Геройҙар дәүере
21 Июнь 2024, 13:30

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Табип ниндәй булырға тейеш? 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Бала сағында табип булырға теләмәгән ҡыҙ һирәктер ул. Һәр хәлдә мин белгәндәр араһында күптәр ошо һөнәрҙе һайларға теләй торғайны. Мин дә шул иҫәптән. Яҡын кешем ауырығас, үҫкәс табип булам да уны дауалайым, тип уйлай торғайным. Нисектер был һөнәр эйәләре үҙҙәре бер башҡа мөғжизәле йән эйәләре кеүек ине. Улар кешене тыңлай, уның хәленә инә белә. Ауырыуҙың бар хәлен аңлап, бөтә күңелең менән ярҙам итергә тырышыу ғына ла сирленең торошон еңеләйтеп ебәрә торғандыр инде. Ә бына күпме эске көс, мәрхәмәт кәрәк көн һайын ошондай сүрәттә булыу өсөн?! Уйлаһаң, иҫ китерлек бит.

“Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”

Красный Лучтағы табиптар менән осрашҡандан һуң гел ошо хаҡта уйланым. Әлеге лә баяғы, киң билдәле риүәйәттәр иҫкә төшөп, улар тап беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре кеүектәрҙең хеҙмәтенән сығып тыуғандыр, тинем.

Бер уҡытыусы табип  уҡыусыһының “Дауалаусы ниндәй булырға тейеш?” тигән һорауына былай тип яуап биргән. “Уның күҙе ыласындыҡы кеүек булырға тейеш, сөнки бағыу менән сирҙе танып белергә кәрәк! Уның йөрәге арыҫландыҡы һымаҡ булырға тейеш, сөнки ул ауырыуҙың сиренән дә (йоғор тип), үҙенән дә ҡурҡырға тейеш түгел! Ә инде ҡулдары... бына ҡулдары уның әсә ҡулдары төҫлө йомшаҡ булырға тейеш, сөнки уның бер ҡағылыуынан, шулай уҡ йылы ҡарашынан сирлегә еңеллек килергә тейеш!”

Тап бына ошолай эшләй ҙә унда беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре.

Алда әйткәнебеҙсә, табиптарҙың бында эше етерлек. Урындағы халыҡҡа хатта компьютер томографияһы нимә икәнен дә, файҙаһы, мөһимлеге тураһында еткерергә кәрәк булған. Табиптар менән дә тәжрибә уртаҡлашыу бара икән. Улар үҙҙәренең эше тураһында һөйләһә, беҙҙекеләр яңы технологиялар, уларҙың эш барышындағы уңайлыҡтары хаҡында еткерә.

Бында бер нисә тапҡыр булған Руслан Рим улы Ғәббәсовты рентгенолог булараҡ беләләр. Ул да бында коллегалары менән туплаған эш тәжрибәһе хаҡында һөйләй. Рәсәйҙә медицина технологиялары үҫешкән, әммә яңы төбәктәрҙәге табиптарҙың үҙҙәрендә булған шарттарҙа эшләү тәжрибәһе бар, йәғни бер ниндәй ҡорамалһыҙ. Уларҙан да күп нимәгә өйрәнәбеҙ, ти беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре. 

Булат Финат улы Чанышев – балалар табибы, лор. Уны бында шулай уҡ бик үҙ күргәндәр. Күптәр ҡыҙҙарын, малайҙарын уға алып килергә тырыша икән. Алдағы риүәйәттәге һымаҡ, уның үткер ҡарашы, һәр баланы үҙенекеләй яратып ҡарауы, йомшаҡ ҡулдары үҙенә тартып тора. Ғөмүмән, бындағы беҙҙең табиптарҙың күбеһе бик мөләйем йөҙлө, хатта балаларса асыҡ сырайлы, шуға ла уларҙы урындағылар үҙ иткәндер, моғайын. Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр бит, улар менән аралашыуы ла рәхәт. Ә бына медицина ҡорамалы етешмәүе, әлбиттә, үҙен һиҙҙерә.

Балалар хирургияһы буйынса ла һорауҙар етерлек. Руслан Марат улы Смирновтың әйтеүенсә, яра бәйләү кабинеттары бар, әммә бөтә ҡорамал уҙған быуаттың 50-се йылдарынан ҡалған. Баҡтиһәң, уларҙа әлегә тиклем тимер бикстарҙы файҙаланалар икән. Беҙҙә бит инде күптән квафт-пакеттар, хирургия наборҙары ҡулланылышҡа ингән. Скальпелдәр, хирургияла кәрәк булған башҡа ҡорамалдар ҙа, заманса, уңайлы ҡайсылар ҙа юҡ икән хатта. Бөтәһе лә иҫке һәм элекке әйберҙәр.

  • Санитар тәртип буйынса, Башҡортостанда, мәҫәлән, һәр кабинет кварцлана. Ул шулай булырға тейеш тә. Бында ундай нәмәләр юҡ. Урындағы медицина хеҙмәткәрҙәре беҙгә ярҙам итеп тора, әммә әлеге лә баяғы иҫке ҡорамалдар эште бер ни тиклем тотҡарлай, уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, һәр беребеҙ ошо хәлдә, булған ҡорамал менән ауырыуҙарға ярҙам итергә тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ. Табип шуның өсөн дә табип – ул ярҙамға килергә бурыслы! Медицинаның бындай хәлдә булыуында ауырыуҙарҙың да, урындағы табиптарҙың да бер ғәйебе юҡ. Шуға күрә эшләйбеҙ! – ти Руслан Марат улы.

Риүәйәттәге һымаҡ, осҡор ҡарашлы, йомшаҡ ҡуллы булыу бик мөһим.

Төбәктә Святитель  Лука исемендәге Луганск дәүләт медицина университеты бар, унан тыш медицина училищелары ла етерлек. Хеҙмәткәрҙәр әҙерләнгән, әммә заманса уҡытыуҙар, яңы технологияларҙы өйрәнеү, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу кеүек саралар булмаған. Бындағы табиптарҙың үҙҙәренә шулай уҡ рәхмәт әйтәбеҙ: улар бит шундай ҡатмарлы шарттарҙа ла халыҡ менән эшләгән, ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән.

Медицина йәһәтенән генә лә түгел, башҡа яҡтан да бындағы тормошто сағыштырып, кешеләрҙе тотошлай ярты быуатҡа онотҡандар, тип иҫәпләй табиптар.

  • Бөгөн күптәребеҙ баш ҡалала, йәиһә район үҙәктәрендә эшләһәк тә, беҙ – ауылдан сыҡҡан белгестәрбеҙ. Мәҫәлән, бындай иҫке йорттарҙы, ташландыҡ хәлдәге өйҙәрҙе үҙебеҙҙә күргәнебеҙ юҡ ине. Ауылдарға барып-ҡайтып йөрөйбөҙ, әммә Башҡортостанда халыҡ бик яҡшы шарттарҙа йәшәй. Эйе, әле бында һуғыш бара, әммә был иҫкелектәр, ташландыҡ хәл, емереклектәр, нимә менән ҡапланғанын да онотҡан йорт ҡыйыҡтары бөгөн килеп хасил булмаған бит! Былар барыһы – йылдар дауамында барған йәшәйештең сағылышы. Халыҡтың көнкүреш кимәле бик түбән булған. Дөрөҫөн әйткәндә, килеп күрмәһәк, ышанмаҫ та инек...

Бөгөн ыңғай күренештәр ҙә бар. Мотлаҡ медицина страховкаһы эше яйға һалына башланы, тигәйнек, ошо эште йәнләндереү маҡсатынан диспансерлаштырыу бара. Улар элек, мәҫәлән, операция яһатҡан икән, түләгән, табип ҡараған икән, аҡсаһын сығарып һалған, шуға күрә бөгөн дәүләт тарафынан һәр кешегә тәғәйен аҡса бүленеүе тураһында әле аңлап та бөтмәйҙәр, әммә эш ойошҡан рәүештә бара, – ти табип Дмитрий Вячеславович.

Полистың, табиптарға күренеүҙең бушлай булыуы тураһында халыҡ бөтөнләй белмәй. Барыһын да бөгөн яйға һалалар, аңлаталар, статистик иҫәп алына башлаған.

Красный Лучтағы табиптарға, алда әйткәнебеҙсә, был ҡаланан ғына түгел, ғөмүмән, республиканың төрлө ҡала, райондарынан киләләр. Яҡшы хәбәр ҙә, яманы һымаҡ, тиҙ тарала икән. Бигерәк тә балалар табиптарына мохтажлыҡ ҙур. Әгәр тәүге килгәндәрендә сменала бер мең бала ҡабул итһәләр, хәҙер уларҙың һаны мең ярымға еткән. Йәнә лә үҙҙәре лә урынға сығып, ауырыуҙарҙы ҡабул итә. Мәҫәлән, Штеровка ауылына, Петровское, Вахрушево ҡалаларында булғандар.

Төркөм етәксеһе Альфрет Йосопов әйтеүенсә, беренсе тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына килгәндә, барырға кәрәк, тип юлланһаң, ҡалған осраҡтарҙа, мотлаҡ барырға кәрәк, тип юлға сығаһың. 2026 йылға тиклем бында диспансерлаштырыу үткәрелеп, мотлаҡ медицина страховкаһы системаһы эшләй башлар, тигән өмөт ҙур.

  • Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан шылтыратҡатар, шунда уҡ барырға ризалаштым, сөнки бында лаборанттар ҙа кәрәк, тип әйттеләр. Мине бер ниндәй эш хаҡы ла, юл йөрөү ҙә, йәшәгән ерҙән ситтә эшләү тураһында уй ҙа борсоманы, күңелдә тәүге сиратта “кешеләргә ярҙам итергә кәрәк” тигән ниәт булды. Бында килеп күргәндәремдән тәрән кисерештәр ҡайнаны. Халыҡтың түбән кимәлдәге йәшәйешенән йөрәк әрнене. Был заманда шулай ҙа була икән, тинем, – ти Рөстәм Фәнүр улы Әхтәрйәнов.
  • Эйе, бындағы емереклектәр тураһында күпме яҙһаң да, һөйләһәң дә, килештерерлек түгел. Иң ғәжәпләндергәне – шул ерҙәрә, Тыуған иленә тоғро ҡалған өлкән быуын вәкилдәре. Бер ҡайҙа ла китмәгәндәр, доға ҡылғандар, көткәндәр, көтөп алғандар.

Сабыйҙар менән эш тә бик еңел генә бармай икән. Мәҫәлән, бәләкәй баланың бер аҙна буйы ҡоҫоп йөрөүе ихтимал, ата-әсә быға әллә ни иғтибар ҙа итмәй. Был осраҡта табиптарға мөрәжәғәт итеү бигүк кәрәкмәй, тип уйлайбыҙ, тигән әсәйҙәр ҙә булған.

Офтальмолог Рафаэль Закирйән улы Нурхәкимов менән аралашабыҙ. Бында бер нисә тапҡыр булған. Беренсеһендә ул үҙ теләге менән ирекмән булараҡ килгән. Хәрбиҙәргә лә, урындағы халыҡҡа ла медицина ярҙамы кәрәк, тигән оранды ишетеп, юлға сыҡҡан.

  • Яугирҙәргә ярҙам итер өсөн шайморатовсылар, доставаловсылар янына алғы һыҙыҡҡа ла сыға торғайныҡ. Ул мәлдә бынан 50 саҡрым тирәһендә ине хәрбиҙәр, хәҙер алғы һыҙыҡ йырағайҙы. Һәр табип ҡулынан килгәндең барыһын да эшләргә тырыша.

Әлбиттә, тәүге килгәндә минең иғтибарҙы иң ныҡ йәлеп иткәне – урындағы кешеләрҙең үҙ һаулығына ҡул һелтәп ҡарауы. Бына ошондай хәлгә улар йылдар дауамында тарыған, сөнки медицина тармағының кимәле түбәнәйгән, ҡорамалдар тураһында әйтеп тә тораһы түгел. Һөҙөмтәлә  үҙ хәлдәренә үҙҙәре күнгән. Улар үҙ иҫәбенә дауаланған, бөтә нәмәне һатып алған. Ә бит барыһын да һатып алып бөтөүе лә мөмкин түгел. Мәҫәлән, бер ауырыуҙың таз һөйәген дауаларға Мәскәүгә ебәрҙек. Әлбиттә, улар бындай мөнәсәбәткә таң ҡала. Ғөмүмән, кешеләрҙе үҙ хоҡуҡтарын белергә, ҡулланырға өйрәтергә кәрәк, – тине ул.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: табиптарға килгән кешеләр республика Башлығы Радий Хәбировты яҡшы белә, исем-шәрифен тултырып әйтеп, медицина йәһәтенән ярҙам өсөн рәхмәт уҡый. Беҙ үҙебеҙҙең ниндәй шәп республикала йәшәгәнебеҙҙе аңлап та етмәйбеҙ, ахыры. Табиптар ҙа бындағы сабыр халыҡ менән үҙебеҙҙәге кешеләрҙе сағыштырып ҡарай ҙа, әҙәм балаларының уңайлыҡтарға ни тиклем тиҙ өйрәнеп, шуны талап итә башлауына бер ни тиклем ғәжәпләнеп тә ҡуя.

Беҙҙә бит һәр кем – белгес, закон эйәһе. Табип, уҡытыусы ҡырын ҡараһа ла, Интернет шаулай башлай. Хатта республика етәксеһенең үҙенә яҙып, булыр-булмаҫ проблеманы ҡабартып ебәрәләр. Эйе, кеше үҙ хоҡуғын белергә тейеш, әммә башҡаларҙан талап итерҙән алда үҙенең бурыстарын да оноторға тейеш түгел. Рәхмәтле халыҡ Радий Фәрит улын йылы һүҙ менән генә телгә ала.

 Беҙ барған мәлдә ил етәксеһен һайлау үтмәгәйне әле. Шуға күрә урындағы халыҡтың Рәсәй Президенты Владимир Путинға булған мөнәсәбәтен дә күрҙек. Алда әйткәнебеҙсә, улар Рәсәйҙе, Путиндың ярҙамын көткән, көтөп алған. Табиптарға килгән 95 йәшлек инәй әйткәнсә: “Путин – это сила! Он спасет нас! Путин – это  мощь!” Хәҙер хәтергә төшөрһәң, ысынлап та, күптән инде һайлауҙың бындай байрам төҫөндә, берҙәмлек һәм тәрән ышаныс менән үткәне юҡ ине.

Башҡортостан Республикаһынан килгән табиптар командаһы урындағы халыҡтың йәшәйешен дә, һаулығына ҡарата мөнәсәбәтен дә күреп, эйе, сикһеҙ ғәжәпләнгән, әммә баҙап ҡалмаған. Улар Красный Лучтың үҙендә генә түгел, алыҫ ауылдарға ла сығып, емерелеп бөткән клубтарҙа кешеләрҙе ҡабул итә. Ул ҡасаба, ауылдарға барып еткәнсе юлдар ни  самалы икәнен алдағы мәҡәләләрҙә әйтеп киткәйнек инде. Урындағыларҙың унан сығырға мөмкинлеге лә, транспорты ла юҡ. Яраланған төбәктең һәр тармаҡтағы яраларын дауаларға тырыша табиптар.

Йәнә лә ҡала урамдарында күҙгә ташланғаны – сүп-сар, ҡый... Быға табиптар ҙа иғтибар иткән. Беҙҙә даими рәүештә өмәләр, тирә-яҡты йыйыштырыу саралары ойошторолоп тора. Ни өсөн бында үҙҙәренең йорт-тирәһен, урамын ҡарамайҙар икән, тип уйланаһың башта. Аҙаҡ шундай уҡ ниндәйҙер эске мәрхәмәт менән аңлау тойғоһо килә: әгәр һинең ашарға ризығың юҡ, ҡайһы яҡтан ата башларҙар, тип уйлап йәшәйһең икән, моғайын, таҙалыҡ, матурлыҡ тураһында башыңа ла инеп сыҡмайҙыр. Һинең төп маҡсатың – иҫән ҡалыу. Бөгөн бер кеше лә үлмәгән, шартлатылмаған, иҫән-һауҙар, тигән яҡты хәбәрҙән йылыныу тойғоһо.

Беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, кәрәк икән, иҙәнен дә йыуа, сантехниканы ла алмаштыра, сөнки кемдер килеп эшләр, тигән уй юҡ. Ана бит ағып торған крандар өсөн кәрәкле ҡорамал алғандар ҙа йүнәтеп тә ҡуйғандар. Шунда уҡ санитаркаларҙың кәйефе күтәрелеп киткән, иҙәнде йыуып сығарғас, әйтерһең, бөтә донъя таҙарып киткән һымаҡ булған.

Ошоларҙың барыһын уйлаһаң, беҙҙең табиптарҙың ни тиклем ҙур эш атҡарыуын аңлайһың. Эйе, иҙән йыуыу ҙа, сантехника йүнәтеү ҙә әллә ни ҙур ҡаҙаныш түгел, тиеүселәр ҙә булыр. Әммә тормоштоң ошондай ҡаты, аяныс ысынбарлығын күргән табиптар үҙҙәре өсөн да һығымта яһай. “Беҙ бит Рәсәйҙең уртаһында рәхәтләнеп, бөтә мөмкинлектәр булған ерҙә эшләйбеҙ. Башҡортостанда беҙгә мөрәжәғәт иткән ауырыуҙар ҙа талапсан, үҙ баһаһын белеп һөйләшә. Ә бындағы күндәм халыҡтың тормошо уларҙы баш баҫып йәшәргә өйрәткән, шуға күрә беҙ уларға ауыр хәлдәрендә яңғыҙ түгеллектәрен дә иҫбат итергә, яҡшы мөнәсәбәтебеҙҙе эш менән күрһәтергә тырышабыҙ”, – тиҙәр.

Барыһы ла Еңеү һәм ил мәнфәғәтендә атҡарыла. Һәр кемдең был ҡаты алышта үҙ фронты. Табиптар ҙа үҙ майҙанында: “Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”– ти.

Китап уҡыған халыҡ беҙ

Кем нисектер, ә мин китапхана хеҙмәткәрҙәренә һәр саҡ һоҡланып, рәхмәт хисе менән ҡарайым, сөнки ниндәй ҡатмарлы йылдарҙа ла улар уҡыусы менән автор араһында бәйләнеште өҙмәне бит. Улар төрлө сараһын күреп, уҡыусыға китап, уның йөкмәткеһе, авторы хаҡында һөйләне. Бөгөн уҡыусыны китапҡа йәлеп итеү бигерәк тә мөһим.

Әйткәндәй, Сашко Гарматныйҙың кем икәнен беләһегеҙме? Мин дә белмәй инем. Ул, баҡтиһәң, донъяға билдәле рус шағиры Александр Пушкин. Уны әле һуғыш барған төбәктәрҙә балаларға яңы исем менән уҡытҡандар. Тарихты, Рәсәй тарихын, шәхестәр асылын юйып, яңы быуын тәрбиәләү маҡсаты менән. Ә ул яңы быуын тап Рәсәйгә, уның шағирҙарына, батырҙарына ҡаршы быуын булып үҫергә тейеш булған. Ышанмаһағыҙ, Интернет селтәрен асып ҡарағыҙ Пушкинды улар кем тип атағанын.

Бөтә донъя уны Александр Пушкин тип белә. Бары тик һәр кем үҙ телендә әйткәндә, яңғырашы ғына башҡалыр, әммә икенсе төрлө исем ҡушҡандары юҡ ине. Ошо хаҡта Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә  ишетеп, фашизмдың ни тиклем ҡурҡыныс, башҡаларҙы юҡ итеү юлы менән үҙеңде генә күтәрергә тырышыу уйының ҡот осҡос, шул уҡ ваҡытта еңелеүгә дусар булыуын аңланым. Тарихты үҙгәртергә тырышып, хәҡиҡәтте юйып булмай. Беҙ ҡапсыҡта ятмай, ти халыҡ мәҡәле.

Красный Луч ҡалаһында Н.К. Крупская исемендәге моделле китапханаһынан халыҡ өҙөлмәй. Ул үҙенә күрә белем эстәү, мәғлүмәт алыу, яңы технологиялар ҡулланып, балаларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү үҙәгенә әйләнгән. Ҡалала китапханалар селтәре 1976 йылдың 15 мартында булдырылған. Бөгөн, ошо төп китапхананан тыш, 12 филиалы бар. Красный Луч, Вахрушево, Миусинск, Петровское ҡалалары, Софиевский, Хрустальное, Федоровка ҡасабалары халҡын  хеҙмәтләндерәләр.

Йыл һайын бында 26 меңдән ашыу кеше хеҙмәтләндерелә, 462 меңдән ашыу төрлө документ ҡулланыуға бирелә. Юғары квалификациялы 39 белгес, уларҙан тыш, инженер-программист, рәссам, йыйыштырыусылар, бында ижади мөхит тыуҙырып, барыһын да таҙалыҡта, матурлыҡта тота.

Беҙ бында килер алдынан ғына, йәғни 2023 йылдың декабрендә, китапхананың атамаһына “моделле” һүҙе лә ҡушылған. Улар, “Мәҙәниәт” милли проектында ҡатнашып, “Мәғлүмәти йыһан” проектын тормошҡа ашырған. Һөҙөмтәлә бында тотош ремонт эшләнгән, тәҙрәләр алмаштырылған, китап фонды яңыртылған, интерактив техника ҡуйылған.

Шәхсән минең өсөн иң ҡыҙыҡлы урын ул мобиль планетарий булды. Балалар менән эшләгән белгес булараҡ, уның йәш быуынды китапҡа ылыҡтырыу өсөн әһәмиәте ни тиклем ҙур икәнен яҡшы аңлайым. Тирмә һымаҡ ҡоролма эсенә инәһең дә уны тыштан ябып ҡуялар. Ә эсендә – уҡыясаҡ китаптың күренештәре. Тотош бер йыһанға сумаһың. Мәҫәлән, һыу аҫты донъяһы тураһында китап икән, шул мөхиттә ошо йыйынтыҡ хаҡында һөйләйҙәр. Бик ҡыҙыҡлы һәм балаларҙы йәлеп итә торған ысул.

Беҙ Башҡортостандан бик күп китап, матбуғат баҫмаларын да тейәп барғайныҡ. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов китапхана директоры Полина Яшинаға З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән китаптар тапшырҙы, “Аҡбуҙат” журналының төрлө һандары, балалар китаптары менән дә фондты байытыу маҡсатына өлгәштек.

Ошо уҡ көндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе булды. Был сараны беҙ тап ошо китапханала тура бәйләнеш аша ҡараныҡ. 29 февраль хәҙер тарихта ҡалды, беҙ был көндө китапхана хеҙмәткәрҙәре менән бергә яҙҙыҡ.

Лариса АБДУЛЛИНА.

Красный Луч ҡалаһы.

 

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас