Бөтә яңылыҡтар

“Барби” - компьютер биргән ҡушамат ҡына

"Мәләүез районы Бельский ауылында йәшәгәндә ислам дине тәғлимәтен өйрәнә башланым. Махсус хәрби операцияла ауыр шарттарҙа Аллаһы Тәғәләгә һыйындым”, - ти яугир.

“Барби” - компьютер биргән ҡушамат ҡына
“Барби” - компьютер биргән ҡушамат ҡына

Ҡаршымда ултырған алсаҡ йөҙлө, дәртле, йәш егеткә ҡарап тормоштоң әсе һурпаһын байтаҡ эскән, күп ауырлыҡтар кисергән, утты-һыуҙы кискән тип әйтерлек тә түгел.

Йәш ваҡытта көрәш, бокс менән шөғөлләнгән егет 2022 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөп, “Вагнер” шәхси хәрби компания составында махсус хәрби операцияға юллана.

“Бельский ауылында йәшәгәндә ислам дине тәғлимәтен өйрәнә башланым. Махсус хәрби операцияла ауыр шарттарҙа Аллаһы Тәғәләгә һыйындым”, - ти яугир.

Спорт менән шөғөлләнеп нығыныуы, атаһының (яҡынының баҡыйлыҡҡа күскәненә 18 йыл) ирҙәрсә тәрбиәләүе махсус хәрби операция биләмәһендә ярҙам иткән.

Туғыҙ ай алғы һыҙыҡта штурмлаусылар төркөмө командиры булған яҡташтың яуҙа тәжрибәһе етерлек. Беренсе тапҡыр яраланып төҙәлгәс, госпиталдән алғы һыҙыҡҡа ебәрелә.  Командир  ҡул аҫтындағы яугирҙәрҙе һаҡлап йөрөтә, уларҙың төркөмөндә “200”-лөләр булмай. “Позицияны алғас та унда нығынырға кәрәкмәй, сөнки “укроп”тар үҙҙәренең элекке блиндажы ҡайҙа урынлашҡанын белә. Иртәбелә. Иртә менән мишенгә әйләнмәҫ өсөн төнөн йоҡлатмай, яңы окоп ҡаҙҙыра инем. Статистика буйынса минең отрядтыҡылар яуҙа ятып ҡалманы”, - ти  ул. Әйткәндәй, ҡушаматҡа килгәндә, компьютер һайлаған позывнойҙарҙы күптәре хәтерләмәгән дә. Яуҙа берҙәмлек көслө:  бер-береһе өсөн улар  барыһы ла - Брат. Аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡһа ла, һәр кем үҙенең ҡайҙа икәнлеген яҡшы аңлағас, үпкә һаҡламай. 

Бөгөн “Барби” махсус хәрби операция яраланған ике яугирҙе опекаға алған, тыныс тормошта уларға тормош-көнкүрештә ярҙам итә. 

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: