Бөрйән районы Ҡолғана ауылынан Руслан Яҡупов махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарына даими ярҙам күрһәтә.
"Күптән түгел “Нива” автомашинаһына дүрт тәгәрмәс алып биргән, әле махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә бер "КамАЗ" таҡта тейәткән.
Иле берҙең - көнө бер, тип юҡтан әйтмәгән халҡыбыҙ. Берҙәмлек – ҙур көс. Тылы ныҡтың - биле ныҡ.
Руслан кеүек ир-егеттәр барҙа ил биле ныҡ булыр. МХО-лағыларға еңеү менән имен-аман ҡайтып төшөргә яҙһын,"- тип хәбәр итә "Таң" гәзите.
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән