Геройҙар дәүере
5 Июль 2024, 12:30

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Саур-зыяраттың яңы тарихы 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Саур-зыяратҡа барғанға ҡәҙәр үк күптәрҙән ул ерҙәрҙәге алыштар, ҡуйылған һәйкәлдәрҙең мәғәнәһе тураһында ишетеп белә инек. Бигерәк тә Азат Шамил улы Бадранов, “Унда мотлаҡ барырға, күрергә һәм күргәнде уҡыусыға еткерергә кәрәк” тине.

Яҡты хәтерле булайыҡ

Йорто Донецк ҡалаһының ситендә урынлашҡан оҫта Виктор Михалев менән оло кинәнес менән аралашҡандан һуң, Саур-зыяратҡа юлландыҡ. Байтаҡ барҙыҡ. Икһеҙ-сикһеҙ Донецк Халыҡ Республикаһы ерҙәре. Яҙ. Көн матур. Йылытҡан. Ҡайҙалыр ағастар япраҡ ярған, икенсе урында үлән сыҡҡан. Йәмле осор. Әммә, әллә ошо яҡтың тарихын яҡшы белгәнгә, әллә Саур-зыяраттың исеме үҙе үк болоҡһоу уйҙарға әйҙәгәнгә, тирә-яҡтан моңһоу йыр ағылғандай.

Саур-зыярат Донецк Халыҡ Республикаһының Горловка районында урынлашҡан. Үрҙәге бағаналарҙың иң бейеге – 277,9 метр. Бында ҡасандыр казактарҙың ҡарауылы торған, Миус-фронтының нығытмаһы булған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ошо ерҙә иҫтәлекле комплекс төҙөлгән. Ҡоролма үҙе Донецк ҡоролмаһының (“Донецкая кряжа”) ландшафт паркына ҡарай.

1941 – 1943 йылдарҙа был ерҙәр немец фашистары тарафынан уратып алынған була. Хатта ике йыл эсендә Саур-зыярат тирәләй Миул-фронтының һаҡ ҡоролмалары төҙөлгән. Саур-зыярат тактик әһәмиәткә эйә бейеклек була. Оператив карталарҙа ла ул үҙенең бейеклеге буйынса тамғалана, йәғни 277,9 метр. Иң башында вермахтың күҙәтеү пункты урынлаштырыла. Был ерҙәрҙә немец ғәскәрҙәре, ҡаты алыштарға әҙерләнеп, илде яулап алыу маҡсатын ҡуйһа ла, совет иленең яугирҙәре еңеп сыға. Тик шуныһы – бик күптәр бында башын һала. Шуға күрә яуҙар үткәндән һуң кешеләрҙе йыйып, ә был хәл 1943 йылдың эҫе йәйендә була,  дөйөм зыяратҡа туплап ерләйҙәр.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бында тәүге һәйкәлде ҡуялар. Бер нисә вариант тәҡдим ителгән була. Беренсеһе алты метрлыҡ һәм пирамида формаһында була. Уны урындағы аҡбурҙан эшләйҙәр. Иң башына йондоҙ эләләр.  Һуғыштан ҡалған, яу юлын үткән техника менән уратып алалар.

Ә инде 1960 йылда Архитекторҙар союзының Донецк бүлексәһе яңы һәйкәлгә конкурс иғлан итә. Союздан барлығы 37  эш тәҡдим ителә. Хатта проекттарҙың күргәҙмәһен дә эшләйҙәр. Киев коллективының проекты еңеүсе тип табыла. Проект авторҙары – скульпторҙар Ф. Коцюбинский, И. Горовой, К. Кузнецов, архитекторҙар М. Потипако, А. Игнащенко, И. Козлингер.

Беҙҙең Салауатыбыҙҙың һәйкәле кеүек үк, Саур-зыяраттың яңы һәйкәле 1967 йылда асыла. Ул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ла, тылдағы хеҙмәтсәндәр ҙә иҫән була әле. 30-ҙән ашыу кеше тап һуғыш юлын үткән, ауырлыҡтарҙы кисергәндәр иҫәбенән була.

“Саур” һүҙе нимәне аңлата һуң?” – тип һораным беҙҙе оҙатып йөрөгән яугирҙән. “Саур исемле егеттең батырлыҡ тарихы тураһында һөйләйҙәр...” – тине ул. Хәйер, бындағы башҡа кешеләрҙән дә һорашып ҡараным, әммә аныҡ ҡына яуап биреүсе булманы. Этимологияһын бик белге килде, әлбиттә. Кемдер  рус телендәге “саур”, украин телендәге “савур”, “савор” һүҙҙәре төрки халыҡтарынан алынған,  тип тә иҫәпләй, йәғни ул – далалағы бейеклек. Икенсе фараз да бар: сарматтарҙың ырыу исеменән алынған. Иран телдәрендә үгеҙ, һыйыр малы шулай яҙыла икән. Грек теленән дә яуап эҙләп ҡарағандар бар: кеҫәрткене аңлата. Әлбиттә, күптәр Саур исемле кешенең тарихына бәйләп фекер йөрөтә.

Башҡорт телендә лә бар ошоға оҡшаш бер һүҙ – һауыр, йәғни ҡыҙыл тире. Нисектер миңә ошо мәғәнә дөрөҫлөккә тап килгән төҫлө тойолдо, был ерҙәрҙе барып күргәс. Эйе, батыр егет тарихы ла бик булыуы ихтимал. Бәлки, исеме лә шулай булғандыр, кем белә, бәлки, был бик боронғо тарихтыр... Шулай ҙа тотош ҡанға батҡан, тере кешеләрҙең кәүҙәһе менән ҡапланған ер – ул һауыр ер. Ҡыҙыл ҡанға батҡан тире, кеше тәне менән һуғарылған ер. Был – шәхси фекерем һәм ҡарашым.

Бейек-бейек баҫҡыстар буйлап үргә атлайбыҙ. Иң өҫтә – бөтә тирә-яҡты ҡарау, байҡау өсөн урын да эшләнгән. Унда беҙҙе совет һалдатының мөһабәт һыны ҡаршы алды. Хәйер, ул әллә ҡайҙан, юлдан уҡ күренеп, үҙенә саҡырып торғандай ине. Бына, ниһайәт, беҙ Саур-зыяраттың үрендәбеҙ! Скултптураның бейеклеге – туғыҙ метр. Ул суйындан ҡойолған. Һалдат плащ-палатка кейгән, ул елгә тирбәлеп торғандай. Уң ҡулын өҫкә күтәргән һәм автомат тотҡан. Йөҙө менән көнсығышҡа табан ҡараған. 1975 йылдан бында Мәңгелек ут яна.

Обелиск урынлашҡан ергә ике аллея аша юл һалынған. Береһе – герой-ҡалаларҙың вәкилдәре, икенсеһе СССР республикалары пионерҙары һәм Краснодон халҡы тарафынан эшләнгән. Снежное ҡалаһы комсомолдары бында сағандар, тирәктәр ултыртҡан.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң был ерҙәрҙең бер тарихы булһа, 2014 йылда тағы ла яуҙар башлана. Атыштар барышында меомориаль комплекс зыян күрә. Һалдаттың фигураһы ауа, уның ярылған киҫәктәре төрлө ергә һибелә. Пилондар, барльефтар ныҡ тәләфләнә.

2022 йылда Саур-зыярат Рәсәйҙең хәрби-тарихи ойошмаһы һәм Оборона министрлығы тарафынан яңынан тергеҙелә. Ул ҡайтанан 2022 йылдың 8 сентябрендә асыла. Был мәғлүмәт тә ҡыҙыҡлы тойолдо, сөнки М. Шайморатовҡа ла һәйкәл тап ошо йылда 11 октябрҙә асылды.

Махсус рәүештә 2014 йылдағы атыштарҙың эҙен һаҡлайҙар. Килеп ҡаҙалған снарядтар беҙ барғанда ла һәйкәлдә тора ине. Яңы өс пилон өҫтәлгән. Уларҙа Донецк Халыҡ Республикаһы геройҙары, 2014 йылғы ваҡиғаларҙа ҡатнашҡан Владимир Жога (“Воха”), Михаил Толстых (“Гиви”), Арсен Павлов (“Моторола”) һәм Ольга Качура (“Корса” өҫтәлгән). 2023 йылда иҫтәлекле комплекстың икенсе тармағы асылған һәм унда 2014 йылдағы һуғышта һәләк булған Олег Гришинға (“Медведь”), Татьяна Пайвинаға (“Нона”) һәм  Геннадий Поврознинға (“Гуцул”) һәйкәлдәр ҡуйылған.

Саур-зыяраттың тарихы, ундағы барған яуҙарға бәйле иҫтәлектәр тураһында урындағы халыҡ та күп һөйләй. Фольклорҙа ғына түгел, бөгөнгө заман йырҙарына ла, әҙәбиәткә лә Саур-зыяраттың образы килеп ингән. Заманында был ергә боронғо героик эпос һәйкәле статусы бирелгән. Ә  2009 йылда Украина был урынды милли әһәмиәтле мәҙәни мираҫ һәйкәле статусы менән нарыҡлаған.

 Был ерҙә, әллә тирә-яҡта ғәжәйеп иркенлек булғанға, ниндәйҙер  рухи азатлыҡ тойола. Бында бер-береһен бөтөнләй белмәгән кешеләр килеп һүҙ ҡуша, хәсрәттәрен уртаҡлаша. Донецкиҙан килгән ғаилә менән танышып киттек. Улар өсөн Саур-зыярат инде үҙенең яңы тарихы менән хәтерҙәренә, йөрәктәренә уйылған. Өлкән улдары бында һәләк булған. Оло йәштәге ағай менән апай хәҙер ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем йыл һайын яҙын ошо ергә килергә, тип үҙҙәренә һүҙ биргән. Анау бейеклектә торған һалдат уларға үҙ улдары һымаҡ. “А он на самом деле похож на нашего Андрея!” – ти әсәй кеше. “Похож.. похож... очень похож...”. Атай кешенең хәтирәләренән, ошо һүҙҙәренән һуң мин нимә тип әйтә алам инде?!. Улар өсөн хәҙер был урын ысын мәғәнәһендә изгегә әйләнгән.

Хәйер, улар өсөн генәме икән? Ана бит – бында күп кеше ағыла... Әле яҙ башы ғына. Еңеү көнөндә лә, йәмле йәйҙәрҙә лә бында хәтер яңыртыусылар тағ ыла күбәйә. Ике тапҡыр һуғыш үткән, ҡанға батҡан, ғәзиз кешеләренең йәше менән һуғарылған ерҙән ут өҫтөнән атлаған кеүек атлайым. Һалынған таш юлдан ситкә баҫырға ярамай. Һуңғы алышта һәләк булған берәй ир-егетте тапап үтеүең бар...

Шуныһы күңелде йылытты – кешеләр бында яҡты хәтер менән килә. Ил өсөн, Ватан өсөн һәләк булғандарҙы бында рәхмәт әйтеп иҫкә алалар. Бының өсөн һеҙгә рәхмәт, тип эстән генә ҡабатлайым. Яҡты хәтерле булыу үҙе яҡты киләсәк юрай. Саур-зыяраттағы һәйкәлдәр беҙгә ошо хаҡта һөйләп тора.

Һаумы, Максим Серафимов!

Алда әйткәнемсә, бында әллә күпме яугир һәләк булған. Бик күптәрҙең исемен исемләп әйтмәй һаҡлай был ер. Унан тыш, тәғәйен асылған һәйкәлдәр ҙә бар. Һуңғылары 2014 йылдарҙағы алыштан һуң ҡуйылған. Ошолар хаҡында ла һөйләп китергә теләйем.

Әйткәндәй, комплесты тергеҙеү эшенә архитектор Константин Фомин менән скульптор Андрей Коробцов тотонған. Улар, Ржев мемориалының авторҙары булараҡ, киң йәмәғәтселеккә яҡшы таныш.

8 сентябрҙә асылған комплекста махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың, һәләк булғандарҙың йөҙө лә мәңгеләштерелгән. Бына һәр йөҙгә күҙ һалайыҡ. Батыр яугирҙәрҙе өс горельефта һынландырғандар. Уларҙың күбеһе яуҙа һәләк булған, әммә иҫәндәр ҙә бар. Полковник Александр Белоглазов, майор Виктор Дудин һәм подполковник Дмитрий Литвинов  – икенсе горельефта.

Һәр бер егетте телгә алайыҡ: өлкән лейтенант Владимир Зозулин (Рәсәй Геройы),  өлкән лейтенант Нурмагомед Гаджимагомедов (Рәсәй Геройы), өлкән лейтенат Денис Зорин (Рәсәй Геройы), майор Сергей Панов (Рәсәй Геройы),  ефрейтор Дамир Ғилемханов (Рәсәй Геройы), сержант Сергей Соснин (Рәсәй Геройы), полковник Сергей Сухарев (Рәсәй Геройы), лейтенант Максим Концов (Рәсәй Геройы).

Артабанғы горельефҡа күсәбеҙ. Өлкән лейтенант Максим Песковой (Рәсәй Геройы), полковник Михаил Толстых (Рәсәй Геройы), полковник Арсен Павлов (Рәсәй Геройы), полковник Александр Белоглазов (Рәсәй Геройы), майор Виктор Дудин (Рәсәй Геройы), подполковник Дмитрий Литвинов (Рәсәй Геройы), капитан Алексей Курганов (Рәсәй Геройы), генерал-майор Канамат Боташев (Рәсәй Геройы). Уларҙың һәр береһен теҙеп яҙам, сөнки яҙмамдың был өлөшө үҙе лә Саур-зыяраттың бер аһаңе икәнен еткерергә теләйем. Уларҙың һәр береһе, ҡулына ҡоралын алып, бөгөн дә алышҡа сығырға әҙер торғандай, һынлы сәнғәт әҫәре аша йөҙөндә беҙгә баға. Тетрәндергес урын. Ошо хәтлем ҡорбандар менән яуланып алынған ерҙәр, ундағы халыҡ – былар инде бөгөнгө тарих.

Горельефтың быныһы Башҡортостан халҡы өсөн бигерәк тә үҙ кешенән башланған түгелме? Максим  Серафимов... Күҙгә йәш тула. Бында килгәнгә ҡәҙәр үк ошо егеттең ҡаһарманлығы хаҡында күпме ишеттем мин. Йәп-йәш кенә бит әле ул. Бына яугирҙәр бер сафҡа теҙелгән: өлкән лейтенант Максим Серафимов (Рәсәй Геройы), капитан Адам Хамхоев (Рәсәй Геройы), рядовой Максим Рыжов (Рәсәй Геройы), рядовой Александр Старчков (Рәсәй Геройы), өлкән лейтенант Александр Попов (Рәсәй Геройы), подполковник   Ольга Качура (Рәсәй Геройы),  ефрейтор Дмитрий Фаршинев (Рәсәй Геройы), полковник Владимир Жога (Рәсәй Геройы).

Максим Серафимов хаҡында бер нисә кәлимә әйтеп китәйек. Ул, алда әйткәнемсә, беҙҙең яҡташыбыҙ. 1995 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Өфөнөң айырым фәндәрҙе тәрән өйрәнгән 40-сы белем биреү үҙәгендә белем алған. Грек-рим көрәше менән шөғөлләнгән, спорт мастерлығына кандидат, Башҡортостан ярыштарында, тап ошо спорт төрө буйынса еңеүсе булған йәш егет.

2013 йылда ул Рязань юғары һауа-десант команда училищеһына уҡырға ингән. 2018 йылда уны тамамлағандан һуң, егетте Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Баш идаралығының 2-се махсус тәғәйенләнештәге гвардия бригадаһына ебәрә. Дислокация урыны – Псков ҡалаһы. Унда ул махсус тәғәйенләнештәге төркөмдөң командиры була.  

Максим бала саҡтан батырлыҡ ҡылыу тураһында хыяллана. Улай ғына ла түгел, хәрби фильмдар ҡарап, улар миҫалында илдең ышаныслы улы, кәрәк икән, ғүмерен бирергә әҙер яугире булып тәрбиәләнә. Бала саҡта үтә лә сибек кенә малайҙың, спорт менән ныҡлап шөғөлләнеп, ҙур уңыштар ҡаҙанырына башта күптәр аптырап ҡарай. Әммә ул маҡсатына ынтылыусан булып үҫә. Максим телдәрҙе лә яҡшы белгән. Уның инглиз, француз, шулай уҡ башҡорт телдәрен һәйбәт үҙләштереүе тураһында класташтары ла яҙа.

Белеүебеҙсә, 24 февралдә махсус хәрби операция башланды. Беҙҙең ғәскәрҙәр Харьковҡа төньяҡ-көнбайыштан  һөжүм итә. Юлдарҙа ҡаты алыштар бара шул осорҙа. 25 февралдә ҡалаға яҡынайып, 26-һында уратып алалар. М. Серафимовтың төркөмө иҫ киткес ҡаты алышҡа эләгә. Өлкән командир һәләк булғас, 27 йәшлек яҡташыбыҙ командалыҡ итеүҙе үҙ өҫтөнә ала. Улар, нисек кенә ҡатмарлы хәлгә тарыуҙарына ҡарамаҫтан, алған объект өсөн көрәште дауам итә. Һөҙөмтәлә 30 боевик һәм БТР юҡ ителә. Максим бер нисә тапҡыр яралана, әммә шул килеш тә алышты дауам итә. Аҙаҡ ата-әсәһе уның был ҡыйыулығы тураһында: “Ул һәр саҡ көрәшсе булды. Һуғышҡа ла ниндәйҙер байлыҡ, аҡса өсөн түгел, илемә кәрәк саҡта мин терәк булырға тейеш, тип китте“, – ти.

Был ҡамауҙан Максим иҫән сыҡмай. Ул тәҙрәнән осоп ингән гранатаны кәүҙәһе менән ҡаплап, яҡындағы яугирҙәрҙең ғүмерен һаҡлап алып ҡала. 27 февралдә яуҙа батырҙарса һәләк була.

Башта уны хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләйҙәр. Ата-әсәһенә лә июндә генә хәбәр итәләр. Эйе, был һуғыш Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек түгел һис кенә лә. Хәбәрһеҙ юғалғандарҙың күбеһенең кәүҙәһен алып сығып булмай, йәғни дошман яғы әленән-әле һәләк булғандар ятҡан ерҙәргә лә һөжүм яһап тора. Байтаҡ ара алға киткәс кенә, шул яҡтарға барып, беҙҙең медицина хеҙмәткәрҙәре, башҡа яугирҙәр яуҙаштарын алып сыға. Генерал М. Шайморатов та февралдә һәләк булған, шуға күрә республика Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, яуҙаштарын һаҡлап ҡалып, үҙе һәләк булған Максим Серафимовтың М. Шайморатов ордены менән бүләкләнеүе һис ғәжәп түгел.  2020 йылдың 12 июлендә Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Максим Серафимовҡа, вафат булғандан һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде.

Бөгөн Башҡортостанда уның исемен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эш атҡарыла. Мәҫәлән, “Патриот” паркы яҡташыбыҙҙың исемен йөрөтә. Ул уҡыған Өфөнөң  40-сы белем биреү үҙәгенә исеме бирелде. Шунда уҡ иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылған. Белем усағында шулай уҡ  Герой партаһы ла булдырылған. Унда биографияһы, батырлыҡ тарихы яҙылған. Әйткәндәй, асыҡ йөҙлө Максим үҙе лә туған мәктәбен бик яратҡан, даими рәүештә осрашыуҙарға килеп йөрөгән. Махсус саҡырыу, йәки ойошторолған сара өсөн түгел, ә күңел талабы буйынса. Мәктәптең фасадын шулай уҡ Максимдың портреты биҙәй. Батыр Өфөлә ерләнгән.

Атаһы әйтеүенсә, яҡташыбыҙ үҫкәндә лә, хәрби училищела уҡығанда ла башҡаларҙан бер нимәһе менән дә айырылмаған, бары тик һәр саҡ күңелендә иленә кәрәк булыу теләген йөрөткән. Уның хатта шундай әйткән һүҙе ҡалған: “Тыуған илде һәм намыҫты юғалтырға ярамай!” Бына ошондай егеттәр бөгөн ил өсөн алыша ла инде. Әйткәндәй, Максимдың ҡустыһы ла,  уға оҡшап,  уҡыу алдынғыһы икән. Ул ағаһы менән сикһеҙ ғорурлана.

Волгоградтағы Мамай-ҡурғанды хәтерләткән Саур-зыярат янында әйтеп аңлатып бөткөһөҙ тынлыҡ. Бында ҡоштар һайрауы ла, кешеләрҙең ары-бире бер-береһенә өндәшеүе лә айырым бер аһәң менән ишетелгәндәй. Ваҡыт туҡтап ҡалғандай. Ике тапҡыр. Береһе – Бөйөк Ватан һуғышы осоронда. Ҡояш сыҡҡан яҡҡа ҡарап тора төҫлө ул сәғәттең уҡтары. Икенсеһе – бына әле яңы ғына – 2014 йылда. Саур-зыяратта йөрөгәндә,  ошо ике ваҡыт арауығында аҙашып ҡалғандай хис итәһең үҙеңде. Беҙ һуғыш хаҡында ошо һәйкәлдәргә, ҡайтҡан “200-сө йөк” аша беләбеҙ.  Ә был ер  бер быуат эсендә икенсегә ҡан менән йыуылған, кеше кәүҙәһе һәм тире менән ҡапланған.  Һауыр-зыярат бында... Һауыр ер...

Мәҡәләнең авторы - Лариса АБДУЛЛИНА.

Донецк Халыҡ Республикаһы.

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас