Һүҙемде бер аҙ алыҫтан башлайым. Махсус хәрби операция биләмәһенә барғас, төрлө позывнойлы егеттәр менән таныштыҡ. Нимәһе бер аҙ аптыратып та ҡуйғайны: “Башҡорт” (“Башкир”) позынойын төрлө милләт вәкилдәре ала. Бигерәк тә рустар һис икеләнмәй “Башҡорт” булып йөрөй. Был берҙән, башҡорт халҡының яугир асылын таныу булһа, икенсенән, Пензанан килгән бер ир-уҙаман әйткәнсә, Башҡортостан Республикаһының был һуғыштағы яугирҙарға мөнәсәбәтенә һыйыныу сараһы ла. Ул һис аптырамайынса: “Һеҙҙең Башлығығыҙ яугирҙарҙы бик ныҡ ҡеүәтләй бит. Әлбиттә, позывной һайлағанда был хаҡта ла уйланым! Шуға ла “Башҡортостан” полкына ҡушылдым.” – тине ул.
2025 йылды ҡаршылаған кистә Үҙәк федераль каналдарҙың береһендә “Башкир” позывнойлы башҡорт егете Рәсәй халҡын Яңы йыл байрамы менән тәбрикләне. Был сюжетты күптәр ҡыҙыҡһынып ҡараны, төрлө социаль селтәрҙәргә һалды. Тамырҙары менән Архангель районынан булған Мөҙәрис Асылбаев хаҡында мәғлүмәтте миңә “Тринадцатый” еткерҙе. Рәхмәт, ысын мәғәнәһендә ғорурланырлыҡ ҡустығыҙ. Әйткәндәй, ул берәү генә түгел, ике егет улар. Икеһе хаҡында ла яҙма тәҡдим итәм.
Беренсе әңгәмәсем – гвардия старшина, Т-72 танк командиры, танкист, ике тапҡыр Ҡаһарманлыҡ ордендары, Суворов миҙалы һәм РФ Хәрби көстәре главнокомандующийы рәхмәт хаты менән
Бүләкләнгән Мөҙәрис Асылбаев атлы егет бөгөн махсус хәрби операция билмәһендә. Ул үҙе теләге менән юлланған. Өс туған ҡустыһының һәләк булыуы, уны бик ныҡ тетрәндергән.
Мөҙәрис менән әңгәмәне лә телеграмм аша, ул бушаған арала эшләнек. Иҫ киткес тәүәккәл, ғәмәлдәренән дә, һүҙенән дә саялыҡ бөткөлөп торған яҡташыбыҙ Архангел районының Тәүәкәс ауылында башланғыс мәктәпте тамамлаған. Нефтекама ҡалаһында хәрби йүнәлешле мәктәп-интернатта, Иглин районының Ләмәз мәктәбендә, Өфө машиналар төҙөү колледжында белем алған. 10 йәшенән үгәй атаһы Рафаиль һәм әсәһе Әлфирә тәрбиәһендә үҫкән улар һеңлеһе Лилиә менән. Шуға күрә егет тәрән ихтирам менән ата-әсәйемә рәхмәт, тип әйткәндә береһен дә айырмай телгә ала.
Нимәһе ҡыҙыҡлы, Мөҙәристең исеме лә әрме сафынан килә икән. Хәрби хеҙмәттә атаһы Ғәфүр дуҫ егетенә: “Улым тыуһа, һинең исемде ҡушам!” – тип вәғәҙә итә һәм һүҙендә тора ла. Донъяға яралғанынан алып малай хәрби хеҙмәттең мөхите менән сорналған булған.
Тамырҙарына күҙ һалһаҡ, Баҙран ҡарттың тоҡомдары араһында ил тойғоло ир-егеттәр етәрлек. Бүләһе Хисмәтулланың ейәндәре яугирҙар – Мөхәмәтулла ла, Аҫылбай ҙа, Яҡшыбай ҙа яуҙа ҡатнашҡан. Алсынбай олатаһы снайпер булған. 2018 йылдан егет әрме сафына юллана, ә инде 2019 йылда Оборона министралығы менән контракт төҙөй. 2022 йылдың 1 майында махсус хәрби операцияға юллана. Ул бөгөн танк ғәскәрҙәре составында БПЛА взводында.
- Нисек хәлдәрең, Мөҙәрис?
- Һәйбәт. Хәрбиҙәрсә.
- Эш араһында һорауҙарға яуап бирһәң, яҡшы булыр ине.
- Ҡайтҡас эшләйек әңгәмәне. Телефон аша бер ҙә улай аралашҡан юҡ. Өс тапҡыр интервью алдылар, өсөһөндә лә журналист ҡаршымда ултырҙы. Әйҙәгеҙ, мин отпускка ҡайтайым һәм күрешеп һөйләшербеҙ. Ә былай нимәлер яҙып, аудиолар яҙҙырып ултырырға ваҡыт юҡ. Һәр саҡ һеҙгә кәрәк булғанда бәйләнештә булмауым да ихтимал.
- Ҡайтҡас та эшләрбеҙ. Ә быныһы яу ҡырынан, өҙөк-өҙөк аралашыу аша барыуы менән ҡәҙерле. Ваҡытың булғанда яуап бир, мин көтөрмөн. Текст башҡортса буласаҡ. Башҡортса уҡыйһыңмы?
- Уҡыйым да, аңлайым да, һөйләшәм дә.
- Ни өсөн һорайым, Яңы йыл менән Үҙәк канал аша ҡотлағанда, русса телмәрең бик матур ине, таҙа һөйләшәһең. Ике телде лә яҡшы беләүең – хуп!
- Рәхмәт!
- Отпуск ҡасан?
- Әйтә алмайым. Фронт линияһы алға күсә бара, шуға аныҡ ҡына даталар әйтеүе ауыр. Барыһы ла тиҙ алышына. Беҙ 2022 йылда инә алмаған ерҙәрҙә бөгөн Рәсәй подразделениелары тора. Юғалтҡан ауыл, ҡасаба, ҡалаларҙы кире ҡайтарып алдыҡ. Новодаровка, Ровнополь бөгөн беҙҙекеләр ҡулында.
Өфөлә буласаҡмын, Алла бирһа. Эске эштәр министрлығы институтында курсанттарға бер нисә дәрес бирәһе бар. Шунда ла күрешербеҙ.
- Нимә ул һинең өсөн шәхсән махсус хәрби операция?
- Махсус хәрби операция бөтә донъяға Рәсәйҙең ҡеүәтен күрһәтте. Берҙәмлеген танытты. Хатта һис уйлаған кешеләрҙең ил тойғоло булыуын, эсендә, булмышында ватаны ғәме асылыуын күрһәтте. Беләһегеҙме, миңә һинең ҡулыңдан бер нимә килмәй, һинән кеше сыҡмаясаҡ, тип әйткән кешеләр булды. Ә мин бала саҡтан хәрби булырға хыялландым. Иң ҙур теләгем – Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнашыу ине. Мине баһаламаған кешеләр хаталанған булып сыҡты.
- Шулай. Һин былтыр Мәскәүҙә махсус хәрби операция яугирҙары составында Ҡыҙыл майҙанда 9 майҙа парадта ҡатнаштың.
- Эйе, булды ундай хәл. Иҫ киткес һыуыҡ көн ине, буранлап торҙо хатта, ә беҙ хәрби рубашкаларҙабыҙ һәм бронежилет кейгәнбеҙ. Ныҡ һалҡын булғанлыҡтан мин: “Беренсе батальон – алға, ҡалғандар – уңға!” тигән команданы шундай итеп көттөм. Йылынырға кәрәк бит инде.
Унда минең өсөн шуныһы ла ҡыҙыҡлы булды – беҙ ир-егеттәр бер-беребеҙ менән сәтәкәй бармаҡтар менән етәкләшкән килеш хәрәкәт итәбеҙ. Мин тәүге тапҡыр Ҡыҙыл майҙанға аяҡ баҫтым. Иң беренсе ата-әсәйем алдында ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙем. Улар мине телевизорҙан күрәсәк, тигән уйҙан күңелдә шундай рәхәтлек тойғоһо уянды. Мине тыуҙырған атайым был көндө күрә алманы инде, ул 2022 йылда вафат булып ҡалды. Әммә тәрбиәләгән атайым менән әсәйемә был тормошта минең дә нимәлер ҡулымдан килә, һеҙ һоҡланырлыҡ эштәр эшләй алам, тип әйтә алам.
- Кем ул ысын ир-егет?
- Дөрөҫөн әйткәндә, минең өсөн бөгөн ысын ир-егет – ул яу ҡырындағылар. Әлбиттә, тылда эш күп. Һәр кем үҙ майҙанында үҙ бурысын үтәһен. Ә беҙ хәрбиҙәр – унда кәрәк.
- Һинеңсә, кем ул иң оҫта яугир?
- Александр Прохоренко.
- Уны шәхсән белә инеңме?
- Юҡ шул. Белмәүем бик йәл. Махсус хәрби операцияла иң көслө яугир – ул “Алеша” танкының экипажы, тип әйтә алам тағы ла. Уларҙың командиры менән шәхсән танышмын. Бергә хеҙмәт иттек. Экипажда улар өс кеше. Мин улар менән бер блиндажда йәшәнем. “Алеша” – ысын мәғәнәһендә иң көслө экипаж. Уларҙың яуға сығыуын белеү менән дошман танктары кире сигенә. Хәҙер яуҙар икенсе төрлөрәк, беҙ күберәк һөжүм итәбеҙ.
- Саша Прохоренконың шәхесендә һине нимә тетрәндерә?
- Ул үҙендә көс табып, дошманды үҙенә ут асыуға дусар иткән. Эйе, был һуғыш, беҙҙең һәр беребеҙ ҡайҙа һәм нимә өсөн килгәнен аңлай. Әммә арала шуны аңлау менән бергә аңлы рәүештә ил өсөн шундай аҙымға барған егеттәр булыуы – ғорурлыҡ тойғоһо уята.
- Бөгөн фронтта тактик йәһәттән үҙгәрештәр бармы?
- Оптоволокно системаһы – ул пилот менән идара итеү ҡоролмалары араһында урынлаштырған система. Оптоволокно кабелдәре аша электр йәки электрон сигналдар ебәрелә. Проводтар аша “осабыҙ”. Оптоволокноға күстек. Радиоэлектрон система хатта уны туҡтата алмай. Идара итеү ҙә, видео ла проводтар аша бара. Сымдар ныҡ, уларҙы өҙөүе еңел түгел. Дрон ҡайсы менән осорға тейеш был проводты өҙөр өсөн. Йәнә лә уны бер нимә менән дә туҡтатып та булмай. Туҡтатырға уйлаған хәлдә лә туранан-тура дрон менән эләгергә кәрәк.
- Бөгөн һинең яуҙағы хеҙмәтең нимәнән ғибәрәт?
- Бөгөн мин БПЛА взводында, “ҡошсоҡтар”ға ҡаршы взводта. Радиоэлектрон ҡоролмаларҙы урынлаштырыу менән шөғөлләнәм. Алғы һыҙыҡҡа сығабыҙ. Танк экипажының яҙмышы – минең ҡулда. Һауанан һөжүм булмаһын өсөн дә һаҡта торам. Танкты яҡшы белеүем РЭБты урынлаштырғанда ярҙам итә: мин нимә ҡайҙа һәм нисек икәнен беләм. Тәжрибә етәрлек танкта хеҙмәт буйынса. Әммә был һуғыш: танк аҫтына нимә килеп керерен, өҫтә “ҡошсоҡтар” ҡайһы яҡтан осоп килерен алдан күҙаллап булмай. Ләкин тәжрибә менән килгән оҫталыҡ алға барырға ярҙам итә.
Бер мәл саҡ яраланмай ҡалдым. Эвакуация отделениеһы командиры булған саҡта беҙҙең машинаға FPV-дрон менән һөжүм иттеләр. Машина янып китте. Уны һүндерҙек, бер төн шунда ултырып сыҡтыҡ. 155-се калибр менән генә лә 19 тапҡыр “прилет” булды. Береһе лә машинаға теймәне. Биш-ун метр тирәләй беҙҙең янда тәрән соҡорҙар хасил булды был һөжүмдәрҙән. Икенсе көндө беҙҙең арттан икенсе эвакуация машинаһы килде. Улар машина тирәләй соҡорҙарҙы күреп, беҙҙең иҫән ҡалыуыбыҙға таң ҡалды. Шундай хәлдәр ҙә була.
- Тимәк, һуғышта ла мөғжизәгә урын бар?
- Бар ғына түгел, күп тапҡырҙар минең менән шулай булды. Бер позицияларға сыҡтыҡ һәм украин пулематтары беҙгә ҡаршы ут асты. Ике пулемет ике яҡтан “еппәрә” генә. Беҙ ике кеше тау өҫтөндә ятабыҙ, пулялар, патрондар янға килеп төшә, әммә беҙгә теймәй. Мин белгән доғаларымды уҡый башланым, аяҡҡа теймәһә генә ярар ине, тим. Аяҡҡа тейһә, йүгерә алмаясаҡмын бит. Беҙ торҙоҡ та йүгерә башланыҡ. Нимә булғандыр инде ул, белмәйем, әммә беҙ ике пулеметтан ҡасып ҡотолдоҡ.
Тағы ла бер шундай хәл булды. Яралы һалдатты алып сығып барғанда, минометтан аттылар. Ул һыҙғырып тороп осоп минең янға метр ярым тирәһендә килеп төштө. Килеп төштө лә ергә ҡаҙалды. Шартламаны. Повезло!
- Ҡаһарманлыҡ ордендары менән бүләкләнгәнһең. Һөйләп кит әле тарихтарын?
- Беренсеһе разведка өсөн бирелде. Уңышлы эшләнде, бөтәһе лә иҫән сыҡты, үҙем дә яраһыҙ сыҡтым. Полк командиры шунда уҡ рапорт яҙҙы. Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләп, разведка ротаһына күсерҙеләр.
Икенсеһенең тарихы ла оҙаҡ көттөрмәне. Ни бары ике аҙна уҙғас, беҙ алышҡа сыҡтыҡ. Ҡаршы яҡтың казармаларын таҙартыҡ. Кәрәкле урынға барып еткәс тә дошман беҙҙе көтөп тороуы һәм икенсе урындан һөжүм итә башлауы асыҡланды. Таннка ҡаршы гранаталар менән ташландылар. Командир яраланғас та взвод командиры бурысын үҙ өҫтөмә алдым. Алты саҡырым араны шыуышып барыбыҙ ҙа имен сыға алдыҡ. Икенсе орденды ошонан һуң бирҙеләр.
- Нимәнән оялаһың?
- Төшөнкөлөккә бирелеүҙән һәм ата-әсәйем алдында оятҡа ҡалыуҙан.
- Ҡурҡаһыңмы?
- Иҫәр кеше генә ҡурҡмайҙыр ул. Һуғыш – ул ҡурҡыныс. Әммә ир-егеттең ил алдында бурысы бар, беҙ уны атҡарып сығырға тейеш. Күңелдә болоҡһоу булып киткәндә, өйҙө, атай-әсәйҙе, матур мәлдәрҙе иҫкә алам. Үҙеңдә ҡурҡыуҙы еңә белергә лә кәрәк. Һуғыш быға өйрәтә.
- Яратҡан фильмың?
- “На краю бездны” киноһын яратып ҡарайым.
- Кешеләрҙә ниндәй сифаттарға өҫтөнлөк бирәһең?
- Изге күңеллелек һәм ғәҙеллек.
- Әңгәмәне баҫып сығарыр өсөн фотоларың да кәрәк буласаҡ!
- Һеҙ миңә шул рәүешле кәләштәр табып бөтөрһөгөҙмө икән? (көлә.)
- Өйләнмәгәнһеңме ни?
- Айырылыштыҡ. Әлегә минең өҫтә бер бурыс – Еңеүҙе яҡынайтыу. Ғаилә ҡороу тураһында уйламайым да, сөнки башта ныҡлы нигеҙ кәрәк. Эшләйһе эштәр ҙә етәрлек, үҙегеҙ аңлап тораһығыҙ.
- Киләсәккә пландарың бармы?
- Юҡ, мин бер нимә лә планлаштырмайым. Иртәгә нимә булаһын берәү ҙә белмәй. Бөгөн минең алда бурыс бар, беҙ шуны үтәйбеҙ.
Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.
Фото: Мөҙәрис Аҫылбаевтың шәхси архивынан.