Геройҙар дәүере
21 Июнь 2024, 13:00

Утты кискән батыр

Йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәй

Утты кискән батырУтты кискән батыр
Утты кискән батыр

Көйөргәҙе районына эш сәфәребеҙ мәлендә контракт буйынса һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеп ҡайтҡан махсус хәрби операция ветераны Владимир Хлынцев менән күрешеү форсаты тейҙе. Яугирҙең бар булмышында хәрбиҙәрҙең холҡо сағыла: һөйләшеүендә лә, үҙен тотошонда ла теүәллек, аныҡлыҡ тойола.

-Мин – офицер улы. Атайым – хәрби кеше. Шуға ла бала саҡтан уҡ миндә ошо һөнәргә ҡарата хөрмәт, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнгәндер, – тигән һүҙҙән башланып китте әңгәмәбеҙ.

Авиация техникумында һөнәр алғандан һуң, ул армияға юллана. Һамар өлкәһендә Баш разведка идаралығының махсус тәғәйенләнештәге 3-сө айырым бригадаһында хеҙмәт итә.  

Махсус хәрби операция башланғас, ул үҙенең тап шунда кәрәклеген тойоп, контракт төҙөп, яңы бурысын үтәргә юллана.

 Һалдат тормошо  кешене үҙгәртә, тигән фекерҙе бығаса ла ишеткән бар ине. Владимир Сергеевич менән әңгәмә барышында быға йәнә инандыҡ.

-Әлбиттә, хәрби тормош кешенең донъяға ҡарашын үҙгәртә. Күпкә етди кешегә әүереләһең. Яҡындарыңды юғалтыу йәшәүҙең ҡәҙерен нығыраҡ аңларға, тормоштоң тәмен тойорға булышлыҡ итә.  Унда дуҫлыҡ төшөнсәһен дә нығыраҡ баһалайһың, сөнки махсус хәрби операциялағы яугирҙәр бер-береһенә яҡын туғандарға, бер ғаиләгә әүерелә. Бергәләп ҡуйылған хәрби бурыстарҙы үтәйҙәр, ауырлыҡтарҙы ла бергә үтәләр, – тип һөйләне ветеран.

Яугиргә яраланып госпиталдә ятырға ла тура килә. Был ауырлыҡтар ҙа һындырмай Көйөргәҙе егетен. Ул һауығып, йәнә сафҡа баҫа. 

Контракт тамамланып, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас та, йәнтөйәге өсөн файҙалы эштәр башҡара. Бөгөн ул – депутаттарҙың район советы рәйесе, шул уҡ ваҡытта  район хакимиәте башлығының махсус хәрби операция һорауҙары буйынса кәңәшсеһе.

Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә лә үҙ өлөшөн индерә. Төрлө уҡыу йорттарында    ойошторолған Батырлыҡ дәрестәренә йөрөй. Утлы яуҙы кискән егеткә йәштәрҙең  һорауҙары ла байтаҡ. Махсус хәрби операция ветеранының   кәңәштәре,  йүнәлеш биреүе менән дә файҙалы бындай осрашыуҙар. Яугирҙе Күмертау ҡалаһындағы Таусылар колледжына, Ермолаевка ауылында мәктәптә илһөйәрлек дәрестәренә саҡырғандар.

-Ваҡыттарын бушҡа әрәм итмәһендәр. Һөнәр алһындар, уҡыһындар. Әбей-бабайҙарҙың “Һуғыш ҡына сыҡмаһын. Күк йөҙө тыныс булһын” тип әйткән һүҙҙәренең  ни тиклем мөһим икәнлеген үҙем яу юлын үтеп ҡайтҡас ҡына  төшөндөм. Шуға тормоштоң ҡәҙерен белһендәр, – тине ул.

 Улдарын да ул бәләкәйҙән илһөйәр итеп, үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй.

Илебеҙ Владимир Хлынцев һымаҡ ҡурҡыу белмәгән, тыуған еренең патриоты булған батырҙарға таяна. Тыныс тормошта ла уның маҡсаты – йәнтөйәгенә файҙа килтереп йәшәү.

Фото: Владимир Хлынцев архивынан.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас