Был хаҡта Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Баймаҡ ҡалаһы 3-сө мәктәбенең 9в класы уҡыусылары сығарылыш кисәһен үткәреү өсөн ата-әсәләре бүләк иткән аҡсаларын МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеп бирергә ҡарар иткәндәр. Тамерлан Ғәлиәхмәтов, ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдереүсе яугирҙәрҙең видеоһын ҡарап, ул да ярҙам итергә уйлай һәм идеяһын синыфташтарына тәҡдим итә. Был аҡсаға, нимә кәрәген яугирҙәр менән кәңәшләшеп, бензобысҡы менән самауыр ебәрергә һөйләштек.
Һеҙгә, балалар, изге эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Яҡшы уҡыу һәм бөтә пландарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем", - тип яҙған Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Афарин, уҡыусылар!
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.