Геройҙар дәүере
27 Июнь 2024, 14:00

“Юлдаш”тар хеҙмәттәштәрен МХО-ға оҙатты

“Ул ысын илһөйәр. Ғорурланабыҙ! Бөтә ир-егеттәребеҙҙе Еңеү менән көтәбеҙ”, - ти уның тормош иптәше Луиза.

“Юлдаш”тар хеҙмәттәштәрен МХО-ға оҙатты“Юлдаш”тар хеҙмәттәштәрен МХО-ға оҙатты
“Юлдаш”тар хеҙмәттәштәрен МХО-ға оҙатты

Хеҙмәттәшебеҙ Альберт Рамаҙанов махсус хәрби операция биләмәһенә хеҙмәт итергә юлланды. Бөгөн “Юлдаш” радиоһы коллективы уны әҙерлек үтеү үҙәгенә оҙатты.

Альберт Рамаҙанов - Салауат районы егете. “Алғы һыҙыҡта булған таныштарым, дуҫтарым күп. Мин дә ил һағына баҫырға ҡарар иттем”, - тип белдерҙе Альберт.

Альберт Рамаҙанов 20 йылдан ашыу радиола тауыш режиссеры булып эшләй. Эфирҙан тыш сараларҙа әүҙем ҡатнаша. “Юлдаш”тың волейбол командаһы ағзаһы. “Коллегабыҙҙың ҡарарын хуплайбыҙ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ”, - ти тауыш режиссерҙары Нияз Әбелғәзин һәм Динар Дәүләтбаев.

Альберт Рамаҙанов Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальонда хеҙмәт итәсәк.

Фото: скриншот

Видеоһы "Юлдаш" радиоһынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас