Геройҙар дәүере
19 Июль 2024, 13:30

Позывной – ул Еңеү тамғаһы

“Өршәк”, “Ленин”, “Журналист”... 

Позывной – ул Еңеү тамғаһыПозывной – ул Еңеү тамғаһы
Позывной – ул Еңеү тамғаһы

Махсус хәрби операциялағы позывнойҙар тураһында айырым һүҙ әйтеп китеү кәрәк. Улар ниндәйҙер бер хәрби исемлек йәки приказ менән бирелмәй, әммә был хаҡта мәғлүмәт документтарҙа теркәлә. Төрлө позывнойлы яугирҙәр менән осрашырға насип булды. Хатта ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булып бөттө. Ҡайһы берҙәре хаҡында быға тиклемге мәҡәләләрҙә яҙғайным да инде.

Күпселек осраҡта позывнойҙар, аңлауымса, яугирҙең тыуған ҡалаһына, тыуған яғына ҡарап алына, бирелә. Төрлө хәлдәр бар: мәҫәлән, кемдер үҙен  “Саҡмағош” тип атай, икенсе берәү оҙаҡ уйлап торһа, йә нимә әйтергә белмәһә, командиры тота ла һорай: “Откуда прибыл?” Яуап: “Пермь”. “Значит, будешь Пермяк!” Бына ошо рәүешле яугирҙәр йә позывнойҙы үҙе ала, йә командирҙары, йә дуҫтары, йә башҡа яугирҙәр ҡуша.

Ер-һыу атамаларына бәйлеләре лә бар. “Өршәк” позывнойлы яугирҙе милләттәштәребеҙ яҡшы белә. Ул – фән кандидаты, йәмәғәт эшмәкәре, ғалим Илгиз Солтанморатов. Ошо көндәрҙә Илгиз Замфир улы тыуған яғында булып, замандаштарыбыҙға мөрәжәғәт яһап, яугирҙәргә кәрәкле нәмәләрҙе туплап, хәрби часына юлланды. “Буханка” УАЗикта үҙе руль артына ултырҙы ла, йүнәтелгән машинала юлға сыҡты. Эйе, унда ошондай “буханка”лар ныҡ кәрәк. Уларҙа йөрөүе уңайлы, күҙгә салынып бармай, еңел, йүнәтеүгә бара. Юлдарҙың ниндәй хәлдә икәнлеген дә иҫкә төшөрһәк, ҡайһы бер урындарҙа хатта йәйәү йөрөү хәүефле. Яңы биләмәләрҙә юлдарҙы йүнәтеү эше лә ырамлы бара, яңы һалынғандары иҫ китмәле – ялтырап ята. Әммә ауылдар, кешеләр йәшәгән бар урындарға ла әле юлдар һалынып бөтмәгән. Улай ғына ла түгел, һалырға мөмкинлек булмаған урындар ҙа етерлек. Нисек кенә булмаһын, юғалтыуҙар, ҡатмарлы һынауҙар аша беҙҙең яугирҙәр алға бара. Ер-һыу атамаһы тигәндән, “Дербент”, “Енисей”, “Тульва” һәм башҡа позывнойлы яугирҙәр хаҡында ишеткән бар. Беҙҙең “Өршәк” тыуған еренән көс алып, иленә хеҙмәтен дауам итә. Ул даими рәүештә үҙе лә хәл-торошо хаҡында һөйләп, ”Бәйләнештә” социаль селтәрендә сәхифәһен алып бара. Бер арала ялға ҡайтҡанда Башҡортостан юлдаш телеканалында яугирҙәр хаҡында тапшырыуҙар ҙа алып барҙы. Журналист һөнәрен дә тиҙ үҙләштерҙе ул. Үҙе яу ҡырынан ҡайтҡан кеше яугирҙәргә дөрөҫ һорау ҙа бирә, уларҙың күңел торошон да аңлай. Был йәһәттән тап махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың үҙҙәре алып барыусы булыуы – бик отошло алым, минеңсә. Рәхмәт һиңә, “Өршәк”, һәр саҡ иғтибарлы, хәл-торошто асыҡ һүрәтләп алып барған яҙмаларың, әүҙемлегең, ярҙамсыллығың өсөн!

Йәнлектәргә бәйле позывнойҙар бик күп. “Волк”, “Баран”, “Медведь”, “Змея”. “Бизон” позывнойлы яугир менән осрашырға, әңгәмәләшергә яҙҙы. Мәңге онота алмаҫлыҡ булды инде был күрешеү. Уға позывнойҙы хеҙмәттәштәре биргән: йәй ҡыҙынып, кәүҙәһе мыҡты булып киткән йәш егеткә ҡарап, унан өлкәнерәк яугир: “Да ты же настоящий бизон!” – тигән. Илһөйәр, ҡыйыу йәш яугир һис ҡайҙа бирешмәҫ төҫлө ине... Әммә һуғыш мәрхәмәтһеҙ һәм ҡурҡыныс! Махсус хәрби операциянан юлъяҙмаларҙы яҙырға ултырған һайын 22 йәшлек ошо яугирҙе иҫкә алмаған мәл юҡ. Ысынбарлыҡ менән килешергә генә тура килә. Икһеҙ-сикһеҙ булып йәйрәп ятҡан Луганск, Донецк ерҙәре кеүек, уның да ғәзиз кәүҙәһе Саур-зыяраттың тупрағына әйләнде, ахыры. Аныҡ ҡына бер хәбәр ҙә юҡ. Март айынан бирле...

Ил башлыҡтарының исем-шәрифе менән алынған позывнойҙар ҙа күп. Мәҫәлән, “Путин”дар бар. Ә инде “Ленин” менән үҙем ғәжәйеп хәлгә тарыным. Был хаҡта үткән яҙмаларҙа әйтә биреп ҡуйғайным инде. Әңгәмәләр алған арала, бер үк телефонға яҙҙырып та, һөйләшеп тә, һорауҙарҙы барлап та ултырғас, “Ленин”ды фотоға төшөрөргә онотҡанмын. Хәйер, унда бит ирәүәнләп әңгәмә ҡороп ултырыу юҡ. Һәр хәлдә, беҙ махсус хәрби операция зонаһында икәнлегебеҙҙе, яугирҙәр менән иркенләп әңгәмәләшеп ултыра алмағанын яҡшы аңлай инек. Кем килеп инеп тора, шунда уҡ таныша һалып, һорауҙарҙы бирә башлайбыҙ. “Ленин” менән бик йылы әңгәмә ҡоролдо. Ул – совет осоронда тәрбиәләнгән ысын яугир. Ғаиләһендә ҡаршылыҡтар булһа ла, Ватан өсөн кәрәкле осорҙа ситтә тороп ҡала алмауын аңлап, был яҡтарға юлланған. Уның менән әңгәмә әҙерләнде, әммә фото таба алмайым. Баҡтиһәң, коллегам Наил Әшировта ла юҡ икән. Ул да, минең кеүек, әңгәмә менән мәшғүл булған. Марат Әсхәт улы көләмәстәр һөйләп, кәйефте күтәргән. Шулай итеп, фото юҡ. Яугирҙәрҙең белгәндәре менән бәйләнешкә сыҡтым, бер нисә фото ебәрҙеләр, әммә улар мин белгән “Ленин” түгел. Коллегам Рафиҡ Әхмәтшинға мөрәжәғәт иттем, әммә таба алмайбыҙ, сөнки “Ленин” берәү генә түгел икән. Хатта икәү ҙә түгел. Башҡортостан Башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдиновтан ярҙам һораным. Тағы ла бер “Ленин” табылды. Тик беҙ әңгәмәләшкән түгел. Бының менән мин нимә әйтергә итәм? Ил башлыҡтарының фамилияһы менән алынған позывнойҙар яугирҙәрҙең тарихҡа, ил сәйәсәтенә булған мөнәсәбәте хаҡында ла һөйләй. Һәр хәлдә, беҙ әңгәмәләшкән “Ленин” – тап шундайҙарҙан. Совет осорондағы илһөйәрлек, халыҡтар дуҫлығы тойғоларын күңеленә һеңдереп үҫкән быуын вәкилдәре беҙ. “Ленин” менән әңгәмә фотоһыҙ ғына сығып китһә лә, эҙләй торғас, таптым бит әңгәмәсемде. Аҙаҡ баҫылды уның фотоһы гәзиттә. Үҙен табып, баҫманың ике һанын да һалдым! Яугирҙәр өсөн был бик мөһим!

Һөнәрҙәргә бәйле позывнойҙар ҙа етерлек: “Учитель”, “Музей”, “Журналист”. Һуңғылары республика халҡына таныш. Фән кандидаты, З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры вазифаһынан махсус хәрби операцияға юлланған Марат Зөлҡәрнәев тураһында яҙғаныбыҙ булды. Ул, тыуған яҡты, тарихты, музейҙар эшен яҡшы өйрәнгән белгес булараҡ, шундай позывной алған. Тележурналист Рафиҡ Әхмәтшин беҙҙе гражданлыҡ позицияһы, егетлеге менән бик һоҡландырҙы! Коллегалар яҡшы белә: Рафиҡ – һәр саҡ аныҡ фекер йөрөткән, төплө журналист. Шуға күрә уның “Журналист” позывнойы менән махсус хәрби операцияға юлланыуы – йылдар дауамында шул яҡтарға йөрөгән сәфәрҙәренең, ундағы хәл-торошто алдан барып күреп, файҙалы булырға, Ватан алдындағы ир-егет бурысын кәрәк саҡта үтәргә тырышыуының һөҙөмтәһе. Рәхмәт һиңә, Рафиҡ, егетлегең өсөн! Шиғырҙарың да бик үҙенсәлекле булды – улар миңә теткеләнгән, яраланған биләмәләрҙең һынын хәтерләтте, тын алышын тойҙорҙо.

“Баграм”, “Спецназ”, “Афган” кеүек позывнойҙар ҙа бар. Әрме сафында ҡайҙа хеҙмәт иткән, шул подразделениеның атамаһын ала егеттәр. Штурмовиктар, “ҡошсоҡ”тар менән эшләгәндәр, разведчиктар, снайперҙар “Томан”, “Тихий”, “Тень”,  “Призрак” кеүек позывной алырға тырыша. “Томан” хаҡында уҙған һанда яҙып үттек. Уның позывнойы фамилияһы менән дә, дошманға  ҡаршы мотивация менән дә бәйле. Беҙҙең яҡташыбыҙ, “Тихий” позывнойлы егет менән әңгәмә шулай уҡ баҫмабыҙҙа сыҡты.

Ата-бабаларына, ғаилә ағзаларына ихтирам һәм һөйөү йөҙөнән алынған позывнойҙар ҙа етерлек: “Сәләх”, “Дед”, “Герой”, “Лена” һ.б.

Яу ҡырында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Медиктар үҙ тармағынан “Медик”, “Доктор” кеүек позывной алһа, ашнаҡсы “Альфревна” атаһының исемен позывной итеп алған.

“13-сө” позывнойлы яугирҙе барыбыҙ ҙа белә. Был һанға башҡа халыҡтарҙа кире мөнәсәбәт бар, йәнәһе, уңышһыҙ. Бер ниндәй ырым-ишараға ҡарап тормай, Азат Шамил улы ошо позывнойҙы алып, Аллаға шөкөр, имен-аман йөрөп ҡайтты махсус хәрби операциянан. “13-сө” унда саҡта күп мәсьәләләр тиҙерәк һәм еңелерәк хәл ителә ине, ул – Башҡортостан яугирҙәренә терәк, ти егеттәр. Республикабыҙҙы, илебеҙҙе, дәүләтселекте һаҡлау өсөн фиҙакәр хеҙмәт иткән яугирҙең позывнойы һәр ваҡыт үҙенә лә, халҡына ла уңыш килтерһен!

“Башкир” позывнойлы рус милләтле егеттәр тураһында әйтеп киткәйнем инде. Был да – иғтибарға лайыҡ күренеш. Халҡыбыҙҙың яугир үткәне, батырлығы һәм еңеүсе булыу асылы – бөгөнгө яугирҙәргә өлгө! Бына шулай – Еңеү тамғалары булған позывнойҙар илгә хеҙмәт итә!

Лариса АБДУЛЛИНА.

ЛХР, ДХР, Запорожье өлкәһе.

Автор:Лариса Абдуллина
Читайте нас