Геройҙар дәүере
27 Июль 2024, 14:00

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан

Ул "Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға юлланған ине.

Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡанАртур Хәсәнов ялға ҡайтҡан
Артур Хәсәнов ялға ҡайтҡан

Өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, әле МХО-ла булған"Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарып танылыу алған Артур Хәсәнов ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. 

"Отпуск! Ниһайәт! Бер нисә сәғәттән Өфөлә буласаҡмын", - тип яҙған ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Илеш районы егете Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланы.

Матур ялдар, йырсы-яугир! Тиҙерәк һуғыш тамамланып, һәр яугиргә иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға яҙһын!

Фото: Артур Хәсәновтың социаль селтәренән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас