+21 °С
Болотло
Ауырғазы районының Иҫке Әпсәләм ауылында тыуып–үҫкән өлкән сержант Азат Әбүталипов махсус хәрби операция биләмәһендә хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Уның атаһы яҡташ яугирҙәргә ярҙам итергә теләк белдергән һәм уларға “Нива” автомобиле тапшырған.
"Зәки Миңнезыя улына автомобиль өсөн ҙур рәхмәт. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! “– тип яҙған район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.
Сығанаҡ һәм фото: "Ауырғазы хәбәрҙәре"