Геройҙар дәүере
7 Июнь 2024, 13:30

Еңеү хаҡына тырышлыҡ

Гуманитар йөк әҙерләүҙә әүҙем ҡатнашалар

Еңеү хаҡына тырышлыҡЕңеү хаҡына тырышлыҡ
Еңеү хаҡына тырышлыҡ

Иглин районының Ҡалтыман ауыл биләмәһе башлығы Флорида Мосейчук менән былтыр “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” конкурсын ойошторған саҡта танышҡайным. Шул мәлдән уның үҙенә ышанып тапшырылған биләмәләге эшмәкәрлеген күҙәтеп барам һәм ҡалтымандарҙың уңғанлығына һоҡланам.

Ауыл биләмәһендә төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек алып барыла, шул иҫәптән махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам итеү ҙә ойошто[1]рола. Ҡалтыман ауыл биләмәһендә ирекмәндәр штабы, ирекмәндәр буш булған ваҡытта, киске сәғәт 7-нән төн уртаһына тиклем эшләй.

– Беҙ хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ өсөн 219 мас[1]кировка селтәрен үрҙек, 4,8 мең окоп шәмен, дүрт меңдән ашыу ҡоро душ, 300 банка дауалау майы эшләнек. Яугир[1]ҙәребеҙҙең башҡа көнкүреш әйберҙәренә лә ихтыяжы бар[1]лығын аңлайбыҙ, – ти штаб етәксеһе Флорида Мосейчук.

Киләһе гуманитар ылау менән ебәреү өсөн кер йыуыу машинаһы, ойоҡбаш һәм йыуғыстар, һарымһаҡ, тәмләткестәр менән 70 килограмм иретелгән май, шулай уҡ өй һалмаһы әҙерләгәндәр. Ҡалтыман халҡы өсөн хәрбиҙәргә ярҙам итеү бик мөһим, сөнки ауылдан 10 егет махсус хәрби операцияға киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсәүһе һәләк булған.

Ирекмәндәр штабында әле туғандары махсус операцияла ҡатнашҡан кешеләр күп – Ватан һаҡсыларының әсәйҙәренә, ҡатындарына, һеңлеләренә уртаҡ эште берҙәм алып барыу еңелерәк, һәр кем бер-береһе өсөн борсола, бер ғаиләләй татыу йәшәйҙәр.

Штаб әүҙемселәренең береһе – Ирина Сергеева партияның урындағы бүлексәһе етәксеһе булып туғыҙ йыл эшләй. Был ваҡыт эсендә бер нисә тапҡыр Рәсәй Президенты дипломы һәм Республика Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Бөгөн урындағы бүлексәлә 1607 ағза һәм 74 партия яҡлы кеше иҫәпләнә.

Эйе, берҙәм булғанда ғына еңеүгә өлгәшергә мөмкин. Ҡалтымандарҙың да һәр үргән маскировка селтәре һалдаттарыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡала, еңеүҙе яҡынайта.

Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһенең сайтынан алынды.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас