Борай районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Фәрит Рәшит улы Хужин махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән бәйләнештәре, уларға ярҙам саралары тураһында һөйләгәндә ошо эштең уртаһында даими ҡайнаған ярҙамсыларҙы рәхмәт тойғоһо менән телгә алды. Шуларҙың береһе – Борай егете, эшҡыуар Айҙар Ғарипов.
”Алғы һыҙыҡҡа гуманитар ылау әҙерләгәндә эшҡыуарҙар ныҡ ярҙам итә. Айҙарҙың районда ике автосервисы эшләй. Меценаттар иҫәбенә алынған УАЗ машиналарын ул үҙе ремонтлап, зонаға ебәреү өсөн әҙерләй. Был – беҙҙең өсөн бик ҙур ярҙам. Әлеге көндә 200-ҙән ашыу егетебеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Яугирҙәрҙең заявкаларын тулыһынса үтәйбеҙ. 25 генератор, бензин менән эшләүсе бысҡылар, тепловизор, квадрокоптер, 50 рация, инструменттар ебәрҙек, яу яланында артыҡ әйбер булмай ул”, – ти етәксе.
Эшҡыуар Айҙар Ғарипов беҙҙең күптәнге танышыбыҙ. Махсус хәрби операция иғлан ителгән көндәрҙә уның эшмәкәрлеге менән осрашырға, автомаркет һәм кофейняһында булырға тура килгәйне. Ошо ваҡытта уҡ уның мобилизацияланған класташы менән көн дә аралашып тороуын, яугирҙәрҙең үтенестәрен ҙур теләк һәм ихласлыҡ менән үтәүен белә инек. “Класташың, Марат дуҫың, ни хәлдә? Ялға ҡайтҡаны юҡмы?” – тәүге һорауыбыҙ эшҡыуарҙың йән дуҫы тураһында булыуы юҡҡа түгел. “Ватанды һаҡлау – дөйөм бурыс. Улар бөгөн һыуыҡ окопта, беҙ – тыуған еребеҙҙә. Егеттәребеҙгә барыбыҙға ҡарағанда ла ауырыраҡ, ҡулдан килгән бөтә ярҙамды күрһәтергә тейешбеҙ”, – тигәйне ул тәүге осрашыуҙа. “Онотмағанһығыҙ икән, – тип йылмайҙы Айҙар. – Эйе, класташым март айында ялға ҡайтып китте, күрешеп һөйләштек. Әле лә хәбәрләшәбеҙ”.
Эшҡыуарҙың шәхси тормошонда ла, эшендә лә һиҙелерлек үҙгәрештәр булған. Иң шатлыҡлыһы, йорттарын йәмләп, ҡыҙы Айгизәгә иш булып, улы Асман тыуған. Һуңғы ваҡытта санкцияларҙың баҫымы һиҙелеүен дә йәшермәне эшҡыуар. “Элек 80 һум торған шестерня хәҙер 600 һум тора. Кәрәкле деталдәрҙе эҙләп табыу өсөн интернетта өҙлөкһөҙ эшләйбеҙ. Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ҡайһы саҡта өмөт аҡланмаһа, сифатһыҙ запчасть алһаҡ, борсолорға ла тура килә. Ә тәүәккәлләмәй мөмкин түгел. Ҡыуаныслы хәлдәр ҙә булып тора. Мәҫәлән, былтыр май менән бәйле ҙур проблема тыуғайны. Лукойл, Газпром, Роснефть компаниялары май етештереү буйынса заводтар асҡас, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде”, – ти егет.
Айҙар Рәзиф улының фиҙакәр хеҙмәте, тыуған яҡ тормошонда янып-көйөп эшләүе, ”Атайсал” проектында әүҙем ҡатнашыуы район хакимиәте етәкселәре, Башҡортостан Башлығы, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. 2022 йылда республикала үткәрелгән “Йылдың һалым түләүсеһе” конкурсында диплом менән бүләкләнгән.
Әлеге көндә предприятие 13 кешене эш менән тәьмин иткән. Хеҙмәт хаҡы зарланырлыҡ түгел, ти егеттәр. Ике яҡташтарын ремонт эшенә өйрәтеп алғандар. Яугирҙәргә гуманитар ылау әҙерләү, кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн тиҙ генә кәңәш ҡороу талап ителгәндә, Айҙар Ғарипов чаттарында теркәлгән 49 эшҡыуарға мөрәжәғәт итә. “Улар – иң әүҙеме, иң ышаныслыһы. Һәр береһе менән һөйләшеп килешергә була. Егеттәр ниндәй генә үтенес, мәшәҡәт килеп сыҡмаһын, барыһын да йылдам хәл итергә күнеккән. Яңыраҡ ике тепловизор алып, ялға ҡайтҡан яугир артынан ебәрҙек. Элемтәне көсәйтеүсе спутник антеннаһы һорағайнылар, яугирҙәрҙең был үтенесен дә үтәнек”, – ти ул.
Заман бөгөн барыбыҙҙы ла сыҙамлыҡҡа, ихтыяр көсөнә һынай. Бәхеткә ҡаршы, илебеҙ бер ҡасан да ҡаһарманлыҡҡа – ҡалҡандай Ватанын һаҡлаған яугирҙәргә лә, тыл батырҙарына ла мохтаж булманы, бөгөн дә улар беҙҙең арала.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.