Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
22 Апрель , 23:00

Мөхәббәткә кәртә юҡ!

"Квадрат” позывнойлы яугир янына ғаиләһе килде...

Мөхәббәткә кәртә юҡ!
Мөхәббәткә кәртә юҡ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Балтас егете янына уның тормош иптәше һәм ҡыҙы барып ҡайтты, тип хәбәр итә “Балтач таңнары”.

“Квадрат” позывнойлы яугир үҙен һағынып килгән ғаиләһен ҡаршылаған. Фотонан күренеүенсә, һуғыш барған, ракеталар осҡан ерҙә йәмле яҙ хакимлыҡ итә, муйыл ағастары шау сәскәлә ултыра. Ысын мөхәббәткә саҡрымдар ҙа, һынауҙар ҙә кәртә түгел. Балтастың ҡыйыу ҡатындары  тап шуны иҫбатлай.

Татыу һәм батыр ғаиләгә бәхет, именлек һәм уңыштар насип булһын!

 Фото: https://baltachtan.ru/news/novosti/2024-04-19/chakrymnar-da-kirt-bula-almyy-3735209?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=107258580

 

Мөхәббәткә кәртә юҡ!
Мөхәббәткә кәртә юҡ!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: