– Үҙем күп балалы ғаиләлә хеҙмәттә сығынып үҫтем, шуға ла ауырлыҡтарға, һынауҙарға бирешмәйем, – ти яугир. – Балаларҙы ла шул өлгөлә тәрбиәләйбеҙ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Диана Удмурт Республикаһының Воткинск ҡалаһында шәфҡәт туташы һөнәренә уҡый. Әйткәндәй, ҡатыным да шул яҡтан. Братиславаға – 12, Милаславаға – 11, Эльминияға – һигеҙ, ә бәләкәсебеҙ Светозараға дүрт йәш тулды. Биш ҡыҙым – биш шатлығым. Улар өйҙәге бар эште үҙҙәре белеп башҡара. Әлбиттә, был – ҡатынымТатьяна Олеговнаның тәрбиәһе.
Мин яуҙа булғас, хәҙер әсәләренә күп көс төшә. Ул, сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикләнеү сәбәпле, пенсияла. Мин яуҙа булғанда үҙенә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырғандар. Быға ныҡ һөйөндөм.
– Виталий Михайлович, биш бала атаһыбулғас, махсусхәрбиоперацияғабармайынса ла ҡалаалаинегеҙ. Тик тәүгеләрҙәнбулып ил һағынабаҫҡанһығыҙ...
– Ир-аттыңтөпбурыстарыараһындаилдеһаҡлаутигәнелә бар. Быныһыҡаныбыҙғаһеңгән. Ил саҡырғас, яуғакитәиндеир-егет. Мәңгешулайбулған. Әлбиттә, ғаиләм менән ныҡлы кәңәшләшеп хәл ителде. Ҡыҙҙарымдың киләсәге хаҡына барҙым.
Бөгөнгө махсус хәрби операция беҙ тарихтан белгән барлыҡ яуҙарҙан ҡырҡа айырыла. Әле ҡурҡыныс күберәген һауанан янай. Ундағы йәштәрҙе ҡыҙғанам, күбеһе ғаилә лә ҡороп өлгөрмәгән. Миңә – 52 йәш, улар өсөн оло кешемен, күпте күргәнмен, беләмен. Беҙ, олораҡтар, йәштәргә терәк, кәңәшсе булырға тырышабыҙ. Бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ. Үҙ-ара татыубыҙ, ауыр саҡтарҙа ла төрлө көлкөлө хәлдәр тураһында һөйләшеп, кәйефте күтәрергә тырышабыҙ. Мин күберәк әрмелә хеҙмәт иткән мәлдәрҙе иҫкә төшөрөп алам. Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлайҙар. Әйткәндәй, үҙем һаман да бер хеҙмәттәшем менән аралашып йәшәйем. Уға рәхмәт: мин яуҙа саҡта ғаиләмә гел ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Дуҫлыҡ, намыҫ һәм тоғролоҡ төшөнсәһе яуҙа ла, тыныс тормошта ла бик ҡәҙерле.
– Позывнойығыҙ – “Печник”. Мейес сығарыу оҫтаһымыһеҙ?
– Эйе, кешеләргә 500-ләгән мейес сығарғанмындыр. Үҙебеҙҙең Мишкә, шулай уҡ Балтас, Ҡариҙел райондарында һәм Бөрө, Нефтекама ҡалаларында эшләнем. Сиратҡа тороп, өйгә килеп алып китә торғайнылар үҙемде.
– Әле отпускыға ҡайтҡанда балаларығыҙ нисек ҡаршыланы?
– Һөйләп бөтөрлөк түгел ул тәьҫораттарҙы... Ҡыҙҙарым мине төрлө тәмлекәстәр бешереп һыйлай. Светозара ҡыҙым янымдан китмәй инде. Ныҡ һағынған, һөйләп хәбәре бөтмәй бәләкәсемдең.
Яуҙа саҡта өйгә шылтыратһам, Светозара: “Шиғыр һөйләйемме, йырлайыммы?” – тип илай телефондың теге осонда. Ә беҙгә оҙаҡ һөйләшергә ярамай. Ошо мәлдә нисек йөрәк әрнегәнен белһәгеҙ ине...
– Бына әле ауылдаштарығыҙ ҙа ашҡынып һеҙҙең менән осрашыуға килә.
– Эйе. Ауылыбыҙҙың был осонда мин ялға ҡайтһам, икенсе яғында бер яугир яҡташымды алып ҡайтып ерләргә көтәләр. Бик ҡыйын хәл... Әле бында ултырһам да, уйҙарым менән егеттәрем янындамын. Улар ут эсендә йөрөй бит. Тыныс тормоштоң ҡәҙере унда нығыраҡ беленә...
– Өҫтәлегеҙҙәөсмөйөш хат күрепҡалдым...
– Был – бик ҡәҙерле хат. Һалдаттарға улар күпләп килә. Быныһын Свердлов өлкәһенән “Родничок” баҡса ширҡәте ойошмаһы яҙған. Һалдат өсөн бик ҡәҙерле әйбер. Ул беҙгә көс-дәрт бирә. Һәр беребеҙҙең кеҫәһендә шундай хаттар һаҡлана.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй әйтер һүҙегеҙ бар?
–Тормоштоң һәр минуты ҡәҙерле, уны ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп үткәрергә тейешбеҙ. Тыуған илебеҙҙең, яҡындарыбыҙҙың ҡәҙерен белеп, ваҡлыҡтарға бүлгеләнмәй, бирелгән ғүмерҙе лайыҡлы йәшәргә кәрәк. Йәштәр кәрәкле һөнәр алып, мәлендә ғаилә ҡороп, күпләп балалар үҫтерергә тырышһын. Барыбыҙға ла һаулыҡ теләйем, донъяла тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын.
Зөһрә ХӘКИМОВА әңгәмәләште.
Һүрәттә: Татьяна менән Виталий Сайпашевтар.
Автор фотоһы.