Геройҙар дәүере
19 Июль 2024, 13:50

Ул уйынан кире ҡайтмаҫ ине

Ундағы егеттәр өсөн ныҡ борсола инем. Минең балам да улар эргәһенә китер тип уйламаным да...

Ул уйынан кире ҡайтмаҫ инеУл уйынан кире ҡайтмаҫ ине
Ул уйынан кире ҡайтмаҫ ине

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетындағы журналистика бүлеген тамамлауыбыҙға быйыл 25 йыл тулды. 1999 йылда беҙ, бәхетле 20 йәш белгес, ҡулдарыбыҙға диплом алып, бер йылдан университет алдында осрашырға һүҙ ҡуйышып, һәр беребеҙ үҙ маҡсат-хыялдарына табан юлланды.

Әйткән һүҙебеҙгә тоғро ҡалып, бер йылдан тағы ла осраштыҡ. Бөтәбеҙ ҙә тормошобоҙҙан ҡәнәғәт ине. Төркөмдәштәребеҙ, үҙҙәрен журналист һөнәренә бағышлап, матур хеҙмәт юлына баҫҡан – радио-телевидениела, республика, район, хатта Рәсәй баҫмаларында ла уңышлы эшләп йөрөй. Туғандарса аралашып, тағы ла осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.

Йылдар үткән һайын тормош, ғаилә мәшәҡәттәренә күмелдек. Һөҙөмтәлә төркөмдәштәр менән дә осрашыуҙар һирәгәйҙе. Университетты тамамлауыбыҙға 20 йыл тулған йылда йәнә осрашырға насип итте. Ҡайһы берәүҙәр килмәне, быға әллә ни иғтибар ҙа итмәнек, ваҡыттары булмағандыр, тип уйланыҡ.

Был осрашыуға уҡыған саҡта әүҙем, тырыш булған төркөмдәшебеҙ Азат Суфиянов та килмәне. ә инде быйыл яҙ уның махсус хәрби операцияла һәләк булғаны тураһындағы хәбәрҙе ишетеп шаңҡыныҡ. Ҡасан киткән, быға тиклем ҡайҙа эшләгән – белмәй инек. Тиҙ генә төркөмдәштәр менән аҡса йыйып, Азаттың әсәһенә ярҙам ебәрергә ҡарар иттек. Барлыҡ төркөмдәштәрем исеменән вәкил булып, Шишмә районына юлландым.

Азаттың әсәһе – Нәдиә Барый ҡыҙы Суфиянова Шишмә районының Сәфәр ауылында тора. Ул беҙҙе тулҡынланып ҡаршы алды. Яңы ғына балаһын ерләгән әсә улының документтарын теүәлләп йөрөй икән, беҙ барған көндә хәрби комиссариатта булған. “Ҡыҙҙар документтар юлларға ярҙам итербеҙ, тине”, – тине ул. Һуңғы йылдарҙа Азаттың нисек йәшәүе, ҡайҙа эшләүе тураһында бөтөнләй белмәй инек. Төркөмдәшебеҙҙең тормош юлы ябайҙан булмаған икән...

– Азат Дүртөйлө районының Иванай ауылында 1976 йылдың 27 февралендә тыуҙы. Уға ете йәш булғанда Шишмә районының Сәфәр ауылына күстек. Азат ауылда урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына документтарын тапшырҙы. Беренсе йылда уҡырға инә алманы. Шуға ла бер йыл Ленин исемендәге колхозда эшләне. “Барыбер уҡырға инәм”, – тип тырышып, икенсе йыл мораҙына өлгәште.

Студент йылдарында ҡайҙа, ниндәй мөмкинлектәр бар, шунда эшләне, шул иҫәптән “Сәләм” тапшырыуында ла. 2000 йылда армияға алдылар. Затон биҫтәһендәге Эске ғәскәрҙәр сафында бер йыл хеҙмәт итте. Һуңынан “Сәләм”дә, “Комсомольская правда”гәзитендә, районға ҡайтып, бер йыл үҙебеҙҙең “Родник” гәзитендә, шәхси телеканалда эшләне. Һуңғы ун йылда – төҙөлөштә, – тип һөйләне Нәдиә Барый ҡыҙы.

Азат быйыл ғинуарҙа контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. “Мин Өфөлә эшкә урынлашам”, – тип Нәдиә апайҙан документтарын һоратып алған. Ә инде 7 февралдән бәйләнешкә сыҡмаған. Аҙаҡ ҡатыны: “Ул контракт төҙөнө, махсус операцияға китте. Һеҙгә әйтергә ҡушманы”, – тигән.

– Азат Себерҙә, тип уйланым. Көн дә шылтыратам, телефонда автояуап биреү тәртибе тора. Ул 48 йәшендә аңлы рәүештә махсус хәрби операцияға китте инде. 10 йәшлек ҡыҙы ҡалды. Тик минең йөрәк был ҡарарҙы ҡабул итә алмай. Ниңә китергә булғандыр, аңламайым. Ул һуңғы ваҡыт үҙенә урын таба алманы, күңеле тыныс түгел ине. Белгән булһам, ебәрмәҫ инем... әммә ул уйынан кире ҡайтмаҫ ине, – тип фекерҙәрен уртаҡлашты әсә.

Нәдиә Барый ҡыҙы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға тәүге көндәрҙән үк гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Һалдаттарға кейем йыуыу өсөн “малютка” кер йыуыу машинаһын биреп ебәргән. Шулай уҡ аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре менән дә ярҙам иткән.

– Ундағы егеттәр өсөн ныҡ борсола инем. Минең балам да улар эргәһенә китер тип уйламаным да, – ти Нәдиә апай.

Уның үҙенең дә яҙмышы еңелдән булмаған. 1978 – 1989 йылдарҙа Үзбәкстанда йәшәгәндәр. Аҙаҡ ике балаһы менән тыуған еренә ҡайтып төшкән.

– Үҙем сығышым менән Благовещен районының Булат ауылынан. Өфөлә төҙөлөш училищеһын тамамланым. Тормош иптәшем менән Үзбәкстанға йәшәргә юлландыҡ. Донъялар буталғас, унда беҙҙе ҡыуа башланылар. Тыуған еремә ялға ҡайтҡайным, ағайҙарым кире ебәрмәне. Эш һәм йорт табырға ярҙам иттеләр. Сәфәрҙә хужалыҡҡа һауынсылар кәрәк ине, килеп урынлаштым, фатир ҙа бирҙеләр, – тип һөйләне Нәдиә апай.

Нәдиә Барый ҡыҙы өс ул һәм бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Фермала эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Азат – ғаиләлә баш бала. Күп өмөт бағлаған улының ғүмере ошолай көтөлмәгәндә өҙөлөр, тип кем уйлаған... әммә беҙҙең Азат, махсус хәрби операцияға барып, үҙенең илһөйәрлеген, ҡыйыу йөрәкле батыр булыуын күрһәтте. Уның тураһындағы матур хәтирәләр йөрәгебеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Нәдиә апай, һеҙ яңғыҙ түгел, балаларығыҙ, улығыҙҙың дуҫтары һәм республика һеҙҙең менән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был хаҡта үҙе һәр саҡ: “Республика улдарығыҙ тураһында һәр ваҡыт иҫтә тотасаҡ, һеҙҙең менән бергә буласаҡ. Яҡындары һәләк булған бер генә ғаиләне лә иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа тырышасаҡбыҙ. Район хакимиәте һеҙҙең менән даими бәйләнештә булырға һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тейеш”, – тип иҫебеҙгә төшөрөп тора.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас