Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
23 Апрель , 11:50

Яугир хат яҙған

"Һуғыш тиҙҙән бөтәсәк... Ҡайһы берҙәр ҡысҡырасаҡ, ә беҙ өндәшмәйәсәкбеҙ..."

Яугир хат яҙған
Яугир хат яҙған

Социаль селтәрҙә махсус операция яугиренең уйланыуҙары баҫылды. Ул күңелендәге уй-тойғолары менән уртаҡлаша.

“Фронттан хат.

Әгәр ҡыҙым, махсус хәрби операция барған мәлдә һин нимә эшләнең, тип һораһа, мин, Тыуған илде һаҡланым, тип яуап бирәсәкмен. Был мәлдә миңә бер тамсы ла оят булмаясаҡ.

Мин һуғышҡа тилем хәрби булманым. Ҡорал да тота белмәй инем. Үҙемде яугир итеп күрһәтергә лә тырышманым.

Тыуған илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында ҡалғас – барырға ҡарар иттем. Бик еңел, артыҡ уйламайынса ризалаштым, хатта ғүмер буйы ошоно көткәндәй тойолдо.

Мин МХО-ға килгәндә беҙҙекеләр Изюмдан сигенеп, Херсонды ҡалдырған мәл ине. Бөтә донъя тиерлек Украинаның ҡораллы көстәрен алҡышланы, Рәсәйҙең дошмандары беҙҙең юғалтыуҙар һәм еңелеүҙәр өсөн ҡыуанды.

Мин бында бер йылдан ашыу, тик хәҙер дошмандың снарядтары бөтә башланы, улар Марьинканы һәм Авдеевканы ҡалдырҙы. Дошман был һуғышта еңә алмаясағын аңланы, Рәсәйҙе хурлаусылар шымып ҡалды.

Һуғыш тиҙҙән бөтәсәк. Беҙ еңәсәкбеҙ һәм беҙҙең еңеүгә, төрлө сәбәптәр табып, өйҙә ҡалыуҙы хуп күргәндәр ҙә йәбешәсәк (ул сәбәптәрҙе беҙ ҙә ҡуллана ала инек). Рәсәйҙән ҡасып киткәндәр ҙә ҡайтасаҡ, улар үҙҙәренең аҙымын сәйәси ҡараштары һәм кешелекте ныҡ “һөйөүе” менән аңлатырға тырышасаҡ. Улар барыһы ла ҡапыл илһөйәрҙәргә әйләнәсәк, бөтәһен дә уҙҙырып, күптән түгел генә үҙҙәре хурлаған илебеҙҙең бөйөклөгө тураһында ҡысҡырасаҡ. Ә беҙ өндәшмәйәсәкбеҙ, тыныс һәм ашыҡмай ғына ҡасандыр ҡалдырған тормошобоҙға ҡайтасаҡбыҙ.

Миңә оят булмаясаҡ. Үҙем адында ла, ата-бабаларым алдында ла, киләсәк быуындарым алдында ла. Ошо тойғо рәхәтлек бирә. Һин үҙеңде яугир һәм ниндәйҙер ҙур күренештең бер өлөшө итеп тояһың. Һинең итегеңдең эҙе тарихта ҡала, уны бер нимә лә юймаясаҡ...

Мин бысраҡта ла, һыуыҡта ла, ҡараңғыла ла, уттар аҫтында ла бәхетлемен, ә йылыла туҡ йәшәгән ҡайһы берәүҙәр – юҡ.

Борис”.

Фото: triptonkosti.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: