Башҡортостан халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамды өҙмәй.
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәүселәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмай. Күптән түгел Боҙаяҙ ауылындағы Ф. Әсәнов исемендәге мәктәбе коллективы яугирҙәребеҙгә сәк-сәк әҙерләне. Был милли аҙыҡ ауыл биләмәһенең гуманитар конвойы менән оҙатыласаҡ, тип хәбәр итте Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Мәктәп коллективы ихлас күңелдән әҙерләнгән сәк-сәктең геройҙарыбыҙҙы ҡыуандырыуына, күңелдәрен йылытыуға бер өлөш индерәсәгенә ышана.
Фото, сығанаҡ: vk.com/karmadm?ysclid=lvuqsen2vz505271634&z=photo-173018413_457276718%2Fwa