Геройҙар дәүере
12 Июль 2024, 17:30

Иглиндар һәр саҡ берҙәм

Махсус хәрби операция башланыу менән бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика халҡы Ватан именлеге һағына баҫҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында берләште. Был эш Иглин районында ла әүҙем ойошторолған. Төбәк кешеләре даими рәүештә маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре,ҡоро душтар эшләй, гуманитар ярҙам туплап оҙата. 

Иглиндар һәр саҡ берҙәмИглиндар һәр саҡ берҙәм
Иглиндар һәр саҡ берҙәм

Махсус хәрби операция башланыу менән бөтә ил, шул иҫәптән беҙҙең республика халҡы Ватан именлеге һағына баҫҡан яугирҙәргә ярҙам итеү маҡсатында берләште. Был эш Иглин районында ла әүҙем ойошторолған. Төбәк кешеләре даими рәүештә маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре,ҡоро душтар эшләй, гуманитар ярҙам туплап оҙата.

Былтыр февралдә Иглин ауы[1]лында “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” ирекмәндәр штабы эшләй башлаған. Берләш мә Иглин хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы башланғысы менән ойошто ролған. Бында төрлө йәштәге битараф булмаған кешеләр мөһим һәм кәрәкле эш – махсус хәрби операцияла ҡатна шыусыларға булышлыҡ итеү өсөн берләшкән. Уларға урындағы эшҡыуар ҙар ҙур ярҙам күрһәтә, халыҡ та хәленән килгәнсә аҡсалата ярҙам күсерә.  Дөйөм алғанда, райондың ауылдарын[1]да ундан ашыу штаб эшләй. Шуларҙың береһе – “көмөш” ирекмәндәрҙе берләштергәне – Иглин ауылындағы Йәштәр үҙәгендә урынлашҡан.  

– Беҙҙең ячейка 50-нән ашыу “көмөш” ирекмәнде берләштерә. Штабта эш бер ваҡытта ла тынмай, иртәнән кискә тиклем кеше өҙөлмәй. Беҙгә мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы ла ихлас ярҙам итә. Берҙәм көс менән носилкалар тегәбеҙ, ойоҡбаштар бәйләйбеҙ, шәм дәр, ҡоро душтар эшләйбеҙ, – тип һөйләне берләшмәнең әүҙем ағзаһы Инесса Гладкова.

Татьяна Плотвина яугирҙәргә тип эшләгән махсус беләҙектәр тураһында һөйләне. Бындай беләҙек ныҡлы ептән үрелә икән. Яугирҙәр уны беләгенә тағып йөрөй һәм кәрәк саҡта бер нисә секунд эсендә һүтә ала, һөҙөмтәлә биш метрлыҡ еп барлыҡҡа килә. Ул айырыуса яралыларға жгут һалыу, берәй әйберҙе бәйләп ҡуйыу өсөн уңайлы.  Нурислам Фәйзиханов халыҡтың берҙәмлеген,  айырыуса район хакимиәте етәкселегенән аңлау һәм ярҙам булыуын билдәләне. Хакимиәт башлығы Гүзәл Рәйес ҡыҙы Насированың башланғысы менән “көмөш” ирекмәндәргә һары төҫтәге махсус жилеттар текте релгән. Хәҙер улар төрлө сараларҙа ҡояш кеүек әллә ҡайҙан балҡып күренеп тора.

– Районыбыҙҙың хәрби хәрәкәттәр ве[1]терандары союзы, уның етәксеһе Николай Исаев һәр ваҡыт махсус хәрби операция яугирҙәре менән бәйләнештә тора, шуға күрә беҙ ил һаҡсыларына нимә кәрәк, шуны эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ҡышын – йылы ойоҡбаштар, окоп шәмдәрен күпләп ебәрһәк, йәйгә ҡарай ҡоро душтарға ихтыяж арта, – ти ирекмәндәр.  Әйткәндәй, “көмөш” ирекмәндәр үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап йәшәмәй, башҡаларҙың эш тәжрибәһен дә уртаҡлаша, үҙҙәре кеүек тынғыһыҙ, изге йөрәкле оло[1]лар менән аралашып тора. Июнь башында ошо мәҡәлә геройҙары Татьяна Плотвина менән Инесса Гладкова Алтай крайында һәм Алтай Республи каһында булып ҡайтҡан. Улар был төбәктең матур урын[1]дарына сәйәхәт итеүҙән тыш, урындағы “көмөш” ирек мәндәр менән аралашып, тәжрибә уртаҡлашҡан.

Бына шулай, берҙәм көс булып тупланып йәшәй һәм эшләй Иглин ирекмәндәре. Улар һәр башҡарған шөғөлөнә күңел йылыһын һала, яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк еңеү яулап ҡайтыуын теләп, изге доғаларын бағышлай.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас