Республиканың райондарында һабантуйҙар үтте. Миңә лә бер нисәһендә ҡатнашырға насип булды.
...Тыуған яғымда уҙасаҡ һабантуйға юлға сыҡтыҡ. Шул ваҡыт киленем Ирина яҙа: “Лариса апай, 11 июнь Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Олегка генерал-майор званиеһы бирелде!” Шатлығымдан күҙҙән йәштәр атылып сыҡты, сөнки бала сағы хәрбиә училищела, аҙаҡ хәрби академияла, торараҡ хәрби нөктәләрҙә үткән ике туған ҡустым өсөн һуңғы йылдарҙа хафаланған саҡтар йыш булды. Ул махсус хәрбиә операцияла ҡатнашты.
Уның хәрби юлды һайлауы һис кенә лә осраҡлы хәл түгел. Олатайҙарыбыҙ Ыраҡай Ҡоломбәтов (1740) һәм Таңатар Яҡупов (1715) 1771 – 1773 йылғы Польша походында ҡатнашҡан. Был хаҡта байтаҡ ғилми хеҙмәттәрҙә лә әйтелә. Атаҡлы ғалимә Инга Гвоздикова төҙөгән “Башкирское войско в Польском походе (1771 – 1773)” тип аталған йыйынтыҡта олатайҙарыбыҙҙың исемдәрен уҡыу беҙгә яуаплылыҡ өҫтәне. Олатайыбыҙ Ҡотләхмәт Самат улы Саматов – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, яраланып ҡайтҡан яугир. Әгәр бөгөн ҡустым Рәсәй Президенты Указына ярашлы генерал-майор званиеһын алыуға өлгәшкән икән, был яугир рухлы, илһөйәр олатайҙарыбыҙҙың юлынан тоғро атлауын күрһәтә. Ошо уңайҙан уның ҡайтыуын көтөп алып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында осрашыу үткәрергә булдыҡ.
Сығышы менән ул Ҡурған өлкәһе Шадрин районының Ольховка ауылынан. Заманында әсәйемдең бер туған ағаһы Барый (документтарында – Миңлебарый) бабайым ҡатыны Минзайра әбей менән шул яҡтарға сығып китеп төпләнгән. Тамырҙары – Дәүләкән районының Мәкәш ауылынан. Хәҙер инде тарихты өйрәнгәс, йыш ҡына бабайымдың әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә: “Сафакүлгә барып, үҙ башҡорттарым менән осрашып, рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп ҡайттым!”– ти торғайны. Бала саҡта Сафакүл дә, ундағы башҡорттар тураһында мәғлүмәт тә миңә бер нәмә хаҡында ла һөйләмәй ине. Әммә торараҡ “Йәшлек” гәзитендә Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар тураһында мәҡәләләр сыға башланы, данлыҡлы уҡытыусы Зөмәрә Вәли ҡыҙы Хисмәтуллинаның Ҡурған башҡорттарына уҡыусылары менән бергә ҡылған сәйәхәте хаҡында уҡыным. Ә инде Салауат батырыбыҙҙың һуңғы төйәге Палдискиға барғас, ундағы музейҙа тап Ҡурған башҡорттарының кейемен күреп таң ҡалдым. Уны ла бында Зөмәрә Вәли ҡыҙы алып килгән булған. Башҡортостандан, Өфөнән бик алыҫта ятҡан башҡорттар бөгөн дә милли асылды, телде, йолаларҙы һаҡлап көн итә.
Бына, ниһайәт, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында осрашыр көн дә килеп етте. Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы генерал-майор званиеһын алған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан башҡорт егете Олег Миңлебарый улы Саматов менән осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе йыйырға тырыштыҡ, шулай уҡ башҡарма комитет ағзалары, тарихсылар килде. Сараны башҡарма комитет ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ринат Рамаҙанов башҡорт халҡының гимны – “Урал” көйө менән башлап ебәрҙе. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башҡорт ир-егеттәренең ҡаһарманлығы тураһындағы сығышы – тарихи үткәнебеҙгә баһа.
Ҡоролтайҙың Президиум рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова видеобәйләнеш аша сараның сәбәпсеһе булған Олег Саматовты, шулай уҡ бер ҡорға йыйылған башҡа яугирҙәрҙе тәбрикләп үтте һәм Башҡортостан ир-егеттәренең илһөйәрлек тойғоларын юғары баһалап, уларҙың боронғо ата-бабаларыбыҙ юлынан атлап, бөгөн дә ысын батырҙар булып ҡалыуын билдәләне.
Президиум ағзаһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев сараны йәнле итеп алып барҙы. Ул Олег Миңлебарый улына йәмәғәт ойошмаһының иң юғары наградаһын – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалын тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитет ағзаһы, Башҡортостан Башлығы советнигы, билдәле геолог Рәсих Хәмитов үҙ сығышында хәрби хеҙмәт йылдарын иҫкә төшөрҙө һәм башҡорт генералына уңыштар теләне. Ул хеҙмәт иткән ваҡытта ла башҡорт егеттәренең әрмелә үҙ даны булған, сөнки улар үҙҙәрен ысын мәғәнәһендә һалдат, яугир итеп күрһәткән. Мең ырыуҙарының ҡор башы Әхнәф Тимербулатов Олег Миңлебарый улына “Мең ырыуы” китабын бүләк итте. Ул да башҡорт егеттәренең Совет армияһында, яуҙарҙа үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеүен маҡтап телгә алды.
Генерал менән осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир, Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов та килде. Ул сараны моңло йырҙары, тәрән йөкмәткеле сығышы менән биҙәне. Уға ла “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы тапшырылды.
Аҙаҡ шуныһы асыҡланды: Ҡурғанға ҡайтҡас, киленем Ирина шкафта Радик Динәхмәтовтың йәш сағында, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында сығарған кассетаһын табып алған. Уны Барый бабайыма әсәйем бүләк иткәйне. Беләһегеҙме, йыйынтыҡ нисек атала? “Ал да нур сәс халҡыңа”! Бына утыҙ йылдан ашыу самаһы элек үк Олег менән Радиктың тап шул исемле миҙалға лайыҡ булаһы билдәләнгән кеүек тойолдо миңә. Шуныһы ғына йәл: балаһының ошондай ҡыуаныслы көндәрен күрергә насип булманы Барый бабайыма. Ул Мәкәш ауылы зыяратында ерләнгән. Ике хәрби улы ла – өлкәне Руслан да, Олег та ауылға туғандар янына, атаһы ҡәберенә ҡайтып йөрөй. Аҡбикә нәнәйем Ҡурған өлкәһендә ҡалдырмайынса, тап тыуған ауылы зыяратына алып ҡайтып ерләүҙәренә күҙҙәрен йомғансы рәхмәтле булды.
Осрашыуҙа әлеге мәлдә ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугире, фән кандидаты, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы, “Шайморатов” ордены кавалеры Илгиз Солтанморатов та ҡатнашты. Ул Олег Миңлебарый улына үҙе авторҙарҙың береһе булған “Башҡорт халҡының ырыуҙары” серияһынан китаптар бүләк итте. “Беҙҙең махсус хәрби операция зонаһында осрашҡаныбыҙ булманы, әммә Олег Миңлебарый улы хаҡында ишеткәнем бар, уның юғары профессионаллеге тураһында хәбәрҙармын! Башҡорт халҡының генералы булыуы – ул халҡыбыҙҙың яугир үткәненә лә, бөгөнгө хәрби әҙерлегенә лә ҙур баһа!” – тине ул.
“Томан” позывнойлы яугирҙе – Батырлыҡ ордены, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Ринат Күлтомановты республикала шулай уҡ яҡшы беләләр. Ул төндә ҡайтып етте. “Томан” үҙ сығышында иптәш генерал менән танышыуына шат, һәр ерҙә башҡорт егеттәре бер-береһенә терәк булыуын билдәләне. Ниндәйҙер әйтеп аңлатып бөткөһөҙ эске тойомлау, бер-береһен тәрән аңлау аша аралаша яугирҙәр. Ҡарап торғандан ғорурлыҡ тойғоһо ла уяна, күҙгә йәш тә тула...
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир, “Ҡаһарманлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Роберт Абҡадиров сараны тәрән йөкмәткеле сығышы менән йәмләне һәм генерал погондарын таҡҡан Олег Миңлебарый улына символик бүләк – “йондоҙло стакан” һәм ҡамсы тапшырҙы. “Погонында йондоҙҙары артҡан һәр яугиргә бүләк итәләр бындай стаканды – йолаһы шулай. Ә инде ҡамсы киләсәктә лә кәрәк булыр. Дошманды ҡыуаһы ла ҡыуаһы әле!” – тине ул. Роберт Дауыт улы “Звездочка в стакане” йырының авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Урал Рәшитовты ла тәбрикләп үтте һәм һәр кемдең үҙ майҙанында, үҙ фронтында ил мәнфәғәтендә эшләргә тейешлеген әйтте. Урал Камил улы – хитка әйләнгән бик күп йырҙар авторы. Уның “Звездочка в стакане” йырын Олег Газманов менән Радик Юлъяҡшин башҡара. Әйткәндәй, был йыр яугирҙәр араһында киң таралған.
Танылған тарихсы Азат Ярмуллин үҙ сығышында башҡорттарҙың башҡа яуҙарҙағы ҡаһарманлыҡтары хаҡында һөйләне һәм “Башҡортостан на переломе эпох” китабын бүләк итте. Ул шулай уҡ: “Бөгөнгө яугирҙәр ил һағында тороп, заманыбыҙ тарихын ҡоралы менән яҙа! Әле бына беҙ “түңәрәк өҫтәл” артында матур осрашыуҙа ултырабыҙ. Заманында генерал Таһир Кусимов та, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев тә шулай ҡайтып, халыҡ менән аралашҡан, шатлығын уртаҡлашҡан. Бөгөн беҙ тарихи мәл кисереп ултырабыҙ”, – тип билдәләне. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың ҡумыҙ моңдары сараға дәрт өҫтәп ебәрҙе. Әлбиттә, ул яугиргә ҡумыҙ бүләк итте. Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимовтың йорт-музейы директоры, Батырлыҡ ордены кавалеры Марсель Ғәлимов Олег Миңлебарый улына Дәүләкән яҡтарынан сәләм тапшырҙы һәм киләсәктә ата-бабаларының тыуған яғында осрашыуҙа көтөп ҡалыуын белдерҙе.
Олег Миңлебарый улының ике туған апаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәҙәниәт һәм киң мәғлүмәт саралары комиссияһы рәйесе Лариса Абдуллина тормош иптәше Айрат менән ҡустыһына ҡамсат бүрек, ә уның ҡатыны Иринаға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереген бүләк итте. Лариса Хашим ҡыҙы: “Тик иҫән-һау булып, яҡты таңдар тиҙерәк атҡанын теләйем! Олатайҙарыбыҙ юлына тоғро ҡалып, бөгөн дә ил һағында ҡалыуыңа сикһеҙ рәхмәт һиңә!” – тине.
Олег Миңлебарый улы үҙ сиратында сараны ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе һәм боронғо замандарҙан алып ил мәнфәғәтендә хеҙмәт иткән башҡорт халҡының яугир үткәне, 1812, 1941 – 1945 йылдарҙағы һуғыштарҙағы ҡаһарманлыҡтары тураһында ғорурлыҡ менән телгә алып, бөгөн дә башҡорт ир-егеттәренең “ни шагу назад” бойороғона тоғро ҡалыуын әйтте. “Махсус хәрби операцияла башҡорт яугирҙәренең батырлығы алыҫтарға таралған. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың кем икәнен яҡшы беләбеҙ, шуға ла хаҡ юлдан барабыҙ, һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тине.
Сарала ҡатнашҡан махсус хәрби операция яугирҙәренең һәр береһенә Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихына арналған китап тапшырылды. Тыуған ил, дәүләтселекте һаҡлау, илһөйәрлек тураһында һөйләшеүҙәр менән бәйләнеп барған сара дөйөм фотоға төшөү менән тамамланһа ла, ҡатнашыусылар таралышырға ашыҡманы. Сөнки осрашыуға килгән һәр кем халҡыбыҙ, уның яугир үткәне, бөгөнгө батырҙары тураһында сәғәттәр буйы һөйләшергә әҙер. Халыҡ мәнфәғәтендә эшләргә теләгәндәр һәр саҡ үҙенең хеҙмәт биләмәһендә милләтен күтәрер ғәмәлдәр ҡылыр, юлын табыр. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ!
Лариса АБДУЛЛИНА.