Геройҙар дәүере
9 Май 2024, 12:45

Ветеранға миҙал тапшырғандар

Ҡалала берҙән-бер ветерандың фатиры алдында шәхси парад үткән 

Ветеранға миҙал тапшырғандарВетеранға миҙал тапшырғандар
Ветеранға миҙал тапшырғандар

Ағиҙелдә 100 йәшлек ветеранға орден тапшырҙылар. 

Был ҡалала ла берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалған. 100 йәшлек Мансурйән Сөләймән улы Сөләймәновтың фатиры алдында шәхси парад үткән. Шанлы һәм данлы йылдар геройын ҡотларға ҡала хакимиәте етәкселәре, уҡыусылар, туғандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре килгән. Ҡала хакимиәте башлығы Денис Ирназаров ветеранға Шайморатов миҙалын тапшырған. Был көн уның өсөн оло әһәмиәткә эйә булыуын, аяҙ күк йөҙө һәм тыныс тормош өсөн фронтовикка рәхмәтле булыуын белдергән.

Сығанаҡ: vk.com/bstnews

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас