абзый” – артиллерист. “Юла” ике тапҡыр яралана, һауыҡҡандан һуң яңынан сафҡа баҫа. Яҙын ялға ҡайтҡас, һөйгән ҡыҙына өйләнә. Яңыраҡ “Абзый”ҙың Ломов ауылында йәшәгән әсәһенә улы хеҙмәт иткән часть командованиеһынан Рәхмәт хаты килгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск ваҡытында ул менән атай ғаиләләре менән  өләсәй һәм әсәй янында булып, хәл белеште.  

Беҙ яҡташтарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ! Еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙар!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: https://vk.com/blagovar02

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: