Геройҙар дәүере
28 Июнь 2024, 13:30

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Яңы ерҙәрҙәге хеҙмәттәштәребеҙ 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Рәсәйҙең яңы төбәктәренә юлланғас та, Луганск Халыҡ Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Леонард Свидовсковты мотлаҡ күрергә тырышасаҡмын, тип уйлағайным. Бының сәбәптәре лә бар. Ул Рәсәйҙәге коллегаларынан тәүгеләрҙән булып тап Башҡортостан Журналистар союзына, беҙҙең республикаға, ә инде иң күбе – бигерәк тә беҙҙең яугирҙәргә рәхмәт әйтеп, видеомөрәжәғәт эшләгәйне. Был яҙманы “Бөтә Рәсәй” журналистар форумында Сочиҙа күрһәттеләр. Үҙе килә алманы, әммә йылы мөнәсәбәтен, профессиональ ҡарашын белдерҙе.

Улай ғына ла түгел, шәхсән “Аҡбуҙат” журналының ижадташына әйләнде Леонард Вячеславович. 2022 йылда беҙ Луганск Халыҡ Республикаһы балалары өсөн баҫмабыҙҙың махсус һанын әҙерләнек. Баҫма өсөн ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың һүрәттәре, шиғырҙары, хикәйәләре, Башҡортостанда булғандарҙың республика хаҡында фекере кәрәк. Быларҙың барыһын да данлыҡлы башҡорт батырҙары исемдәрен йөрөткән мәктәп директорҙары менән бәйләнешкә инеп тупланыҡ. Әммә төбәк үҙенсәлеге хаҡында журналист ҡарашы ла мөһим ине.

Ошо саҡ Леонард Свидовсков менән бәйләнешкә сыҡтыҡ. Ул, оператив эшләй торған профессионал булараҡ, шунда уҡ һорауҙарға яуап бирҙе, хатта тыуған яғы тураһында йыйнаҡ ҡына мәҡәлә лә һалды. Был шул тиклем йылы йөкмәткеле, шул уҡ ваҡытта балаларға тәрән аңлатып яҙылған фекер ине. Бигерәк тә ошо юлдары мине әсир итте: “Төньяҡ Донецк йылғаһының ярҙарында, икһеҙ-сикһеҙ далалар, ҡаймаҡ һымаҡ түтәлдәр, йырындар буйында, боронғо Донецкиҙың уйсан убалары һырттарын ашып, нәҙек кенә йылғасыҡтар һәм йылғалар үҙәнендә беҙҙең ерҙәребеҙ йәйрәп ята Луганск Халыҡ Республикаһы. Бар күрһәткестәре буйынса ҡараһаң, Европаның уртаса  иле. Ҡарап торғанда майҙаны буйынса – Бельгия һымаҡ. Тап-таман бына. Йәки Израиль кеүек. Ә халҡының һаны буйынса – Словения хәтлем. Йәки дүрт Черногория кеүек. Күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙме? Донбасс халҡы – төрлөсә, ләкин һәр саҡ берҙәм. Бында рус рухлы кешеләр йәшәй. Бында кешеләр – үҙенә бер башҡа. Генетика буйынса түгел. Холоҡтары буйынса. Төп сифат – ауырлыҡтарҙы еңә белеү көсө.  Хәҙер бөтә донъя ла шуны аңлай башланы –  Донбасс бирешмәй икән, тимәк, бөйөк Рәсәйгә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Бына ошо – беҙҙең өсөн йәшәү мәғәнәһе!”

Уның был һүҙҙәренән һуң оҙаҡ уйланып, тетрәнеп, хатта йөрәк әрнеп йөрөнө. Бигерәк тә анау тиклем һынауҙар үткән халыҡты күргәс, нисек уның был һүҙҙәрен тыныс ҡына ҡабул итеп булһын!

Яңы төбәктәрҙә, алда әйткәнемсә, үҙең теләгәнсә, үҙең теләгән урында телефондан файҙаланып булмай, шуға күрә Донецк ҡалаһынан сығыу менән Леонард Вячеславовичҡа яҙа һалдым. Беҙ бында ғына түгел, беҙ бына яҡында ғына, тип. Ул шунда уҡ аңланы һәм, бар эшен ташлап, осрашырға тырышасағын әйтте.

Юлда ла бәйләнеш төрлөсә. Бер мәл бөтөнләй өҙөлдө. Әлдә беҙгә Луганск телевидиниеһының адресын һалып өлгөргәйне. Ул – тележурналист. Шуға камера алдында үҙен иркен тота, фекерен һис ҡаушамай әйтеп бирә. Быға мин Сочиҙағы форум өсөн видеоматериал ебәргәс тә иғтибар иткәйнем.

Юлдашыбыҙ – ышаныслы һәм урындағы ҡала-ҡасабаларҙы яҡшы белгән кеше, шуға күрә ул шунда  уҡ телевидениены барып тапты. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ҡалалағы “прилет” эҙҙәре аҙым һайын булмаһа ла осрап тора. Биналарҙың тотош ҡаттары снаряд ярсыҡтарынан умырылған, хатта яңы һалынған юлдарҙың да убылып ятҡан урындары бар.

Бына Луганск телевидениеһы. Ул беҙҙең Башҡортостан телевидениеһы бинаһынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Совет осоронда бер проект буйынса төҙөлгәндәре күренеп тора. Вахта аша үтеү менән беҙҙе күптәнге дуҫыбыҙ, коллегабыҙ Леонард Свидовсков ҡаршы алды. Ул шунда был бинаға булған һөжүм эҙҙәрен дә күрһәтте. Шулай, журналистарҙы ҡарауыллайҙар. Беҙ барғанда улай хәүефле хәлдәр булмаһа ла, апрель айында ғына “ГТРК Луганск” компанияһының бер төркөм журналистары аяуһыҙ атыш аҫтында ҡалды, һөҙөмтәлә Рәсәй Оборона министрлығының матбуғат хеҙмәте офицеры Евгений Половодов һәләк булды, оператор Денис Шумдың аяғы яраланды, хәбәрсе Артем Юндас контузия алды, шуға күрә коллегаларыбыҙҙың ҡатмарлы шарттарҙа яу яланына сығып, урындарҙан репортаждар эшләүе, яугирҙәрҙең, халыҡтың да рухын күтәреп тороуына сикһеҙ рәхмәт! Мәғлүмәт һуғышы һис кенә лә еңеллек менән бармай, киреһенсә, яуҙа йөрөгәндәрҙең ғаиләләре лә, яҡындары ла төрлө һөжүмгә дусар була.

Леонард Свидовсков – Луганск Халыҡ Республикаһында танылған журналист. Уның  киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә эшләү тәжрибәһе ҙур, шуға күрә ул мәғлүмәт еткереүсе генә түгел, аналитик та, тәнҡитсе лә, комментатор ҙа. Уның фекеренә бөгөн ЛХР-ҙа ғына түгел, Рәсәйҙәге коллегалары ла, сәйәсмәндәр ҙә ҡолаҡ һала. Юҡҡа ғына Рәсәй Президентын һайлауҙа ул Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе булараҡ ҡатнашманы.

1991 йылда Луганск телевидениеһына эшкә килгән коллегабыҙ бөгөн, алда әйткәнемсә, шәхси фекерле тапшырыуҙар эшләй, автор проекттары аша тамашасылар араһында абруй ҡаҙанған. Спорт тураһында ла күп яҙа. Был уның шәхси ҡыҙыҡһыныуы ла. Ул бала саҡтан  футболсы булырға хыялланған, хатта Олимпия комитетының спорт журналистары ассоциацияһына етәкселек иткән йылдары булған. Украинаның атҡаҙанған журналисы Луганск педагогия университетында журналистика һәм нәшриәт эше факультетында йәштәрҙе һөнәри серҙәргә өйрәтә. Уға, ысынлап та, йәштәр менән эшләү оҡшай. Улай ғына ла түгел, бөгөн һәр һөнәр эйәһе үҙенә алмаш үҫтерергә тейеш, тип иҫәпләй.

Һәр һүҙҙе самалап, уйлап, әҙәп менән һөйләгән коллегамдың был сифатының да асылын аңланым – журналист этикаһы буйынса ғилми эштәр яҙған. Луганск төбәгендә депутат булған йылдарында депутат этикаһы, граждандарҙың хоҡуҡтарын тәьмин итеү, һүҙ һәм мәғлүмәт азатлығы комиссияһында даими рәүештә халыҡҡа аңлатыу эштәре алып барған. Беҙ журналдың махсус һанын әҙерләгән ваҡытта ул Луганск Халыҡ Республикаһының Журналистар союзы рәйесе булһа, бөгөн ошо уҡ ижади ойошманың почетлы рәйесе.

Луганск телевидениеһының эске ҡоролошо ла беҙҙәгесә, әммә, әлбиттә, беҙҙә шарттар күпкә яҡшыраҡ, уңайлыраҡ. Леонард Вячеславович беҙгә лә иғтибарын бүлеп өлгөрә, шул уҡ ваҡытта коллегаларын саҡырып, репортаж да эшләп ҡуйҙылар. Беҙ Башҡортостанға ҡайтып еткәнсе беҙҙең уларҙа йөрөп ятҡанды барыһы ла белә ине инде. Ул, һәр ваҡыттағыса, оператив эшләй.

Журналистар яланға эш барышында кейгән кейемдәрҙе күрһәткәс, һиҫкәнеп киттек. Хәрби шарттар – тағы нимә тип әйтәһең инде. Өйөлөп ята хәрби журналист кейемдәре, әйтерһең, хәбәрсенең ҡәләм-ручкалары. Уларҙың һәр бер командировкаһы ошо кейемде кейәүҙән башлана. Мин дә кейеп ҡараным: бик ауыр, уны тағып шәп итеп йүгерерлек түгел, иңдәрҙе баҫып килә. Төп маҡсаты ла яраланыуҙан, һәләк булыуҙан һаҡлау булғас, аңлашыла инде...

Леонард Вячеславович йәш коллега менән таныштыра. Ул азат ителгән биләмәләрҙең береһенән – Старобельскиҙан. Мария Манько – яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе. Уға 23 йәш. Һуғыш башланған мәлдәрҙә уға 13 кенә йәш булған. Ул – бөтә ошо мәхшәрҙе күреп ауырлыҡтарын татып үҫкән быуын вәкиле. Яҡшы тормош эҙләп бер ҡайҙа ла сығып китмәгән бит. Тыуған еренә тоғро ҡыҙ Мария. Һөйләшкәндә лә һиҙелеп тора. Күҙ теймәһен. Луганскиға килгәненә бер йылдан ашҡан. Башта стажировка үткән, шунан үҙенә ышаныс белдереп, йәлеп итеүҙәрен күреп, ең һыҙғанып эшкә тотонған.

  • Старобельскиҙы азат иткәс, Луганск ҡалаһына юлландым. Әлбиттә, эш кәрәк ине. Луганск телевидениеһында эшләү теләге булды, әммә шунда уҡ бәйләнешкә сыға алманым. Өс аҙна самаһы шылтыратҡас, телефонды алдылар һәм үҙемде һынап ҡарарға саҡырҙылар. Ай самаһы стажировка үттем, әммә ошо арала республикабыҙҙың бик күп төбәктәрендә булдым.

Северодонецк ҡалаһына командировка ныҡ хәтерҙә ҡалды. Унда бик барғы килә ине. Емерелеп бөткән ҡалала ул мәлдә “Хәтер баҡсаһы” төҙөп, ағас ултырталар ине. Тыуған яғыңдың күҙ алдында аяҡҡа баҫа башлауын күреүҙән дә тетрәндергес күренеш булыуы мөмкинме ни?! Киң ҡоласлы тергеҙеүҙәр мине дәртләндерҙе, рухландырҙы, – ти Мария.

Беҙ ҙә булдыҡ ул Северодонецкиҙа. Ул мәлдә төрлө төбәктәрҙән килгән оҫталар, төҙөүселәр емерек биналарҙа ишектәр, тәҙрәләр ҡуя ине, әммә шартлатылған биналарға ҡарарлыҡ түгел. Башҡа һыймаҫлыҡ ул хәлдәр. Бында бит кешеләр йәшәгән, яҡты киләсәккә өмөт иткән һәм бер мәл килеп ... барыһы ла емерелгән. Беҙ урамдар буйлап үтһәк тә, йорттар, биналар эсенә инеү ҡәтғи рәүештә тыйылды, сөнки миналар ятыуы бик ихтимал, йәғни шартлатҡыстан таҙартылмаған урындар ҙа бар.

Леонард Свидовсков бына инде нисәмә йыл ҡаты алыштар барған төбәктә эшләй, халыҡҡа теге йәки был хәл-торошто аңлата. Мария һымаҡ башҡа йәштәр менән дә тәжрибәһен уртаҡлашып, ул үҙ фронтында яңы, мәртәбәле Рәсәй өсөн көрәшен дауам итә. Рәхмәт һәм иҫән-һау бул, коллега! Һинең менән таныш булыуым – шәхсән минең өсөн ғорурлыҡ!

Луганск ҡалаһы.

 

Рәсәй бында мәңгелеккә килде!

 

Дөрөҫөн әйткәндә, мин Аннаны Башҡортостанда эшләгән сағында әллә ни белмәй инем. Юлдар ҙа киҫешкәне булманы. Әммә “Октябрьский нефтяник” гәзитенең баш мөхәррире Анна Москалецтың беҙҙәге төбәк баҫмаһын да уҡымлы иткәне, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләгәне хаҡында ишетеп беләм. Аҙаҡ беҙ уның менән төрлө форумдарҙа, журналистикаға бәйле сараларҙа, ултырыштарҙа осраша башланыҡ. Тик республикабыҙҙа түгел.

Рәсәйҙең яңы төбәктәренә юлланғас, мотлаҡ уның  янына инеп сығасаҡбыҙ, тип планлаштырғайныҡ. Командировканы ойоштороусы Азат Шамил улы ла Бадранов та беҙҙең менән килеште. Запорожье өлкәһенә юлланғанда, Мелитополь ҡалаһында туҡталдыҡ. Бында Запорожье өлкәһенең Журналистар союзы рәйесе, Запорожье өлкәһенең хәрби-гражданлыҡ хакимиәтенең социаль-сәйәси коммуникация, мәғлүмәти сәйәсәт  департаменты директоры урынбаҫары, Халыҡ фронты ойошмаһының Запорожье өлкәһендәге рәйестәше, “Ватанды һаҡлаусылар” ойошмаһының Запорожье өлкәһендәге етәксеһе урынбаҫары  Анна Москалец эшләй. Бер кешегә бик күп бурыс йөкмәтелгән. Әммә, миңә ҡалһа, ошо күренеш үҙе үк бындағы хәлдәрҙе аңлатып тора. Профессионалдар кәрәк. Рухлы, илһөйәр коллегалар һәр ерҙә лә етешмәй.  Анна бөгөн ҡыйыу рәүештә ил алдындағы бурысын бер нисә вазифала бер юлы башҡара.

Алдағы мәҡәләләрҙең береһендә әйтә биреп тә ҡуйғайным шикелле: Рәсәйҙең яңы төбәктәре тип атаһаҡ та, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларында хәлдәр башҡаса. Улар 2014 йылдан уҡ бүтәнсә тормош менән йәшәй, Украинанан айырылған. Унда ысын мәғәнәһендә Рәсәйҙең рустары көн итә. Эйе, көн итә. Матур итеп, тыныс күк аҫтында йәшәй башлар көндәре тиҙерәк тыуһын.

Ә бына Анна эшләгән төбәктә хәлдәр – миналы ялан төҫлө. Коллегабыҙ ҙа әңгәмә барышында быны раҫланы.

  • 2014 йылдан Запорожье, Херсон өлкәләрендә башҡаса йәшәү башланған, йәғни йәмғиәттә фашизм киң таратылып үҫешкән. Улар шул мәлдән ошо һынылышлы йылдарға тиклем Украина составында йәшәгән һәм аңдарына Рәсәйгә, рус халҡына ҡаршы фекер һеңдерелгән. Әгәр тәүге ике республикала, Рәсәй халҡы булараҡ, үҙ хоҡуҡтарын яҡлаһалар, быларҙа тормош үҙгәрмәгән, улар нисек бар, шулай йәшәп тик ятҡан, шуға күрә бөгөн бында башҡараһы эштәр бик күп әле, бигерәк тә мәғлүмәт өлкәһендә. Әммә улар – барыбер беҙҙең кешеләр, рустар. Үкенескә аңдарын томалағандар, Рәсәйгә ҡаршы алып барылған сәйәсәт барыбер эҙһеҙ үтмәгән.

Рәсәй бында мәңгелеккә килде. Бына ошо хаҡта илдең һәр журналисы ла, айырым атап әйткәндә, бигерәк тә беҙҙең өлкәләрҙә халыҡ менән эш алып барырға бурыслы. Бында сәйәсмәндәргә лә, педагогтарға ла, ғалимдарға ла, медицина хеҙмәткәрҙәренә лә эш етерлек! – тине Анна Викторовна.

Ә бит быға тиклем дә бында беҙҙең һөнәр эйәләре эшләгән. Улар үҙҙәрен нисек тотто икән һуң? Үкенескә ҡаршы, тап шулар булған да инде ана шул фашизм идеологияһын һеңдереүсе. Украинала бит хатта әҙәбиәт дәрестәре лә башҡа төрлө исемдәр менән, башҡа төрлө идеология менән уҡытылған, ә журналистар, Рәсәйгә ҡаршы булған фекерҙең, сәйәсәттең дөрөҫлөгөн раҫлап, фетнәле мәҡәләләр яҙған, тапшырыуҙар эшләгән. Йәл, әммә былар дәлил.

Әлбиттә, Рәсәй рухлылар ҙа булған, ләкин улар бик аҙ. Кемдәр быға тиклем халыҡтар араһында низағ, милләттәр араһында талаш тыуҙырған фекер таратҡан, улар төбәктән сығып киткән. Мәғлүмәти һуғыш барғанда журналистикаһыҙ бер нимә лә эшләп булмай. Хатта ҡайһы берҙә ошо көрәш күпкә мөһимерәк тә булып китә, сөнки һүҙ менән илдәрҙе, дәүләттәрҙе еңеп була.

Журналистикаға бында бөтөнләй башҡа өлкәнән килгәндәр күп. Күптәре Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә мәғлүмәт һәм киң коммуникация өлкәһендә эшләргә әҙер, әммә бер ҡасан да ғүмерендә ҡулына ҡәләм алып бер һөйләм дә яҙып ҡарамаған. Әммә Рәсәй өсөн хеҙмәт итергә теләй улар. Бына ошондай илһөйәр рухлы, әммә журналист һөнәрен бөтөнләй белмәгән кешеләрҙе эшкә  өйрәтә лә инде Анна. Был  –  бик мөһим хеҙмәт.

Бөгөн был төбәктә һәр министрлыҡтың, һәр хакимиәттең, төрлө учреждениеларҙың матбуғат хеҙмәттәре дөйөм ил мәнфәғәттәре өсөн Анна эшләгән департамент менән бергә хеҙмәт итә. Улар, образлы әйткәндә, бер окоптан дошмандарға ҡаршы мәғлүмәти алыш алып бара. Беҙҙәге хәлдәрҙән айырылып тора, аңлағанһығыҙҙыр. “Телеграм” мессенджеры, “Бәйләнештә” социаль селтәре Запорожье өлкәһендә киң таралған. Әлбиттә, департаменттың эшмәкәрлеген дошмандары ла күҙәтеп тора һәм, Анна әйтеүенсә, уларҙа сыҡҡан мәғлүмәтте үҙгәртеп, дәлилдәрен алып ташлап, эмоцияларға “буяп” биреп, халыҡта ғауға тыуҙырырға тырышалар.

Рәсәй составына ингәс, Запорожьела Украина баҫмалары сығыуҙан туҡтаған. “Запорожский вестник” гәзитен сығара башлағандар. Ул – хәҙер бында рәсми баҫма. “Запорожская правда”ны сығарырға ла ниәттәре бар, әлегә сығымдар талап ителә. Торараҡ “Комсомолькая правда”ның махсус сығарылышы таратыла башлаған.

Эйе, бында гәзиткә яҙылыу, һатып алыу кеүек күренештәр юҡ, әлегә бары тик тараталар. 2023 йылда “Российская газета” ла килә башлаған, әммә уны алдырыуҙың шарттары башҡа. “Таврический курьер” гәзите реклама баҫмаһы булараҡ сығарылған. Унан да халыҡ үҙенә кәрәкле мәғлүмәт ала. “ЗТВ” телеканалы, “Зрадио” каналы эшләй. “Зсайт” – былар барыһы булдырылған медиахолдиг тармаҡтары. Рәсәй телевизион каналдары ла бында тота хәҙер, күрше төбәктәрҙең телевидениеһын да ҡарай алалар.

Тыныс тормош тураһында бында һөйләргә иртәрәк. Был хаҡта яңылыҡтарҙан да ишетеп торабыҙ. Токмак, Пололов, Куйбышев райондарында даими рәүештә “прилеттар” булып тора, ти коллегабыҙ. Балаларҙың аңын боҙоу өсөн даими эш алып барыла икән. Шуға күрә алда торған бурыстар баштар ашҡан бында...

Тәүге осорҙа бөтөнләй бер баҫма ла булмағанда, хәрбиҙәр, боронғо “глашатайҙар” һымаҡ,  урамда рупор менән яңылыҡтарҙы ҡысҡырып әйтеп йөрөгән. Бына ниндәй осорҙар кисергән Запорожье өлкәһенең мәғлүмәти донъяһы. Сүп баҫҡан яланды һабан менән һөрөп, тырмап, гөл-сәскәләр ултырта Анна Викторовна. Ни тиклем фиҙакәрлек, илеңә һәм эшеңә тоғролоҡ кәрәк бының өсөн!

Лариса АБДУЛЛИНА.

Мелитополь ҡалаһы.

 

 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас