Геройҙар дәүере
12 Июль 2024, 13:30

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Ғүмерлек кисерештәргә тулы сәфәр 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!

Рәсәйҙең яңы, шул уҡ ваҡытта боронғо биләмәләренә командировканан яҙмаларҙың бер килкеһенә ошо һанда нөктә ҡуйып торам. Алдағы яҙмаларҙа билдәләүемсә, был сәфәр ғүмерлек кисерешле юл булды. Бөтәһе лә – Хоҙай ҡөҙрәтендә. Барып күрмәһәм, күп нәмәне башҡаларҙың репортажынан, ҡарашынан ғына белер инем. Үҙең барып күреүгә, яугирҙар менән аралашыуға, ундағы тормоштоң шаһиты булыуға ни етә!

“Тринадцатый”ҙың – Азат Шамил улының ошо сәфәрҙәрҙе ойоштороуға булышлыҡ итеүен дә тәрәндән аңлап ҡарарға кәрәк. Эйе, ул төбәктәрҙә бик күп журналистар эшләй. Әммә беҙҙең ҡәләм әһелдәренең сәфәрен дәүләтселек тарафынан ҡурсалап ойошторолоуы – үҙе айырым иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, беҙ үҙебеҙҙе һәр урында ярҙам итергә әҙер булыуҙарын тойҙоҡ, әлбиттә, бәләкәй бала һымаҡ, мыжып, уны-быны һорап йөрөмәһең, әммә ойошторолған сәфәрҙең маҡсатлы һөҙөмтәһе лә була. Һәр тармаҡты күреп, яҡтыртып, кәрәкле кешеләр, белгестәр менән осрашып әңгәмәләр эшләү, көтөлмәгән осрашыуҙар, уйламаған да күренештәр – былар барыһы яҙмаларға, күңел дәфтәренә теркәлде.

Кеше булһын затығыҙ!

Яраланған яҡтарҙа  йөрөп ҡайтҡандан һуң, йыш ғына “Урал батыр” эпосындағы ошо  һүҙҙәр телгә килеп торҙо. Бик боронғо эпосыбыҙҙа кешеләрҙең төп асылы, төп тәғәйенләнеше хаҡында ап-асыҡ итеп әйтелгән. Ни өсөн быға айырым туҡталыуымды һөйләп китәйем. Ғүмерлек сәфәр мине ауыр кисерештәре менән дә һынаны. 2 мартта йәп-йәш яугир менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул “Башҡортостан” гәзитендә баҫылып сыҡты. Шундай рухлы, янып торған 22 йәшлек егеттең ил тойғоһо менән яныуына һоҡланмау мөмкин түгел ине! Ул ысын мәғәнәһендә яугир булып тыуғайны! Ундайҙар менән ил азатлығы, ил именлеге яулана, һаҡлана. Тик... Ниндәй генә һүҙҙәр менән үҙемде йыуатайым да, нимәләр генә әйтергә була ошо бөркөттәй баланың ата-әсәләренә?!. Уның менән күрешеп бер көн дә үтмәгән, ул алғы һыҙыҡта вафат  булды. Башта был хаҡта белмәнем мин. Белгәндәр ҙә әйтмәйерәк торғандар, сөнки тап ошо егетте ныҡ яҡын күргәнде беләләр ине. Әммә ундай хәбәр килеп етмәй буламы һуң? Үҙебеҙҙекеләргә яҙам, берәү ҙә яуап бирмәй... Уҡыйҙар, әммә бөтөнләй икенсе нәмә хаҡында хәбәр итәләр. Март та үтте, апрель дә осланды, май килеп етте... Йәш яугирҙың кәүҙәһен алып сыға алмайҙар һәләк булған еренән.

Түҙмәнем, мәсеткә киттем. Моғайын, изге Ҡөръән Кәримдә ошондай хәлдәрҙә ярҙам итерҙәй сүрәләр барҙыр. Бар, әлбиттә. Ауыр саҡта һәр беребеҙ Хоҙайға һыйына. Муллаға егеттең исемен әйтеп, хәлде аңлатып бирҙем. Беләһегеҙме ул нимә ти?  Мосолман түгел бит, тип доға ҡылмаҫҡа әйтә. Ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Йылы урында доға ҡылып ултырған кешеләргә кемдең мосолман, кемдең түгеллеген билдәләүе еңел шул. Ошо бала ил тойғоһо менән беҙҙең именлек өсөн һәләк булып ята, ә беҙ уға доға ҡылырға ла ҡулыбыҙҙан килмәйме? Уның исеменән шәһәҙәт әйтегеҙ ҙә доға ҡылырбыҙ, тине мулла. Эйе,  уҡыны ул сүрәләрҙе, эйе, мин барыһын аңлайым, мәсеткә Аллаһ ризалығы өсөн барғанымды ла, ә муллаға түгел, әммә барыбер иман юлында булырға тейешле кешеләрҙең милләт, дин айырыуын ҡабул итә алмайым. Был осраҡта Зәйнулла Рәсүлевтың Троицк мәсетендә эҙәрлекләүҙән ҡасып китеп барған йәһүд ғаиләһен һаҡлап алып ҡалыуы иҫкә төштө. Ул бит башҡа милләт, башҡа дин вәкилдәре тип ҡарап тормаған. Әгәр һин башҡа милләткә, башҡа халыҡҡа, башҡа дин вәкиленә ихлас ярҙам итәһең икән, был бит үҙеңә лә, халҡыңа ла мәртәбә өҫтәй. Ысын кешелек сифаттарына эйә булғандар ғына башҡаларға ярҙам итә ала. Ҡөръән Кәримдә: “Мин һеҙҙе төрлө ҡәүем итеп яраттым”, – тиелгән. Төрлө халыҡтар бер-береһен танып белһен, шул рәүешле бер-береһенә ихтирам күрһәтеп, Аллаһ тәғәләнең ризалығына ирешһен өсөн! Ана бит егеттәр яу ҡырында бер кемдең дә милләтен дә, динен дә айырып тормай. Хәмзә хәҙрәт эргәһендә рустары ла, сыуаштары ла йөрөй. Отец Викторҙы башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа үҙ иткән. Кеше үлем менән күҙгә-күҙ күрешкән, шулар донъяның иң тәрән төшөнсәләрен дә тәрәндән аңлай, күрәһең. Хатта үҙем өсөн ошондай һығымта ла эшләп ҡуйҙым. Ана бит ата-бабаларыбыҙ Урал һүҙе аша бик борон уҡ кеше булыуҙың төп ҡиммәте яҡшылыҡ ҡылыуҙа икәнен күптән әйтеп ҡалдырған. Башҡа халыҡтарҙа ла бар ул изгелектең баһаһы тураһындағы боронғо фекерҙәр. Әммә кешелек боронғо һүҙҙәрҙе онотоп, яманлыҡ юлына баҫҡанда, күрәһең, Хоҙай уларға изге китап менән бергә пәйғәмбәрҙе ебәргән. Даими рәүешле Ергә пәйғәмбәрҙәр килеп торған. Уларҙың төп маҡсаты – кешеләргә кеше булып ҡалыуҙың асылын аңлатыу булған. Һуңғы пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.һ) иң мөрхәмәтле һәм кешеләрҙе һәр саҡ ғәфү итә торған заттарҙан булыуы менән телгә алына. Замандаштарына ул игелеклелеге менән өлгө булған. Бөгөн дин күпселек осраҡта сәйәси маҡсаттан, ҡайһы берҙә хатта шәхси ҡыҙыҡһыныуҙар маҡсатында ҡулланылыуын аңланым мин. Ысын дин әһеле ул эске мәҙәниәтле, кешенең йөҙөн йыртмаҫ, изгелек ҡылған кеше. Йөрәктәрҙә булырға тейеш ул доғалар, сүрәәр, мәсеттәр. Баяғы бөркөт яугирға әйләнеп ҡайтып шуны әйтеп китәм: уның кәүҙәһен һаман да алып сыға алмайҙар. Дошман үсле, дошман мәрхәмәтһеҙ, дошман емереүсе заттан. Күп яугирҙарҙың ана шулай кәүҙәләрен алып сыға алмайҙар. Алырға тип барһалар, уларға һөжүм итәләр. Алырға барғандар һәләк була, яралана. Шуға күрә тотош ҙур ҡурған булып Суар-зыярат теге һуғыштан һуң уҡ барлыҡҡа килеүе һис юҡҡа түгел. Ул ер әҙәм балаларының кәүҙәһе, ҡаны менән һуғарылған. Йәш егеткә арнап шиғырҙар ҙа яҙылды. Береһен баҫмабыҙға тәҡдим итәм. Яҙҙар буйы көттөк ҡайтҡанын. Ҡап-ҡар күҙле ҡуңырт йөҙлө егетте сыйырсыҡтар менән бергә ҡайтыр тип өҙгәләндек. Тик һаан ктөп ала алмайбыҙ әле:

ҺАНДУҒАС БУЛАҺЫМ КИЛДЕ...

Мне кажется порою, что солдаты,

С кровавых не пришедшие полей,

Не в землю эту полегли когда-то,

А превратились в белых журавлей.

Р. Гамзатов

 

Һандуғас булаһым килде,

Булаһым килде былбыл.

Йырлап ҡына әйтер һүҙҙең

Көйөн асылым табыр.

 

Күпләп ҡайтҡан сыйырсыҡтар,

Нисек һуң ҡушылайым?

Улар һымаҡ һайрап булмаҫ!

Тыңлапмы хуш булайым?..

 

Һандуғастар таң уята,

Мин инде күптән уяу.

Һеҙ ожмахтан ҡайттығыҙмы –

Йырығыҙ йәнгә таяу.

 

Танып ҡалдым моңоғоҙҙо,

Был бит һеҙ, яугир дуҫым!

Һонолоптар ҡарап торам,

Һеҙ килгәнһегеҙ осоп.

 

Элеп ҡуяйым оялар,

Ҡайтҡан бит һандуғасым!

Ҡайтҡан Башҡортостанына,

Танып таныш ағасын.

 

Сыйырсыҡтарым ҡайтҡан бит,

Көтөп торһон оялар.

Улар моңон, доға төҫлө,

Туған ерҙә тоялар.

 

Сыйырсыҡ булаһым килде,

Булғым килде һандуғас.

Кеше Ерҙә Кеше була,

Унан бары йыр ҡалғас.

Былар хаҡында айырып яҙыуым юҡҡа түгел. Махсус хәрби операцияға йәмәғәтселектә лә төрлө ҡараш. Бер уйлаһаң, беҙ был һуғыш тураһында күпселек осраҡта ҡайтҡан  “груз 200”, яраланғандар аша беләбеҙ. Ә ул яҡта йәшәгәндәр ошо һуғышты үҙ иңендә кисерә. Бер мәҡәләмдә яҙып үткәйнем: мәктәптең “Защитники Донбасса” стендында 44 яугир фотоһы тора. Улар барыһы ошо Петровское мәктәбенең уҡытыусылары, уҡытыусыларҙың ирҙәре, улдары. 2014 йылдан бында үҙ ир-егеттәре күп ҡырылған. “Председатель” позывнойлы яугирҙың һүҙҙәре иҫкә төшә: “Бөйөк Ватан һуғышында мәғлүмәт яуы был тиклем булмаған бит, халыҡ бер баҫмаға, бер радиотауышына – Левитанға ышанған. Шуға күрә берҙәм булған!” Эйе, беҙҙе был һуғыш башланғансы телефонлы, айфонлы итеп, мәғлүмәт яуына еңелерлек итеп әҙерләнеләр. Кешеләргә ниндәй генә ялған хәбәр таратмайҙар. Шуныһы билдәле – әҙәпһеҙлек, аҙғынлыҡ, ҡатындарҙың ирҙәрҙе кешегә һанамауы һәм башҡа әшәке күренештәр беҙгә “маҡтаулы” Европанан инде. Оят тигән нәмә юғалды. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “демократия” лозунгы аҫтында ил халҡы тарҡатылды, рухи таяныстар емерелде. Дини ойошмалар эшмәкәрлеге әүҙемләште, мәсеттәр төҙөлдө, китаптар сыға, әммә ихласлыҡ юғалғандай булды. Был осраҡта йәш быуын ауыр хәлдә ҡалды. Ниндәй генә шәп сифатлы тауарҙар инһә лә илгә ул тарафтарҙан, иң аяныслыһы –  унан шулай уҡ рухиәтте емерә торған идеология керҙе, махсус сәйәсәт алып барылды. Шуға күрә бөгөн Рәсәйҙең тотош донъяның ҡара көстәре менән алышыуын аңларға тейешбеҙ. Ил, ватан өсөн һәләк булған егеттәр, теҙелешеп баҫып торған ағайҙар беҙгә был хаҡта иҫкәртеп тора. Ил, дәүләт бөтәһенә лә кәрәк, әммә уның өсөн көрәшеү бик ҡиммәт хаҡтар талап итә. Миктәнеп, ауырлыҡтар менән атлай илебеҙ был йылдарҙа, әммә үҙ еребеҙ, үҙ халҡыбыҙ өсөн барған алыш яҡшылыҡ еңеүе менән тамамланыр. Урал батыр ҙа ерендә яҡшылыҡ еңһен өсөн ҡулына ҡорал алған. Көрәшһеҙ, ҡорбанһыҙ еңеү булмай. Мәғлүмәти һуғыш секунд һайын аңдарҙы томалай. Әммә хәҙер халыҡ та аҡты ҡаранан айырырға өйрәнер. Һәр кем үҙ фронтында дөрөҫ көрәш алып барһа, тыныс көндәр ҙә тиҙерәк тыуыр. Уйыбыҙ, һүҙебеҙ, яҙғандарыбыҙ менән ҡаршы булайыҡ илебеҙгә, халҡыбыҙға – яҡшылыҡҡа ҡаршы булғандарға!

Һин беҙҙең өсөн – “Сестра”

Хәҙер һәр кемгә мәғлүм: махсус хәрби операцияла булғандарҙың һәр береһенең позывнойы бар. Хатта командировкаға барып ҡайтҡан журналистарҙың да. Беҙгә лә хәрби кейем бирҙеләр, позывнойҙар алырға кәрәклеге хаҡында әйттеләр. Оҙатып йөрөгән яугир кейемдәрҙе машинаға һалды, әммә беҙ уларҙы кеймәнек. Позывнойҙар ҙа алманыҡ. Беҙҙең юлыбыҙ, күрәһең, шулай тыныс һәм хәйерле булғандыр, Аллаға шөкөр, һаҡ кейемдәре кәрәк булманы, имен йөрөп ҡайттыҡ. Хәрби кейемде Луганск Халыҡ  Республикаһының дәүләт телевидениеһында ғына кейеп ҡараным. Леонард Свидовсковта осрашыуҙа булғанда. Һөнәри ҡыҙыҡһыныу менән, кейергә яҙмаһын тип теләк әйтеп...

Позывной үҙенән-үҙе эҙләп тапты мине. Махсус хәрби операцияға бәйле фекерҙәремде уратҡлашҡан, теләктәш һәм рухташ булған “Томан” позывнойлы егет сәбәпсе булды уға. Ишембай районынан ул. Беҙ уның менән дини байрамда танышҡайныҡ, хәрби ваҡиғалар башланған, әммә ул әле унда юлланмаған йылда. Спорт, ижад, бигерәк тә шиғырҙар яратҡан был егет шунда уҡ күңелгә ятты. Ә инде махсус хәрби операцияла китабым уның ҡулына барып эләккәс, ул, рәхмәт әйтеп, видеомөрәжәғәт яҙҙырҙы. Шунан алып “Томан” яҡын туғаныма әйләнде лә инде. Аралашып торабыҙ. Әле яраланып, госпиталдә ята. Доставаловсыларҙың береһе ул. Ысын яугир, рухлы һәм илһөйәр командир.

Ваҡытлы матбуғатты, китаптарҙы, бигерәк тә егеттәрҙең үҙҙәре хаҡындағы яҙмаларҙы фронтҡа ебәреү – үҙе айырым бер эш. Һуғышта йөрөгәндәр ҙә көн-төн алғы һыҙыҡта ятмай бит. Улар бер-береһен алмаштыра, ялға сыға. Иң мөһиме – алғы һыҙыҡтан иҫән сығыу. Ял мәлендә егеттәр китап та, гәзит тә уҡый. Ташҡа баҫылған – юйылмай, тигәндәй. Ҡулына ҡорал тотоп илде һаҡлаған, ҡаны менән уның тарихын яҙған яугиргә лә үҙе хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр, йә булмаһа, очерктар, юлъяҙмалар уҡыуы күңеллелер, шуға күрә Башҡортостан Журналистар союзының был сәфәрҙәрҙе ойоштороу башланғысы мнән сығыуы ҙур эш, үҙе тарихи ваҡиға булды.

 “Томан” миңә “Сестра” тип өндәште. Ошо һүҙ МХО-ла булғандар араһында таралып китте. Күптәре миңә шулай тип өндәшә, һорауы булһа, яҙа. “Томан” ике тапҡыр видеояҙма һалды. Уларҙағы һәр һүҙ, һәр һөйләм ҡәҙерле миңә. Бигерәк тә “Ты для нас всех стала “сестрой!” тигән юлдары. Баҡтиһәң, үҙ-ара ла шулай тип әйтәләр икән. “Сестра” булыуы бик яуаплы ла, дәрәжәле лә! Рәхмәт, “Томан”!

 Махсус хәрби операцияла булған егеттәр – ил ҡәҙерен белеп, уны аяҡҡа баҫтыра торған айырым бер ғәскәр төҫлө миңә. Әллә нисәмә быуын ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған илебеҙҙе, еребеҙҙе улар баһалай, ҡәҙерләй. Яуҙар, һуғыштар борондан булған, шуға күрә лә яугир асыллы башҡорт ир-егеттәре был юлы ла һынатманы, тотош батальондар булып Ватан һағына баҫты. Унда булғандарҙың, ҡурҡмай дошманға ҡаршы алышҡандарҙың һәр береһе – минең өсөн герой. Унда барып, дошман менән күҙгә-күҙ осрашып, йәки уның кассеталы снаряды аҫтында ҡалып һәләк булған дуҫтарының өлөштәрен йыйып йөрөгән егеттәрҙең, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ялдан һуң яңынан яуҙаштары янына юлланыуы – ирлектең дә ирлеге, батырлыҡтың да батырлығы. Ысынлап әйтәм, күҙ алдымдан китмәй минән өлкән ағайҙарҙың ил мәнфәғәте тип сафҡа теҙелеп баҫып торғандары. Уларҙы яҡлап һүҙ әйтергә әҙермен, әйтәсәкмен дә.

Эйе, аҡса эшләр өсөн юлланғандар ҙа бар. Әммә уларҙың береһенән, беләһегеҙме, ниндәй фекер ишеттем? “Здесь, на рубежах страны, нашел свою Родину!” – тине ул. Бер ниндәй ауырлыҡһыҙ, тып-тын илдә рәхәтләнеп йәшәп ятҡанда беҙ илебеҙ, ватаныбыҙ, дәүләтебеҙ барлығы хаҡында уйлағаныбыҙ булдымы икән? Өлкән быуынды әйтмәйем мин. Уларҙа ул тойғо бар, улар шуның менән йәшәне һәм һуңғы һулыштарына тиклем Тыуған ил хаҡындағы уйҙары менән ҡаласаҡ.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан иҫкән “демократия” елдәре дуҫлыҡ, туғанлыҡ, илһөйәрлек кеүек тойғоларҙы һыпырып ташланы. Тотош быуын “аҡса культы”  менән үҫте. Ә бит кешене кеше иткән сифаттар – ул аҡыллы аҙым, ил тойғоһо, изгелек төшөнсәләре, миһырбанлыҡ. Беҙ бала саҡта Яңы йылдан да ҡәҙерлерәк байрам Еңеү көнө ине. Олатайҙарыбыҙға шул тиклем рәхмәтле булып, илебеҙ тарихын, хатта рухлы уҡытыусыларҙың эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә башҡорт тарихын өйрәнеп-белеп үҫтек. Ә тотош быуын ошо ҡиммәттәрҙән мәхрүм ҡалды. Емереү эштәре алып барылғанын күрҙек, әммә һөҙөмтәләре шул тиклем тиҙ булыр йәки “С войной покончили мы счеты...” тип йырлаған олатайҙарыбыҙ донъяның иң ҡот осҡос фашизмын еңгән илде мәғлүмәт аша юҡҡа сығарып булыр, тип уйланыҡмы? Юҡ, сөнки һәр кем шәхси донъяһына бикләнде, ҡапҡалар бейегәйҙе, рухи юғарылыҡ түбәнәйҙе, китаптар күпләп сыҡты, уҡыған кеше ҡалманы.

Дошмандың емереү мәғлүмәте йәш быуындың ҡанында йөҙә, аңын томалаған, күңелен арбаған. Инглиз телен ни тиклем яҡшы белһә лә,  бер кем дә башҡортто инглизгә һанамаясаҡ. Хатта аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле башҡорт булһа ла. Йәш быуынға уларҙың ниндәй милләттән булыуы ла кәрәкмәй кеүек хатта. Ҡайындың япраҡтарын кипаристыҡына оҡшатып киҫһәң дә, төҫөн буяп ҡуйһаң да, ҡайын кипарис булмаясаҡ.

Тамырҙарыбыҙҙа Рәсәй башҡорто ҡаны аға! Беҙҙең үҙ асылыбыҙ, тарихыбыҙ, халҡыбыҙ бар. Илде эске яҡтан нығытыр өсөн иң тәүҙә йәш быуынды, балаларҙы Рәсәй тарихында, күп милләтле халыҡтарҙың эскерһеҙ дуҫлығы миҫалында, башҡорт йолаларында тәрбиәләргә кәрәк!

Был йәһәттән махсус хәрби операцияла булған егеттәр төп эш йәштәр менән алып барылырға тейешлеген яҡшы белә, аңлай. Сит илдә йәшәгән башҡорт та ғүмер һуңында Башҡортостанға ҡайтып ерләнергә, ата-бабалары менән бер зыяратта ятырға тырыша. Ә ниңә ул илде бөгөн бергәләп яҡламаҫҡа, төҙөмәҫкә?! Мин дә әле яуҙан кәүҙәләре алып сығарылмаған егеттәрҙең үҙебеҙҙең ергә, Башҡортостанға алып ҡайтып ерләнеүҙәрен теләйем. Иҫкә алырға, барып йөрөргә ҡәберҙәре булһын өсөн. Туғандарына ла тыныс булыр ине. Саур-зыярат булып йәйелгән Донецк тупрағына ҡандары тамғандарҙың урындары ожмах түрҙәрендә булһын:

ОЖМАХ ХАЛҠЫ

Теге донъя әгәр ысын булһа,

Ысын булһа әгәр йәннәте,

Иң түрендә микән ожмахтарҙың

Шәһит киткән башҡорт милләте?

Улар унда ниҙәр ҡыла икән?

Ғәййәрлеккә бармы ихтыяж?

Башҡорт ирҙәренең башындамы

Саф намыҫлы тигән алтын таж?!

Улар унда бары бергә микән –

Ҡараһаҡал,

Алдар,

Салауат?

Бәлки, улар беҙгә доға ҡылып,

Уҡыйҙарҙыр унда мең аят?

Шайморатов генералдың, бәлки,

Сәсен тарағандыр хур ҡыҙы?

Уралды бит ожмах кеүек, тиҙәр,

Унда

Ата микән таңдар нур һыҙып?

Ожмахтамы икән Ғилман хәҙрәт?

Йәннәттәме шағир Эрәйес?

Бойоҡ күңелдәрен күтәрергә

Таптылармы икән бер кәйеф?

Шәһит сүрәләрен белмәйем мин,

Әммә беләм һөйөү аятын!

Мин үҙемде әле белмәгәндә

Күктәр йәнгә һалып ятлатты.

Хәтеремдән улар сыҡҡаны юҡ,

Йөрәгемә төшһә хәтерем,

Аҡ йәнемә баҫып доға ҡылам

Бир, тип, Хоҙай, ғазап әжерен!

Әллә нимәләр мин көтмәһәм дә,

Өмөт итергә бит хаҡым бар.

Күренерме миңә Мәңгелектә

Батыр рухлы ғорур ағайҙар?

Теге донъя әгәр ысын булһа,

Ожмахта бит улар, Тәғәләм?

Был намыҫсан заттар ғәмәленән

Сафланырмы был ер,

Был ғәләм?

Лариса АБДУЛЛИНА.

ЛХР, ДХР, Запорожье өлкәһе.

 

Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Һәр кешегә кәрәк ил, Ватан!
Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас