Хөкүмәттең бөгөнгө аҙналыҡ кәңәшмәһендә махсус хәрби операция һәм уның геройҙары темаһына ҙур иғтибар бирелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, республиканан МХО-ла ҡатнашыусы, Ҡаһарманлыҡ ордены һәм “Батырлыҡ өсөн” миҙалы кавалеры Оскар Ситдиков “Геройҙар ваҡыты” президент кадр программаһында ҡатнаша. Хәрбиҙең остазы булып Радий Хәбиров үҙе тора. Әлеге ваҡытта Оскар Ситдиков Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә стажировка үтә.
– Программа МХО хәрбиҙәрен һөнәри яҡтан үҫтереү һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Беҙҙән өс кеше кадр программаһында ҡатнаша. Уларҙың береһе – Оскар Ситдиков, майор, хәрби разведчик. Ул беҙҙең менән икенсе аҙна эшләй, миңә уның остазы булыу мөмкинлеге бирелде. Оскар Ихтибар улы киләсәктә үҙ яҙмышын үҙе һайлаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ республика етәксеһе хәрбигә хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
– Республика етәксеһенән ошондай юғары награда алыу минең өсөн бик ҙур абруй. Радий Фәрит улына миңә, ниһайәт, тыуған еремә ҡайтырға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйткем килә. Мин 2007 йылдан алып Рәсәй буйлап йөрөйөм һәм туғандарым янына ҡайтҡым килә ине, – тине ул.
“Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы командирының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, подполковник Рөстәм Шәһәбетдинов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Юғары награданы ул полктың бөтә личный составының хеҙмәте өсөн баһа тип ҡабул итте. Әле уларҙың 870 кешеһе юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән. 900-ҙән ашыу кеше ведомство наградалары алған. Үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеүселәр ҙә бар.
– Минән йыш ҡына ундағы хәлдәрҙе һорайҙар. Яуап бер: ауыр. Беҙҙең башҡорт полкынан бер нисә йөҙ метр алыҫлыҡта “Азов”* бригадаһы тора. Тик беҙ ҡуйылған бурыстарҙы үтәйбеҙ. Шулай уҡ ҡасан МХО бөтә тип тә һорайҙар. Яуапты бөтәгеҙ ҙә белә: илебеҙ Президенты ҡуйған бурысты үтәү менән, – тине ул.
Шулай уҡ кәңәшмәлә Красный Луч ҡалаһы хакимиәте Радий Хәбировҡа”Максим” пулеметына пулемент ошо ҡорал таҫмаһы ҡумтаһын бүләк итте. Ул Башҡорт атлы дивизияһы һуғышҡан урында табылған. Етәксе уны һаҡлау өсөн Республиканың Хәрби дан музейы филиалы – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейына тапшырҙы.
*Азов ( Рәсәйҙә тыйылған экстремистик һәм террористик ойошма).
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.