Геройҙар дәүере
3 Июль 2024, 04:30

"Турист" кәләш алған

"Турист" позывнойлы һалдат ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайҡас, етди ҡарар ҡабул итә һәм яратып йөрөгән ҡыҙына тәҡдим яһай

"Турист" кәләш алған"Турист" кәләш алған
"Турист" кәләш алған

Яна (кәләше), әлбиттә, ризалығын белдерә. Йәштәр оҙаҡ уйлап тормай, туғандарын һәм дуҫтарын йыйып, бата уҡыта һәм мөнәсәбәттәрен законлаштыра. Әйткәндәй, "Турист" махсус хәрби операция башланғас та өлөшләтә мобилизацияға эләгә.

- Яна менән күптән дуҫлашып йөрөйбеҙ. Ул мине көтөп ала, оҙатып ҡала. Был юлы ялға ҡайтҡанда ғаилә ҡорорға булдым. Йәремә барыһы өсөн дә рәхмәтлемен, - ти "Турист".

Йәштәргә бәхетле тормош теләйбеҙ!

Фото һәм автор: Гөлгөнә Таһирова

Сығанаҡ: "Ауыл уттары"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас