Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Наҙгөл Михайлова үҙен тулыһынса ғаиләһенә – һөйөклө ире менән өс балаһына бағышлап йәшәй. Ире үҙ теләге менән ил һаҡларға юлланғас, ҡатын бер мәлгә баҙап ҡала. Артабан нисек йәшәргә?
– Һынылышлы осорҙа балаларым көс бирҙе. Улар аталары менән шул тиклем ныҡ ғорурлана башланы, илһөйәрлек рухтары артты. Был тойғолар миңә лә күсте, яугирҙәребеҙгә нисек тә булһа ярҙам иткем килде, – ти ирекмән.
Тәүге осорҙа Наҙгөл Кинйәбулат ҡыҙы махсус хәрби операция биләмәһенә үҙ ҡулдары менән эшләнгән тәсбихтәрҙе ебәрә. Ҙурыраҡ ярҙам күрһәтеү теләге уны Шишмә районының ирекмәндәр ойошмаһына алып килә.
– Иремдән ишетеп белеүемсә, махус хәрби операция биләмәһендә йәйгеһен көндәр беҙҙәгегә ҡарағанда эҫерәк, ә тиҙ генә һыу ҡойоноп алыу мөмкинлеге юҡ. Шуға ла “ҡоро душ” эшләргә кәрәк, тип ҡарар иттем. Район хакимиәтенә матди ярҙам һорап барғас, идеяны күтәреп алдылар һәм бағыусылар табыштылар, – ти яугир ҡатыны.
Урын һәм ярҙамсылар ҙа тиҙ табыла. Ата-әсәләр комитеты рәйесе урынбаҫары булараҡ, балалары уҡыған мәктәп етәкселегенә мөрәжәғәт итә ул.
Акцияға өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа дәррәү ҡушыла. Шулай итеп, теүәл ике аҙнала дүрт мең йыйылма әҙер була! Һәр береһенең эсенә дүртәр “ҡоро душ”, ике ҡолаҡ таҙартҡыс таяҡса һәм таҫтамал һалынған.
“Ҡоро душ” өсөн түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы тәрбиәләүҙә ҡулланылған шыйыҡса менән геотуҡыма кәрәк. Туҡыманы киҫеп, шыйыҡсаға маналар ҙа ныҡ итеп ябыла торған полиэтилен моҡсайға һалалар.
– Шуныһы ҡыуаныслы: йыйылмалар махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ғына түгел, госпиталдә дауаланыусы яугирҙәргә лә етәсәк. Хәҙер тағы ла күберәк йыйылма эшләргә тип дәртләнеп йөрөйбөҙ, – ти “Снайпер” позывнойлы яугирҙең илһөйәр ҡатыны.
Фото: Шишмә районының ”Родник плюс” гәзите редакцияһынан.