Геройҙар дәүере
12 Июнь 2024, 12:15

Йырсы- яугиргә юғары исем бирелде!

Фларид Бирғәлинде ҡотлайбыҙ!

Йырсы- яугиргә юғары исем бирелде!Йырсы- яугиргә юғары исем бирелде!
Йырсы- яугиргә юғары исем бирелде!

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай концерт-театр берекмәһенән махсус хәрби операцияға тиҫтәнән ашыу ир-егет алынғайны. Улар араһында талантлы йырсы Фларид Бирғәлин дә бар. Ул бөгөн Рәсәй Оборона министрлығының беренсе фронт ижад бригадаһына алынған һәм һалдаттарға үҙҙәренең йыр-моңдарын өләшә, уларҙың күңелдәрен күтәреп, бригада составында яу яландарында сығыш яһай.

Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Сибай концерт-театр берекмәһенең вокал артисы, әлеге көндә алғы һыҙыҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Фларид Бирғәлин «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы»  тигән маҡтаулы награда алды.

Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ һалдаттарҙың имен-һау ҡайтыуын, донъяла тыныслыҡ урынлашыуын теләйбеҙ һәм Фларид Бирғәлиндең Сибай сәхнәләрендә ҡайтанан сығыш яһауын көтөп ҡалабыҙ.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас