Дыуан район советы секретары Владимир Мешавкин – махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ошо төбәктән тәғәйенләнгән ярҙамдың төп ойоштороусыһы. Гуманитар ылауҙы оҙатып, үҙе дүрт тапҡыр Донбассҡа барып ҡайтҡан.
Владимир Иванович әйтеүенсә, махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә ярҙам итеү йүнәлешендә эш тынмай.
2022 йылдың декабрендә тәүге ылау менән “УАЗ” автомобиле ебәргәндәр.
Бер аҙҙан ойоштороу эштәре лә яйға һалына. Владимир Иванович ошо маҡсатта төркөм төҙөй, тәүҙә бер нисә кеше генә булһа, хәҙер уларҙың һаны 200-гә еткән. Унда етәкселәр ҙә, ябай кешеләр ҙә, хаҡлы ялдағылар ҙа байтаҡ. Уларҙың барыһын да уртаҡ бурыс – яргирҙәргә ярҙам итеү маҡсаты берләштерә. Тап ошо төркөмдә һалдаттарға нимәләр кәрәклеге, ҡасан гуманитар ылыу ебәреләсәге – барыһы ла хәбәр ителә.
– 2022 йылдан алып беҙ 64 автомобиль, бер күсмә йылы вагон, 1,5 мең кубометр күләмендә, йәғни 65 йөк ағас материалы оҙаттыҡ. Таҡта, бурсалар – барыһы ла окоп, блиндаждар эшәү өсөн кәрәк. Һалдаттарыбыҙға тепловизорҙар, квадрокоптерҙар ҙа алынды. Ай һайын гуманитар ылау ебәреп торабыҙ. Һуңғы ылауҙы 15 майҙа оҙаттыҡ, июндә лә планлаштырыла, – ти әңгәмәсем.
Ваҡыт үткән һайын эште ойоштороу ҙа камиллаша, төрлө йүнәлеш буйынса тармаҡлана. Мәҫәлән, медицина буйынса айырым кеше яуаплы. Һалдаттарҙан медицинаға ҡағылышлы заявка килеп төшөү менән был һорауҙы уға йүнәлтәләр. Маскировка селтәрҙәре менән шөғөлләнеүселәр ҙә бик әүҙем эшләй. Әле тепловизорҙарҙы үткәрмәй торған 3х6 метр ҙурлығындағы 620-ләп маскировка селтәре үрелгән, шул уҡ ваҡытта 10х15 метрлыҡтарын да эшләгәндәр. Районда 13 ауыл биләмәһе, шуларҙың 12-һендә селтәр үреү ойошторолған.
Был йәһәттән хаҡлы ялдағыларҙың да әүҙемлеген билдәләп үтеү мөһим. Окоп шәмдәре, ҡоро душ, аҙыҡ-түлек әҙерләү булһынмы – береһенән дә ситтә ҡалмайҙар. Ошо рәүешле һәр береһе уртаҡ эшкә үҙ өлөшөн индерә.
Яугирҙәргә генә түгел, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье мәктәптәренә төҙөлөш материалы, уҡыу әсбаптары алып барғандар.
– Күп яугирҙәр ялға ҡайтҡанда район хакимиәтенә килеп, рәхмәт әйтеп китә. Һалдаттарға ярҙам итеүҙең мөһимлеген аңлау мөһим бөгөн. Еңгәнгә тиклем ярҙам итәсәкбеҙ. Дыуандар үҙҙәренекен ташламай, – тигән рухлы һүҙҙәр менән тамамланды әңгәмәбеҙ.
Дыуандарҙағы рух ныҡлығына һөйөндөк. Ошондай замандаштарыбыҙ булғанда, еңеү оҙаҡ көттөрмәҫ.
Автор фотоһы.
Дыуан районы.