Баймаҡ районының Тубә ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугиргә "Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында"ғы Федераль закон сиктәрендә фатир асҡысы тапшырылды. Был хаҡта район башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә.
"Түбә ауылынан «Казах» ҡушаматлы МХО-ла ҡатнашыусы яугиргә «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар тураһында»ғы Федераль закон сиктәрендә фатир асҡысы тапшырҙым.
Бындай ҙур ваҡиға менән уны ихлас ҡотлайым, тиҙ арала иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләйем", -тип яҙған район хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы.
Тиҙерәк һуғыш тамамланып, яугирҙәр үҙ йорттарында иҫән - һау әйләнеп ҡайтһын!
Фото: Айнур Юлдашбаев