Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Апрель , 20:00

Бындай кешеләр менән еңмәү мөмкин түгел!

Ғүмер буйы профессиональ водитель булып эшләгән ир алты йыл элек сир һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған...

Бындай кешеләр менән  еңмәү мөмкин түгел!
Бындай кешеләр менән еңмәү мөмкин түгел!

Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәүсе Юрис Кәримов, икенсе төркөм инвалиды булыуына ҡарамаҫтан, эшһеҙ ултырырға яратмай. Ул ҙур теләк менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә нашлемниктар эшләй, ҡырҡтан ашыу махсус баш кейеме әҙер ҙә инде, тип яҙа “На земле Салавата”.

Нашлемниктарҙы үрергә  инвалидтарҙың “Бөркөт” район йәмғиәтенең тренажерҙар залында өйрәнгән. Өйҙә ҡатыны Земфира Нурулла ҡыҙы материалдарҙы ҡырҡырға ярҙам итә.

Юрис Кәримов ғүмер буйы профессиональ водитель булып эшләгән, алты йыл элек сир һөҙөмтәһендә аяҡһыҙ ҡалған. Хәҙер протез һәм ҡултыҡ таяғы ярҙамында хәрәкәт итә. Ҡаршылыҡтарға ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ күтәренке кәйефтә, көсө-дәрте етерлек, ти яҡташтары. Дөйөм еңеүгә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтеү өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәтә ул.

 

Фото: https://vk.com/club175284210

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: