“Өфө-Арена” алдындағы майҙанда “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының хәрби хеҙмәткәрҙәре өйҙә ял иткәндән һуң частарына юлланды.
Яугирҙәрҙе оҙатырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан Республикаһы Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов, Башҡортостан Республикаһы хәрби комиссариаты бүлексәһе начальнигы Егор Ефремов, Өфөнөң Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Базгутдинов, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Илмар Әлмөхәмәтов һәм башҡалар килде.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов хәрбиҙәргә изге теләктәрен еткерҙе.
– Һеҙгә сикһеҙ ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә теләйем. Бөгөн бөтә республика, ғаиләләрегеҙ менән һеҙҙе ҡыҫҡа ваҡытлы ялығыҙҙан һуң оҙатабыҙ. Һеҙ ысын батырлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө булып тораһығыҙ. Белегеҙ, егеттәр, һеҙ хеҙмәт иткәнсе, республика туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ хаҡында хәстәрлек күрәсәк, — тине ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы тәүге тапҡыр уҙған йылдың август аҙағында, хәрби әҙерлек үткәндән һуң, алғы һыҙыҡҡа юлланды. Ирекмәндәр подразделение ағзалары бер нисә тапҡыр алышта батырлыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, Ирек Сәғитов тантаналы рәүештә өс яугиргә бурыстарҙы уңышлы үтәгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тантана барышында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ректоры вазифаһын башҡарыусы Илмар Әлмөхәмәтов хәрби хеҙмәткәрҙәргә “Һалдат йыры”н тапшырҙы, унда Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы яратҡан йырҙар, шулай уҡ заманса патриотик йырҙар, шул иҫәптән 31-се полктың “Башҡортостан” маршы ингән.
Бынан тыш, “Ҡатын-ҡыҙҙар бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы проекты авторы Каринэ Хәбирова һәм Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә йылы теләктәр менән махсус открыткалар әҙерләгән.
Егеттәрҙең Еңеү менән тыуған ерҙәренә ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/ufacenter.