Геройҙар дәүере
28 Июнь 2024, 18:00

Үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған

Ярты йыл буйы хәрби комиссариат һуҡмағын тапай торғас... 

Үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорағанҮҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған
Үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәгән  “Муза” позывнойлы ҡатын “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән наградланған.

Ул былтырҙан алып махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Оборона министрлығы менән көҙ көнө контракт төҙөгән.

Яңыраҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов әйтеүенсә, яҡташтары алдына маҡсат ҡуйып, хәрби комиссариат һуҡмағын алты ай дауамында тапаған, үҙен алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һораған.

Ахырҙа уның теләге үтәлгән. “Тәү ҡарауға баҫалҡы, нескә генә тойолған ҡатында һөйләшеү барышында ниндәй көс йәшеренгәнен аңлайһың”, – тип билдәләгән етәксе. “Муза” эвакуация төркөмөндә хеҙмәт итә, хәрби бурыстарын намыҫ менән башҡара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: Р.Ғәзизовтың ”Бәйләнештә”ге  битенән.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас