Геройҙар дәүере
25 Июнь 2024, 07:00

Дуҫлыҡ окоптарҙа нығый

“Тайсон” уйлап, икеләнеп тормай, гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплай...

Дуҫлыҡ окоптарҙа нығыйДуҫлыҡ окоптарҙа нығый
Дуҫлыҡ окоптарҙа нығый

“Тайсон” позывнойын алған яугир Федоровка районының Яңы Яуыш ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән. Алты ир туғаны һәм бер апаһы араһында хеҙмәт һөйөүсән, йылғыр һәм ярҙамсыл булып буй еткергән. Лицейҙа һөнәр алғандан һуң армияла хеҙмәт иткән. Аҙаҡ “Торатау” конгресс-холында һаҡсылар начальнигы булып эшләгән, Себерҙә хеҙмәт итергә лә өлгөргән.  2022 йылдың октябрендә мобилизацияланғандан һуң  хәрби әҙерлек үтә, разведка ротаһында хеҙмәт итә. Ул бик берҙәм, ярҙамсыл яугирҙәр менән бергә хеҙмәт итеүенә ғорурлана. Тәжрибәлерәктәре йәштәрҙе хәрби эшкә өйрәтә, белеме менән уртаҡлаша.

2023 йылдың февралендә хәрби бурысты үтәгәндә яҡташыбыҙ артиллерия уты аҫтына эләгә һәм контузия ала. Госпиталдә дауаланғандан һуң тыуған яғына ҡайтып, туғандары,балалары менән аралашҡандан һуң йәнә фронтҡа юл ала.

28 апрелдә хәрби иптәше менән махсус заданиены үтәргә сығалар. Дошман хәрәкәтте күреп ҡалмаһын өсөн окопҡа йәшенәләр. Бер-бер артлы осоп килгән пилотһыҙ осоу аппараттары улар өҫтөндә өйөрөлә, береһе гранатаһын тап улар өҫтөнә ырғыта. “Тайсон” уйлап, икеләнеп тормай, гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплай. Көслө шартлау шаңҡытһа ла, яугирҙәр  ҡаушап ҡалмай “Татарин” позывнойлы егет үҙен ҡотҡарып ҡалған хеҙмәттәшенә укол яһап, аяҡ-ҡулдарына жгут һала, соҡорҙан сығырға ярҙам итә. Шыуыша-шыуыша, иптәшен бер подвал янына килтереп еткерә. Ярҙамға “Айыу” позывнойлы тағы бер яҡташтары килеп етә. Биш километр араны көс-хәл менән үтә улар.  Аҙаҡ яраланған яугирҙе “Нива” машинаһында  госпиталгә килтереп еткерәләр. Үҙенең  нисек иҫән ҡалғанына “Тайсон” әле лә ышанып бөтә алмай. Бәлки, әсәһенең доғалары һаҡлап алып ҡалғандыр...

”Гранатаны нисек тәнегеҙ менән ҡапларға ҡарар иттегеҙ?”- тигән һорауға яугир былай тип яуапланы: “Беҙҙе армияла хеҙмәт иткәндә үк өйрәттеләр. Һуғыш яланынан һине һөйрәп сығарырлыҡ иптәштәрең булһын өсөн үҙең башҡаларҙы ҡотҡар”, – тинеләр. Миңә бронежилеттың яҡшы булыуы ла ярҙам иткәндер, табиптар бармаҡты һаҡлап алып ҡалды. Мин  иҫәнмен, яңы тыуған һәр көнгә шатланып йәшәйем. Беҙ бит һуғышҡа ғаиләләребеҙҙе һаҡлар  өсөн индек, дошман өйөбөҙгә бәреп инмәһен өсөн Ватан һағында торабыҙ. Бөтәһе лә яҡшы булыр, Еңеү киләсәк!” – ти “Тайсон”.

Яҡташыбыҙ бер нисә ай буйына  төрлө ҡала госпиталдәрендә дауалана, операциялар үткәрә, реабилитация үтә, тип яҙа “Ашкадарские зори”.  Яҡташыбыҙ ҡул ҡаушырып ултырырға йыйынмай,  Салауат ҡалаһында фатир алған. Тыуған ауылына  туғандары, әсәһе янына йыш ҡайта. “Хоҙай Тәғәлә миңә бәхетле тормошҡа тағы бер мөмкинлек бирҙе”, ти яугир. Ҡыҙы һәм улы  ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ аталары менән ғорурланыуын йәшермәй. Яҡташыбыҙ хәрби батырлығы өсөн М. Шайморатов миҙалы һәм Батырлыҡ ордены менән наградланған.

Фото: шәхси архивтан.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас