Геройҙар дәүере
27 Июнь 2024, 02:00

Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый

Ирекмән Радик Ғөбәйев “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән наградлана...

Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташыйИке йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый

Махсус хәрби операция башланыу менән яңауылдар алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеү өсөн ҡулдарынан килгән бөтә эште башҡара. Уларҙың араһында ирекмән Радик Ғөбәйев та бар. Бына ике йыл инде ул зоналағы егеттәргә гуманитар ярҙам ташый, тип яҙа "Янаульские зори".

 Ирекмәндең һөйләүенсә, ул тәүҙә егеттәрҙең телефон номерҙарын туплай. 

 “Байкал” позывнойлы яҡташыбыҙ хеҙмәт иткән подразделение менән бәйләнешкә индек. Үҙемдең автомобилемә йөк тейәп, егеттәргә илтә башланыҡ. Яҡташтар гуманитар йөк туплауҙа әүҙем ҡатнашты. Донецкиҙа, Луганскиҙа, госпиталдәрҙә булдым. Үҙебеҙҙең Башҡортостан егеттәренән тыш, башҡа төбәк һалдаттары менән дә аралаштыҡ. Уларҙың хәрби бурыстарҙы үтәргә әҙер тороуы беҙҙе һоҡландырҙы”, – ти ирекмән.

Сәфәрҙәрҙә  уны бер нисә тапҡыр  райондың Хәрби туғандашлыҡ ойошмаһы вәкиле Илшат Чанышев оҙатып йөрөй. Былтыр улар әүҙем ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн халыҡ-ара “Командарм” йәмғиәте фондынан иҫтәлекле наградалар ала. Ә Радик Ғөбәйев “Фронтҡа ярҙам иткән өсөн” миҙалы һәм Рәхмәт хаты менән наградлана. Ул сәфәрҙәрҙең икәүһендә үҙен оҙатып йөрөгән Эмиль Дәүләтшин һәм Андрей Воробьевҡа ла бик рәхмәтле, сөнки бының өсөн ҙур йөрәк һәм теләк кәрәк, ти ул. Ике йыл эсендә 15 тапҡыр сәфәр ҡылынған, яҡташтары ярҙамында гуманитар йөк, ике “Нива” машинаһы алып барып еткерелгән.  Радик Георгиевич Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҙур  тырышлыҡ һалған  яҡташтарына рәхмәт белдерә һәм уларға һаулыҡ теләй.

Р.Ғөбәйев фотолары.

 

Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Ике йыл буйы алғы һыҙыҡҡа йөк ташый
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас