Бишбүләктә Георгий таҫмаларынан байрам биҙәүестәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, тип яҙа “Светлый путь”.
Йәштәр йәмәғәт ойошмалары был эш менән бер бөгөн генә шөғөлләнмәй. Бишбүләктең йәш гвардиясылары һәм 1-се мәктәп ирекмәндәре Георгий таҫмаларынан байрамса биҙәүестәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, тәжрибә тупланы, күнекмәләрен арттырҙы.
Улар үҙ ҡулдары менән, күңел йылыһын һалып эшләгән бүләктәрен 9 Май байрамында Бишбүләктең үҙәк майҙанында үтәсәк сарала ҡатнашыусыларға таратырға ниәтләнә.
Байрамдар ҡотло булһын!