Кисә республикабыҙ мәктәптәрендә 9-сы класты тамамлаусылар өсөн иҫтәлекле тантана үтте. Шулай уҡ Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә ҡала мәктәптәренең 9-сы класын тамамлаусыларға аттестат тапшырылды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашып, ваҡытлыса ялға ҡайтҡан «Гром» позывнойлы яугир һеңлеһенә сюрприз яһаған. Ялға ҡайтҡан яугир өйөнә ҡайтыу менән халыҡ ижады үҙәгенә юллана һәм һеңлеһен тантана менән ҡотлап, уға икеләтә байрам яһай.
Яугиргә тиҙерәк тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын, ә һеңлеһенә киләсәктә үҙенә оҡшаған һөнәргә эйә булыуын теләйбеҙ!
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.