Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла булған яугирҙәргә 25 - се ылау оҙатылды. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Сираттағы 25-се гуманитар йөк МХО зонаһына оҙатылды.
Күп кенә баймаҡтар йөрәк саҡырыуы буйынса Рәсәй һалдаттарына һәм офицерҙарына ярҙам итә, гуманитар ярҙам ебәрә һәм дөйөм еңеүгә үҙ өлөшөн индерә. Беҙҙең яугирҙәргә 3 «Урал» мотоциклы, «Нива» автомашинаһы, мунса һәм башҡа әйберҙәр ебәрелде. Яугирҙарыбыҙға яҡташтарыбыҙҙың ярҙамы, күңел йылыһы, хәстәрлек һәм иғтибар бик мөһим. Хәрбиҙәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарҙың барыһына ла ҙур рәхмәт", -тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән