Геройҙар дәүере
10 Июня 2024, 17:30

Бөтә ялыуҙар тикшереләсәк, әммә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк

“Фактчекинг по-башкирски” республикалағы көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Был юлы МХО яугирҙәренең ҡатындарының һәм яҡындарының видеомөрәжәғәтенә аңлатма бирелде. 

Бөтә ялыуҙар тикшереләсәк, әммә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәкБөтә ялыуҙар тикшереләсәк, әммә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк
Бөтә ялыуҙар тикшереләсәк, әммә хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәк

“Бәйләнештә” селтәрендәге һәм Телеграмдағы “Фактчекинг по-башкирски” берләшмәһе һәм каналы (https://vk.com/bashfck  һәм https://t.me/bashFCK) республикалағы көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы ваҡытында һәм дөрөҫ итеп яҡтыртыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Интернет селтәрендәге берләшмәләрҙә һәм тг-каналдарҙа Башҡортостан Республикаһынан бер төркөм мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм туғандарының коллектив мөрәжәғәте яҙылған видеояҙма таралды. Видеороликка төшөүселәр подразделение командирҙарының уларҙың ирҙәренә ғәҙел булмаған мөнәсәбәтенә ризаһыҙлыҡ белдереп, ил Президентына һәм республика Башлығына мөрәжәғәт итте. Әлеге ваҡытта видеояҙма күпселек ресурстарҙан юйылған, шулай ҙа украин телеграм-каналдары ҡуланмаясаҡ тигән ышаныс юҡ.

Беҙ бөгөн мөрәжәғәт иткән граждандарҙың бер төркөмө менән “Ватан һаҡсылары” фонды ҡатнашлығында Стәрлетамаҡта осрашыу үткәрелеүе тураһында мәғлүмәт алдыҡ. Осрашыуҙа республика Башлығының хәрбиҙәр менән хеҙмәттәшлек буйынса советнигы Алик Камалетдинов ҡатнашҡан.

Ул белдереүенсә, видеомөрәжәғәттә яңғыраған бөтә ялыуҙар буйынса тейешле органдар тарафынан тикшереү үткәреләсәк. Ошоға ярашлы республика етәкселеге тарафынан Рәсәй Оборона министрлығына мөрәжәғәт ебәреләсәк.

Республика Башлығы советники билдәләүенсә, республикала төбәк халҡының МХО-ла ҡатнашыусыларға бәйле барлыҡ һорауҙарын төбәк етәкселегенә еткереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә булдырылған. Әлеге ваҡытта власть органдарының рәсми ҡабул итеүҙәренән тыш, “Ватан һаҡсылары” фонды, Ватан хәрбиҙәре ғаиләләре комитеты, МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре эшләй. Шулай уҡ муниципаль берәмектәрҙең башлыҡтарына мөрәжәғәт итергә мөмкин, улар беҙҙең яҡташтар хеҙмәт иткән хәрби подразделениелар менән бәйләнеш тота.

Ил законында ҡаралғанса, личный составтың хәүефһеҙлеге хаҡына дисклокация, хәрби подразделениеларға һәм хәрбиҙәргә ҡағылышлы мәғлүмәттәрҙе асыҡтан-асыҡ әйтеү ҡәтғи тыйыла. Украинаның махсус берләшмәләре тарафынан был мәғлүмәттәр хәрби маҡсаттан тыш, диверсиялар ойоштороу, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларынан һәм яҡындарынан аҡса алыу маҡсатындағы мутлыҡтар ҡылыу өсөн ҡулланылыуы бар.

Сығанаҡ: https://vk.com/bashfck

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас