Геройҙар дәүере
20 Июля 2024, 03:00

Ҡайын миндеге әҙерләгән

Оло йәштәге ҡатын хуш еҫле миндектәрҙе күсмә мунсалар өсөн иң кәрәкле әйбер тип иҫәпләй.

Ҡайын миндеге әҙерләгәнҠайын миндеге әҙерләгән
Ҡайын миндеге әҙерләгән

Туймазы районы Нөркәй ауылынан 71 йәшлек Гөлзигән Исламова махсус хәрби операция хәрбиҙәренә ҡайын миндектәре әҙерләп тапшырған. Был хаҡта Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов үҙенең Telegram-каналында яҙа.

Оло йәштәге ҡатын хуш еҫле миндектәрҙе күсмә мунсалар өсөн иң кәрәкле әйбер тип иҫәпләй.

Айҙар Суфиянов билдәләүенсә, Гөлзигән Исламова - маскировка селтәре һәм костюмдары үргән «Маскита» клубының иң әүҙем ирекмәне.

Афарин, инәй! Дөйөм көс менән барыбыҙ ҙа түҙемһеҙләнеп көткән Еңеү тиҙерәк етәсәк!

Фото: Tелеграм.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас