Батыргәрәй Зөлҡәрнәев Күгәрсен (элекке - Йомағужа) районының Хоҙайбирҙин ауылында тыуған, ә бала сағы һәм үҫмер йылдары Стәрлетамаҡ районының Ҡырмыҫҡалы ауылында үтә. Хәрби булыу хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Хәрби-диңгеҙ училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң оҙаҡ йылдар һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итә, командир була. Артабан уҡыу теләге Батыргәрәй Сәлим улын Хәрби-диңгеҙ академияһына алып килә, уны ошо уҡыу йортонда эшкә ҡалдыралар. Бөгөн ул - Рәсәй Хәрби фәндәр академияһының ғәмәлдәге ағзаһы, РФ Ҡораллы Көстәренең отставкалағы контр-адмиралы.
Батыргәрәй Зөлҡәрнәев бөгөн Өфөлә үткән III Республика "Ватан көсө" форумында хөрмәтле ҡунаҡ булараҡ ҡатнаша. Беҙ хәрби ветеран менән аралашып, уның форум тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлаштыҡ.
- "Атайсал" проекты бик үҙенсәлекле һәм уның тап беҙҙең республикала башланғыс алып. тормошҡа ашырылыуы күңелдә ғорурлыҡ уята. Үҙенсәлеге нимәлә? Мәҫәлән, бынан һигеҙ тиҫтә йыл элек, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, һалдаттарға ойоҡбаш бәйләгән йәш кенә ҡыҙҙар бөгөн оло йәштәге хөрмәтле ағинәйҙәр булып, тағы ойоҡбаш бәйләй, был юлы - махсус хәрби операция яугирҙәренә. Был тарихтың ҡабатланыуы тураһында ғына түгел, Тыуған илгә һөйөүҙең, тоғролоҡтоң мәңгелек ҡиммәттәр булыуы, ауыр саҡта халыҡтың берләшә белеүе тураһында һөйләй.
Үҙемә килгәндә, күберәк социаль-гуманитар йүнәлешле эштәр менән булышам. Мәҫәлән, республикабыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр, хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү, уларға таҡтаташтар, һәйкәлдәр ҡуйыу буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһап, ошо эштәрҙе аҙағына еткереүгә үҙ өлөшөмдө индерәм. Былтыр армия генералы Мәхмүт Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулды, ул Хәрби фәндәр академияһын булдырыу нигеҙендә торған кеше. Ул - беҙҙең яҡташ, Шишмә районынан. Уның исемен мәңгеләштереү, уға бюст асыу буйынса армия генералы Мәхмүт Гәрәев исемендәге фонд менән берлектә эш башланыҡ.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.