"Сәләм хат. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле яҡындарым, туғандарым, яугирҙәребеҙ, ҡәйнешем һәм ҡустым" тип башлаған яугиргә хатын Туймазы ҡалаһынан БР Журналистар союзы ағзаһы, "Етегән" гәзите хеҙмәткәре Гөлмирә Бикбулатова.
Ул Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн "Һаумы, яугир!" исемле видеоконкурсында ҡатнаша. Сараның асылы - махсус хәрби операция биләмәһендәге хәрбиҙәрҙе рухландырыу. Бындай хаттар тыуған өйөн, туғандарын, яҡындарын һағынған яугирҙәргә унда бик кәрәк.
Был видеояҙманы "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә ҡарағыҙ.
Фото: Гөлмирә Бикбулатованың шәхси архивынан.
Видео: БР ЖС.