Махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытҡа ялға ҡайтҡан Дим И. һәм Ҡырҙас ҡыҙы Зарина Эшчанова ғаилә ҡорҙо.
Дим Тал Ҡусҡары мәктәбен тамамлағас, Мәләүездә кадет корпусында уҡып белем ала. Артабан Новосибирск ҡалаһында хәрби училищены тамамлағандан һуң, Благовещенск ҡалаһына хәрби хеҙмәткә йүнәлтелә. Үткән йылдың ноябрендә лейтенант званиеһында булған Әбйәлил егете үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана.
Йәш ғаиләгә бәхет теләйбеҙ һәм Димдең иҫән-һау, Еңеү менән тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.
Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзитенән