Геройҙар дәүере
26 Июль 2024, 10:00

Яугир әсәһе

“Алты ай ғына хеҙмәт итәм дә ҡайтам”, тигән Азаматым, ярты йыл үткәс, ике йылға контракт төҙөнө.

Яугир әсәһеЯугир әсәһе
Яугир әсәһе

Хәйер-доғала йәшәүсе һалдат әсәләре һәр ауыл, һәр ҡала һайын бөгөн. Ошо меңдәрҙең яҙмышын уртаҡлашҡан Флорида Нәзих ҡыҙы менән уйламағанда таныштыҡ. Ул ғынамы, махсус хәрби операциялағы улы ”AZA” менән дә һөйләшеү бәхете тейҙе, тип яҙа Алһыу Гәрәева “Маяҡ” гәзите биттәрендә. Былай булған ул...

 Флорида ханым октябрь айының боҙлауыҡ башланған осоронда тайып йығылған. Һыҙланыуҙарға түҙә алмай, дауаханаға барып, рентген һүрәтен төшөргән. Ҡатындың ҡулбаш һөйәге һынған булып сыҡҡан. Шулай итеп, май айында операция яһатҡан Флорида ханым менән дауахананың травматология бүлексәһендә осраштыҡ. Аралаша торғас, тән һыҙланыуҙарын да оноттороусы уйҙары асылды – Флорида Нәзих ҡыҙы улын алғы һыҙыҡҡа оҙатҡан яугир әсәһе икән. Билдәле, уның бөтә күңеле улы хеҙмәт иткән тарафтарҙа инде.

Флорида Илеш районының Иштирәк ауылында тыуып үҫкән. Сибай медицина училищеһын тамамлағас, Үрге Йәркәй дауаханаһына эшкә ҡайта, тормошҡа сыға. Ул улы Азаматтың ике йәшенән үк ”мин һалдат булам, мин милиция булам!” тип ҡабатларға яратҡанын телгә алды.

“МХО-ға  үҙе теләп китте. Хәрби комиссариатҡа дүртенсе тапҡыр барғанында ғына алдылар, – ти әсә. – Кескенәнән теремек, үткер булды, ете айҙан тәпәй китте. 10 айлыҡ булғас, эшкә сыҡтым. Апаһы ҡарап үҫтерҙе үҙен, балаларым бик аҡыллы. Азамат мәктәпте тамамлағандан һуң Нефтекама машина төҙөүселәр колледжында ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә уҡыны. Һөнәре буйынса Түбәнге Кама ҡалаһында эшләне. Бәлә аяҡ аҫтында ғына шул,  улымды юл ситенән барғанда машина бәрҙереп китеп,  уға оҙаҡ дауаланырға тура килде. Бик ауыр булды ул осор. Аяҡ-ҡулдарындағы тимер менән махсус хәрби операцияға китте. ”Улым, бармайһыңмы әллә?”– тип ҡараным. “Әсәй, ул саҡта һеҙҙе кем һаҡлар?”– тине. Эштән төндә ҡайтты ла, “Башҡортостан” батальонына эләгеү өсөн иртүк юлға сыҡты. Ырымбурҙа хәрби әҙерлек үткәндә көн дә һөйләшеп торҙоҡ. Аҙаҡ ... бер ай шылтыратманы. Төн йоҡолары ҡасты, ныҡ ҡурҡытты. “AZA” позывнойы уның бәләкәй сағынан килә, тимер бағанаға яҙып ҡуйғайны...”

 Шул саҡта ҡапыл телефон шылтыраны, Азамат! ”Ни хәлдәһең, әсәй?” – тиеүенә Флорида ханым тулҡынланып китте: ” Бына интервью биреп ултырам”, – тигән булды. Мин дә егетте сәләмләнем, һорауҙарым күп булһа ла, әсә менән улдың ҡәҙерле минуттарын “урлағым”, ҡамасаулағым килмәне.

“Алты ай ғына хеҙмәт итәм дә ҡайтам”, тигән Азаматым ярты йыл тигәндә ике йылға контракт төҙөнө. Хәрби белем алам, офицер булам, ти. Хәрби кейемен бик ярата, ялға ҡайтҡанында ла комуфляжын һалып торманы”, – әсәнең 26 йәшлек улы тураһындағы  иҫтәлектәре  күп.

Улы менән һөйләшеүҙән ҡанатланып киткән Флорида ханым  ышаныслы аҙымдар менән табип янына юл алды. Әсәнең рух ныҡлығы күтәрелгәнен күреү кәйефте күтәрҙе. Барыһы ла яҡшы булһын!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.

Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Фото: https://mayakrbt.ru/

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас